Ленин урамы (Өфө)
Ленин урамы | |
Кем хөрмәтенә аталған | Ленин Владимир Ильич |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Өфө |
Оҙонлоҡ | 3,9 km |
Ленин урамы Викимилектә |
Ленин урамы . Өфө ҡалаһының Совет, Ленин һәм Киров райондары биләмәһендә урынлашҡан. Сафронов пристане менән тамамланып, төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай һуҙыла. Был тарихи ҡала үҙәгенең төп урамы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өфөлә иң боронғо урамдарҙың береһе. Ул XVIII—XIX быуаттар сигендә ҡала киңәйә башлағас, ситтәге урам булараҡ барлыҡҡа килә. Башта урам ике төрлө урамдан торған. Көньяҡ өлөшө — Ушаков паркынан алып Ҙур Успенскийға тиклем (хәҙер Коммунистик урам) шәфҡәт күрһәтеүсе Иван Федорович Базилевский хөрмәтенә Базилевский тип аталған. Төньяҡ өлөшө Лазарет урамы тип йөрөтөлгән, сөнки ул урам барлыҡҡа килгән саҡта, унда ҡала лазареты урынлашҡан булған. Лазарет урамы ҡала үҙәген Сафронов пристане һәм тимер юл вокзалы менән тоташтырған.
Ике урам да бер урам булып берләштерелә һәм Үҙәк урам тип атала. 1918 йылдан алып П.И.Зенцов хөрмәтенә атала. 1937 йылдан урам хәҙерге исеме менән йөрөтөлә. .
Тарихи биналар һәм ҡоролмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1856 йылда урамда Дворяндар йыйылышы бинаһы төҙөлә — хәҙер ул Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы.
- 1899 йылда Метрополь ҡунаҡханаһы төҙөлә. — хәҙер Башҡортостан Республикаһы йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
- XX быуат башында Н.В.Верниковская һәм А.Ф.Ниц тарафынан төҙөлгән ирҙәр гимназияһы — хәҙер Башҡорт дәүләт педагогия университеты корпусы
- 1903 йылда Халыҡ айыҡлығы паркына нигеҙ һалына — Иван Якутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы
- 1912 йылда төҙөлгән Өфө коммерция училищеһы.
Заманса биналар һәм ҡоролмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге милли китапхана
- Башҡорт дәүләт медицина университеты
- Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры
- «Ағиҙел» ҡунаҡхана комплексы
- Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министрлығы
- «Тыуған ил» кинотеатры
- «Башкортостан» дәүләт концерт залы
- Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһы
- «Башкортостан» ҡунаҡхана комплексы
- Мостай Кәрим исемендәге Башҡортостан Республикаһы милли йәштәр театры
- Өфө-Арена
- Белгестәр йорто
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ленин урамында беренсе тапҡыр 1937 йылда Почтамт бинаһынан Пермь урамына тиклем трамвай линияһы ебәрелә. Артабан Почтамттан Революция урамына тиклемге линиялар алына, ә һуңынан (2000 йылдар уртаһында ) — Революция урамынан Ибраһимов бульварына тиклем аралыҡтағы трамвай линиялары бөтөрөлә.
Әлеге ваҡытта трамвай Ибраһимов бульварынан тимер юл вокзалына ҡарай йөрөй.
Ленин урамы транспорты автобус һәм маршрут таксиҙарынан тора.
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Башҡорт дәүләт медицина университеты
-
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры
-
Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры
-
«Тыуған ил» кинотеатры
-
«Нефтсе» мәҙәниәт һарайы
-
Өфө-Арена боҙ һарайы
-
Ленин урамы
-
Аэрофлот агентлығы
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Синенко С. Неторопливые прогулки по Уфе. Городской путеводитель. — Уфа: Китап, 2010. — 376 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-295-05148-7.