Эстәлеккә күсергә

Ленский Игорь Леонидович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ленский Игорь Леонидович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Псевдоним Константин Сретенский[1]
Тыуған көнө 16 февраль 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (61 йәш)
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Атаһы Леонид Александрович Ленский[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө яҙыусы, журналист, политолог
Ғилми дәрәжә педагогия фәндәре кандидаты[d]
Жанр интервью[d] һәм Очерки[d]
 Ленский Игорь Леонидович Викимилектә

Ленский Игорь Леонидович (Константин Сретенский псевдонимы аҫтында ла баҫыла ; 16 февраль 1963 йыл, Мәскәү) — Рәсәй журналисы һәм политологы[2][3] . Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы[4][5], грузин-абхаз конфликты тарихы буйынса белгес. Педагогия фәндәре кандидаты[6].

2015 йылға ҡарата «Издательский дом „Гудок“» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең мөхәррире һәм күҙәтеүсеһе булып эшләй. Тимер юл тематикаһы буйынса күп кенә мәҡәләләр, шулай уҡ «Московская кругосветка: второй век, вторая жизнь» китабының авторы.

1990 йылдан 2000 йылға тиклем «Правда» гәзитенең махсус хәбәрсеһе, бүлек мөхәррире булып эшләй. Грузин-абхаз конфликты тураһындағы публицистик «Свидетели абхазской беды. Допросы с пристрастием» (М., Деловой ритм, 2008) китабы[7][8], «Под куполами Валаама» (2001) православие очеркының[9], «Проблемы формирования культуры межнациональных отношений в педагогической публицистике 1991—1997 гг.» (М., Российская академия образования, 1998) темаһына диссертация авторы.

Халыҡ-ара ИКЧФ мастеры (Халыҡ-ара шахмат уйыны федерацияһы)[10][11][12].

Игорь Леонидович Ленский 1963 йылдың 16 февралендә профессор-физик Леонид Александрович Ленский һәм Муниципаль мәғлүмәт Милли агентлығының фәнни-техник китапханаһы директоры Ленская Валентина Алексеевна (Теплова) ғаиләһендә Мәскәүҙә тыуа[13].

1983 йылда Үҙәк дәүләт физик культура институтының шахмат бүлеген тамамлай, 1991 йылда Мәскәү гуманитар университетының журналистика бүлеген тамамлай[14].

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1983 йылда Тимирязев ауыл хужалығы академияһында шахмат клубы тренеры булып башлай. 1985—1990 йылдарҙа СССР Дәүләт спорт комитетында эшләй.

«Правда» гәзитенә баш мөхәррире Геннадий Селезнев саҡырыуы буйынса килә. Абхазия, Таулы Ҡарабах, Тажикстан, Ҡаҙағстан, Молдавияның, Балтик буйы илдәре һәм элекке совет төбәктәрендә командировкалар материалдары буйынса яҙылған мәҡәләләр, интервью, очерктар авторы[7].

Махсус хәбәрсе, «Правда» гәзитенең бүлек мөхәррире, аҙналыҡ «Правда-5» гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары (1990—2000), шулай уҡ «Независимая газета», «Российская газета», «Военно-промышленный курьер», «Московский железнодорожник», «Русь Державная», «Губернские ведомости» (Кузбасс) гәзиттәрендә, «64 — Шахматное обозрение»журналында, төбәк баҫмаларҙа баҫылып сыға[15][16]. Киң мәғлүмәт сараларында меңдән ашыу публикациялар авторы.[14].

1992 йылдың декабрендә матбуғатта Сыуашстандың милли оппозицияһы тарафынан был осорҙа барлыҡҡа килгән хәрби отрядтар тураһындағы мәсьәлә буйынса фекер алышыуҙы асып ебәрә[17][18].

1993 йылдың 1 октябрендә беренсе булып «Правда» гәзитендә Америка хоҡуҡ яҡлаусыларының блокадаға алынған РФ Юғары Советын хуплаған интервьюһын баҫтырып сығара[19].

1992 йылдан алып Ленский матбуғатта грузин-абхаз конфликты үҫешен яҡтырта. Абхазияның беренсе президенты Владислав Ардзинбанан интервью ала. 1993—1995 йылдарҙа «Правда» гәзиттәрендә баҫылып сыҡҡан мәҡәләләрендә, федераль журналистарҙан беренсе булып Рәсәй Федерацияһы тарафынан Абхазия Республикаһының бойондороҡһоҙлоғон таныу кәрәклеге тураһында мәсьәләне күтәрә[7][8][20][21].

1998 йылда Юғары аттестация комиссияһы тарафынан Ленскийға этнопедагогика буйынса диссертацияһы өсөн ғилми педагогия фәндәре кандидаты дәрәжәһе бирелә[22]. Диссертацияны Рәсәй мәғариф академияһының Шәхесте тәрбиләү һәм үҫтереү институтында академияның ағзаһы Геннадий Волков етәкселеге аҫтында яҡлай, консультанты конфликтолог, психология фәндәре докторы Николай Крогиус була.

2000—2011 йылдарҙа — «ЕвразХолдинг» компанияһының федераль власы органдары һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса эксперты, «Губернские ведомости» (медиапроект Отари Аршбы) Кузбасс ижтимағи-сәйәси гәзитенең Мәскәү бюроһы мөдире[23][24]. Шулай уҡ криминаль сюжеттарҙы яҡтырта[25].

2011 йылдың майынан алып — журналист, «Московский железнодорожник» («Издательский дом "Гудок"») гәзитенең социаль бүлеге мөхәррире, баш мөхәррире — Владимир Шелков). Гәзиттә һәм рунетта Рәсәйҙә тиҙ йөрөшлө тимер юл бәйләнешен үҫтереү, Мәскәү тимер юлының Кесе ҡулсаһы буйлап пасссажирҙар хәрәкәтен реконструкциялау һәм ебәреү тора[26][27] шулай уҡ Рәсәй йылға флоты проблемаларын күтәрә[28].

2011 йылдың декабрендә «Стальное предначертание» (Борис Пастернак тураһында) һәм «Загадка полустанка» ( Исаак Левитан тураһында) эсселары өсөн "Мөхәрририәт табышы» номинацияһында «Гудок» "Гәзите" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ижади конкурсында еңеп сыға[29][30].

2014 йылда Рәсәй Яҙыусылар союзына ҡабул ителә[4].

38-се Европа чемпионаты призеры (1988—1996), донъя чемпионатының ¾ финал ҡатнашыусыһы. Халыҡ-ара ИКЧФ мастеры (1997) турнирҙарҙың бер нисә һөҙөмтәһе буйынса: (АВО-14, 38-се Европа чемпионатында, 20-се СССР чемпионаты – Исаак Романов мемориалы). Мәскәүҙең 7-се чемпионаты -өсөнсө призер (1985). СССР-ҙың 9-сы команда чемпионатының Мәскәү командаһы составында (1987—1992)[31].

Мәскәү чемпионатының ярым финал һөҙөмтәләре буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1987)[31].

Өйләнгән. Ике балаһы бар: Клемент ул (1989, музыкант) һәм ҡыҙы София (1 декабрь 2000) 

Һайланма библиография

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
«Правда» гәзитендә мәҡәләһе, 1995 йылдың 17 майы
  • Ленский И. Л. Свидетели абхазской беды. — М.: Деловой ритм, 2008. — 320 с. — ISBN 978-5-903291-05-2
  • Ленский И. Л. Московская кругосветка: второй век, вторая жизнь. — М.: Деловой ритм, 2013. — 192 с. — ISBN 978-5-903291-16-8
  • Ленский И. Л. Стальные судьбы. Полпреды Московской магистрали. — М.: АО «Издательский дом "Гудок"», 2020. — Т. 1.
  • Московская железная дорога: время, события, люди / Ленский И. Л., Мягков В. В.. — М.: МЖД, 2019.
  • Ленский И. Л. Проблемы формирования культуры межнациональных отношений в педагогической публицистике 1991—1997 гг. Диссертация на соискание ученой степени кандидат педагогических наук. — М., Российская академия образования, 1998.
  • Ленский И.Л. Культура межнациональных отношений в педагогической публицистике//Педагогика. -1998. -№ 3.
  • Ленский И.Л. Формирование культуры межнациональных отношений средствами педагогической публицистики. Сб. Духовно-нравственные и государственно-правовые начала отечественного просвещения.-Москва, Общество "Радетели просвещения", 1998.
  • Ленский И.Л. Публицистика Ивана Яковлева. Сб. материалов международной конференции, посвященной 150-летию И.Я.Яковлева. Чебоксары. Чувашский гос. ун-т - 1998
  1. http://www.gudok.ru/zdr/175/?ID=632806
  2. Нужен ли России такой надзор?
  3. Журнал «Кто есть кто». # 3-1999. Армянский феномен. Партия дашнаков в новейшей истории
  4. 4,0 4,1 Наш Коллега - Член Союза Писателей России.
  5. Поезд как художественный салон.
  6. Диссертация «Проблемы формирования культуры межнациональных отношений в педагогической публицистике 1991—1997 гг.»
  7. 7,0 7,1 7,2 Шилов, Егор Абхазия: трудная судьба // Военно-промышленный курьер. — 2 июля 2008. — № 26 (242).
  8. 8,0 8,1 Ефремов, Андрей «Град» над кипарисами // Литературная газета. — 17 сентября 2008. — № 37 (6189). Архивировано из первоисточника 27 июнь 2012.
  9. Новости С 16 по 23 марта 2001
  10. Кингчесс — шахматы XXI века (Виктор Васин) / Проза.ру — национальный сервер современной прозы.
  11. https://archive.is/20120719004928/http://www.64.ru/old/2001/3/mar12.html
  12. Кингчесс " Национальный Шахматный Игровой Портал.
  13. ЛЕНСКИЙ С ЧУВАШСКИМИ КОРНЯМИ Игорь Ленский.Дата обращения: 22 сентября 2014.Архивировано 2 апреля 2015 года.
  14. 14,0 14,1 НА ГОРОДСКОЙ ЭЛЕКТРИЧКЕ ПОЕДЕМ ЧЕРЕЗ 4 ГОДА.
  15. Whychess. 75 лет со дня рождения Рошаля(недоступная ссылка)
  16. [Решения есть, нужна решимость. «Правда», 3.12.2006]
  17. Ленский И. Л. Серые волки у околицы // Правда. — 11 декабря 1992.
  18. Филиппов В. Р. Чувашская Ассоциация восточных единоборств и её лидеры // Чувашия девяностых: этнополитический очерк. — М.: Институт Африки РАН, 2001. — (Бунтующая этничность).
  19. Хасбулатов Р. И. Глава V. Технология исполнения государственного переворота-II // Великая российская трагедия. — М.: Палея — «Аль-Кодс», 1994. — ISBN 5-86020-310-1.
  20. Покинь, война, край вечной весны.
  21. Не сочти себя небожителем, а равным среди равных.
  22. Ленский И. Л. Проблемы формирования культуры межнациональных отношений в педагогической публицистике 1991-1997 гг.. — М., 1998.
  23. Запсиб готовится стать лидером.
  24. "ВЕСЕЛЫЙ ГУБЕРНАТОР - КАНДИДАТ НА ВЫЛЕТ": СЛЕДУЮЩИМ ИЗ ДОВЕРИЯ ПРЕЗИДЕНТА РОССИИ МОЖЕТ ВЫЙТИ ГЛАВА АЛТАЙСКОГО КРАЯ МИХАИЛ ЕВДОКИМОВ, СЧИТАЮТ В КУЗБАССЕ.
  25. Усатый нянь из Германии.
  26. Gudok.ru, 26 июля 2013 Быстрее сообщение – больше пассажиров. Дата обращения: 6 июнь 2015.
  27. Гудок, 18 марта 2014. Не дороже чем в электричке, но в 5 раз быстрее. Дата обращения: 6 июнь 2015.
  28. По Волге на белом теплоходе? Гудок. Дата обращения: 27 октябрь 2014.
  29. СТАЛЬНОЕ ПРЕДНАЧЕРТАНИЕ.
  30. Загадка полустанка Железнодорожный шедевр Левитана можно увидеть только в репродукции.
  31. 31,0 31,1 Гродзенский С. Энциклопедия заочных шахмат. М.: Проспект, 2018, с. 224. ISBN 978-5-392-26087-4