Эстәлеккә күсергә

Лезенков Леонид Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лезенков Леонид Васильевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1894
Тыуған урыны Башҡортостан Республикаhы, РСФСР
Вафат булған көнө 1933
Һөнәр төрө рәссам
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]

Лезенков Леонид Васильевич (1894—1933)– билдәле рәсәй рәссамы, башҡорт һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалыусы.

Лезенков Леонид Васильевич[1]  1894 йылда Өфө ҡалаһында тыуған. 1925 йылда Мәскәүҙә Юғары художество-техник оҫтахананы тамамлай, унда Кукрыниксылар (М.Куприянов, П. Крылов, А. Соколов)  менән бергә уҡыған.

1926 йылдан Өфөлә йәшәгән һәм эшләгән. Э. Тюлькин менән дуҫ булған һәм уның менән бергә эшләгән. Йәш башҡорт сәнғәтенең формалашыуына ҙур өлөш индерә.

1927 йылдан Өфө сәнғәт техникумында эшләгән, тимер юлсылар клубы янында сәнғәт студияһын, бер үк ваҡытта Пионерҙар йортонда түңәрәк алып барған. Өфөнөң  беренсе рәссам-һөнәрмәндәрен тәрбиәләп сығара, улар араһында Башҡортостандың тәүге рәссамдары — А. В. Храмов, А. М. Арыҫланов,  Ғ. С. Мостафин, улар республикала ғына түгел,  унан ситтә лә билдәлелек ала. Лезенков рәссам һәм педагог булараҡ абруй менән файҙаланған.

Рәссам үҙ һәләтен монументаль һәм декорация һынлы сәнғәтендә күрһәтә. Өфөгә гастролгә килгән  театр труппаһы өсөн Оффенбахтың «Гүзәл Елена» опереттаһына декорациялар яһай, ул  рәссам А. Э. Тюлькинға бик оҡшай.

1933 йылда вафат була.

Лезенковтың  әҫәрҙәре Өфөлә М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында һәм шәхси тупланмаларҙа  һаҡлана.

1918 йылда  Тюлькин Лезенков менән бергә «Самодержавиены ҡолатыу» панноһын төҙөй, ул Блюхер етәкселеге аҫтында Бишенсе Армияның Өфөгә инеүе хөрмәтенә ваҡытлыса төҙөлгән арканы биҙәй. Панно өс өлөштән тора. Төп композицияһын Э.Тюлькин эшләй  һәм самодержавиены ҡолатыу аллегорияһын һүрәтләй... Панноның ике ҡабырғаһында, күләме менән бәләкәй генә итеп Ҡыҙыл Армия тарафынан ҡыҫымға алынған аҡ ғәскәрҙәрҙең ашығыс ҡасыуын күрһәткән. 

Рәссам ойошторған образдарҙың портрет галереяһында  «Автопортрет» әҫәре лә бар (1922).

Күргәҙмәләре Революцион Рәсәйҙең рәссамдар ассоциацияһы Өфө бүлегендә, Өфө, 1927—1932.

В. М .Нестеров исемендәге художество музейында рәссамдың 14 һынлы сәнғәт әҫәре һаҡланған. Уларҙың яртыһын портреттар тәшкил итә:  «Портрет дочери Эделевой в детстве» (1927), «Портрет башкирки (Женский портрет)» (1929),  «Портрет артистки села Давлеканово», «Девочка в красном платке», «Девочка в белом платке», «Портрет малыша» һәм башҡалар. Л. В. Лезенковты башлыса балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар образы ылыҡтыра, тышҡы баҙыҡлыҡ һәм хискә бай булмыш ҡыҙыҡһындыра. 

Портреттарҙан тыш, рәссам пейзаж һәм натюрморт жанрында бер нисә әҫәр яҙа: Натюрморт с яблоком, к. м., 1928. Натюрморт, к. м., 1929 һ.б.

Справочник «Художники Советской Башкирии». Автор-составитель Э.П.Фенина, Башкирское книжное издательство, Уфа-1979

  1. Ежемесячный журнал «Бельские Просторы». Дата обращения: 14 август 2012. Архивировано из оригинала 5 декабрь 2017 года. 2017 йыл 5 декабрь архивланған.

http://www.hrono.ru/text/2003/yanbuh10_03.html

http://www.hrono.ru/text/2006/nav03_06.html