Ла-Шо-де-Фон
Ла-Шо-де-Фон | |
Байраҡ | Герб |
Рәсми атамаһы | La Chaux-de-Fonds |
---|---|
Этнохороним | Chaux-de-Fonnier һәм Chaux-de-fonnière |
Рәсми тел | Француз теле |
Дәүләт | Швейцария |
Административ үҙәге | Ла-Шо-де-Фон[d] |
Административ-территориаль берәмек | Невшатель[d] |
Статистическая область | Регион Монтань[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Ду[d] |
Хөкүмәт башлығы вазифаһы | Мэр |
Хөкүмәт башлығы | Théo Huguenin-Elie[d] |
Халыҡ һаны | 38 965 кеше (31 декабрь 2016) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 1039 метр һәм 997 метр |
Туғандаш ҡала | Винтертур һәм Фрамери[d] |
Сиктәш | Ле-Локль[d], Les Planchettes[d], La Sagne[d], Val-de-Ruz[d] һәм Bonnétage[d] |
Мираҫ статусы | Объекты культурного наследия Швейцарии[d] |
Майҙан |
5566 км², 55,72 км² (2005)[1] |
Почта индексы | 2300[2] һәм 2301[3] |
Рәсми сайт | chaux-de-fonds.ch |
Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн URL | geo.ld.admin.ch/boundari… |
Һәйкәлдәр исемлеге | list of cultural properties in La Chaux-de-Fonds[d] |
Урындағы телефон коды | 032 |
Номер тамғаһы коды | NE |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of La Chaux-de-Fonds[d] |
Ла-Шо-де-Фон Викимилектә |
ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 1302 рус. • англ. • фр. |
Ла-Шо-де-Фон (франц. La Chaux-de-Fonds, нем. Tschuderifung (уста.)) — Швейцарияның ошо исемдәге ҡалаһы һәм общинаһы, ул Швейцарияның Биль ҡалаһы менән бер рәттән эре швейцария сәғәттәр етештереүсе фабрикалы ҡала . Күрше Ле-Локль менән бер рәттән сәнәғәт революцияһы дәүеренең данлыҡлы «ҡала-фабрикаһы» булараҡ айырым индустрия менән махсус шөғөлләнеүсе сифатында Юнесконың Бөтә донъя мираҫына индерелгән[4][5].
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ла-Шо-де-Фон Швейцарияның көнбайышында, Франция менән сиктәш Невшатель кантонының төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан һәм Ла-Шо-де-Фон округының үҙәге булып тора. Ла-Шо-де-Фон ҡалаһы ҙурлығы буйынса Романдияның (Женева һәм Лозаннанан ҡала) һәм Үрге Юраның өсөнсө урынды биләгән ҡалаһы. Диңгеҙ кимәленән 992 метр бейеклектә ята, шулай итеп Европа ҡалаларының иң бейектә урынлашҡандарының береһе. Ҡала майҙаны 55,66 км² тәшкил итә.
Халыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала халҡының һаны — 37 433 кеше (1.01. 2009 йыл). Ла-Шо-де-Фон кешеләренең 85,5 процентын франк-швейцар халҡы, 3,6 процентын — итальян-швейцар, 3,2 % — португалдар, 2,4 % — герман-швейцарҙар тәшкил итә. Эшләүсе халыҡтың 53 % халыҡты хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләй, 45 проценты — сәнәғәттә (беренсе сиратта сәғәт сәнәғәтендә), 2 % — ауыл хужалығында.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ла-Шо-де-Фон беренсе тапҡыр 1350 йылда de La Chaz Fonz сифатында телгә алына. XVI быуаттарҙа ул тиҫтәләгән ауыл өйҙәре тулған ултыраҡ була. Утыҙ йыллыҡ һуғыш барышында XVII быуаттың 2-се яртыһында йылдам үҫешә башлай. XVIII быуат башында бында сәғәт етештереү барлыҡҡа килә һәм Ла-Шо-де-Фон индустриаль үҙәкә әүерелә. 1794 йылдағы янғында ҡаланың 3/4 өлөшө юҡ ителә, шунан һуң ул сәғәтселәр ихтыяждарына ярашлы итеп яңынан планлаштырыла. 1806 йылда Ла-Шо-де-Фон Невшатель кенәзлегенә инә, ул 1707 йылда Пруссияның шәхси унияһы теләге менән барлыҡҡа килә. Һуңынан, 1806—1815 йылдарҙа ҡала Франция составында була. Вена конгресынан һуң — Швейцария конфедерацияһы составында була һәм шул уҡ ваҡытта Пруссия XIX быуаттар уртаһына тиклем ҡала өҫтөнән үҙенең номиналь сюзеренлығын һаҡлап ҡала.
Тыуып үҫкән һәм йәшәгән билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ла-Шо-де-Фон ҡалаһында тыуғандар:
- Ле Корбюзье — архитектор-модернист, үҙенең бында тәүге бинаһын төҙөй — атап әйткәндә, үҙенең ата — әсәһе өсөн — Аҡ вилла (1912, музей 2005), Швоб виллаһын төҙөй, хәҙер бында кинотеатр.
- Луи Шевроле — автомобилдә уҙышыусы һәм автоконструктор, Chevrolet маркаһын барлыҡҡа килтереүсе
- Пьер-Жак Дроз — математик һәм механик, сәғәт һәм ҡурсаҡ-автоматтар конструкторы
- Блез Сандрар — шағир, яҙыусы
Швейцарияның Ла-Шо-де Фон ҡалаһында В. И.. Ленин һәм П. А. Кропоткин оҙаҡ ваҡыт эмиграцияла йәшәгән.
1848 йылда Ла-Шо-де-Фонда Omega сәғәт фирмаһы булдырыла.
1895 йылда Rotary Watches компаняһына нигеҙ һалына.
1992 йылда Bell & Ross сәғәт фирмаһына нигеҙ һалына.
Археология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бишон гротында (тау ҡыуышлығында) (du Bichon Grotte) палеолит осороноң айыуға һунар итеүсеһенең һөлдә ҡалдыҡтары табыла, ошо ҡалдыҡтар буйынса Y-хромосомалы гаплогруппа I2a һәм митохондриаль галогруппа U5b1h билдәләнә[6].
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Arealstatistik Standard - Gemeinden nach 4 Hauptbereichen — Федеральное статистическое управление.
- ↑ GeoNames (ингл.) — 2005.
- ↑ https://www.post.ch/en/pages/plz-suche
- ↑ Шо-де-Фон // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑
- ↑
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шо-де-Фон // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)