Леонова Надежда Сергеевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Леонова Надежда Сергеевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 9 август 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны Выгоничский район[d], Западная область[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 16 сентябрь 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (84 йәш)
Вафат булған урыны Кокино[d], Выгоничский район[d], Брянск өлкәһе, Рәсәй
Һөнәр төрө һауынсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Надежда Сергеевна Леонова (1929, Брянск губернаһы, СССР — 16 сентябрь 2013 йыл, Брянск өлкәһе, Рәсәй) — Брянск өлкәһенең Кокинский совхозы һауынсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Надежда Сергеевна Леонова 1929 йылда Брянск өлкәһендә тыуған. «1941—1945 Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фиҙәҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[1].

1961 йылда Кокинский совхоз-техникумы фермаһына һауынсы булып эшкә урынлаша. Үҙенә беркетелгән һыйырҙарҙан даими рәүештә һауымды арттырып ала: 1966—1969 йылда 3700-килограмдан алып 1970 йылда 4176 килограмға тиклем еткерә[2]. Һигеҙенсе биш йыллыҡ планын арттырып үтәй. 1967 йылда юғары күрһәткестәре өсөн ВДНХ-ның бронза миҙалы менән бүләкләнә , шулай уҡ «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙал менән бүләкләнә. Өлкә советы депутаты була[1]

СССР Юғары Советы Президиумының указы менән «1971 йылда юғары хеҙмәт күрһәткестәре өсөн» надежда Сергеевна Леоноваға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме тапшырыла[1].

1984 йылда пенсия йәшенә етһә лә, 1996 йылға тиклем эшләй — әммә инде ферма түгел[1].

2013 йылдың 16 сентябрендә вафат була[1][3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Леонова Надежда Сергеевна (1929–16.09.2013). Брянская областная научная универсальная библиотека им. Ф. И. Тютчева. Дата обращения: 23 март 2020.
  2. Леонова Надежда Сергеевна Герой Социалистического труда. Брянская область. Дата обращения: 23 март 2020.
  3. Выдающиеся люди поселения. Кокинская сельская администрация Выгоничского района Брянской области. Дата обращения: 23 март 2020.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Леонова Надежда Сергеевна // Блокнот агитатора. (Спец. вып.: Брянцы — Герои Советского Союза). — Брянск. —1971. — № 21-24. — С. 55-57.