Липатова Татьяна Эсперовна
Липатова Татьяна Эсперовна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 23 апрель 1924 (100 йәш) |
Тыуған урыны | Мәскәү, СССР |
Һөнәр төрө | химик |
Эш урыны | Национальный медицинский университет имени А. А. Богомольца[d] |
Уҡыу йорто | Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты |
Ғилми дәрәжә | химия фәндәре докторы[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Татьяна Эсперовна Липатова (укр. Тетяна Есперівна Ліпатова, тыумыштан Соснина; 1924 йыл) — совет һәм украин ғалимы, химия фәндәре докторы (1968), профессор (1969), Ижад академияһының мөхбир ағзаһы (1992).[1]
юғары молекуляр ҡушылмалары өлкәһендә белгес. СССР-ҙа яңы фәнни йүнәлешкә нигеҙ һалыусы — медицина өсөн полимерҙар, атап әйткәндә, эндопротезлау өсөн биологик яҡтан үҙ-ара ярашҡан полимер материалдар булдырыу. 400-ҙән ашыу хеҙмәт авторы, шулай уҡ 12 патент һәм авторлыҡ танытмалары бар[2][3].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Татьяна Эсперовна Липатова 1924 йылдың 23 апрелендә Мәскәүҙә тыуған.
1949 йылда Мәскәү нефть институтын (хәҙер Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты) «нефть һәм газ технологияһы» һөнәре буйынса тамамлай.[4] Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң 1949—1955 йылда СССР Химия сәнәғәте министрлығының тармаҡ институттарында эшләй, 1955—1956 йылдарҙа Ленин-Сталин мавзолейы эргәһендә Ғилми-тикшеренеү институтында, 1957—1959 йылдарҙа СССР Фәндәре академияһының химик физика институтында эшләй. 1960—1965 йылдарҙа Татьяна Липатова БССР Фәндәре академияһының органик булмаған һәм дөйөм химия институтында эшләй. 1954 йылда «Исследование совместной карбониевой полимеризации ненасыщенных соединений» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.[5]
1965 йылдан Украинала эшләй. 1965—1976 йылдар дауамында — УССР Фәндәре академияһының юғары молекуляр ҡушылмалар химияһы институтында, 1976—1984 йылдарҙа УССР ФА органик химияһы институтында эшләй. 1986—1987 йылдарҙа Липатова Богомолец исемендәге Киев медицина институтында (хәҙер А.А. Богомолец исемендәге Милли медицина университеты). 1968 йылда юғары молекуляр ҡушылмалар химияһы өлкәһендә докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, 1969 йылдан — профессор.
Үҙенең фәнни-педагогик эшмәкәрлеге осоронда 30 кандидат һәм 3 фән докторы әҙерләй. Һамар ҡалаһының Рәсәй дәүләт архивында Т.Э. Липатоваға ҡараған документтары бар[6]
Украина ССР-ының Дәүләт премияһы лауреаты (1982, эше өсөн «Теоретическая разработка новых биодеструктивных полимеров медицинского назначения, их экспериментальная проверка, создание технологии производства и внедрения в клинику», авторҙашлыҡта[7]), Украина ССР-ы Фәндәр академияһының Л.В. Писаржевский исемендәге премия (1974), шулай уҡ СССР һәм Чехословакия Фәндәр академияларының иң яҡшы берлектәге эше өсөн премиялары (1972).
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]УССР ФА академигы Липатов Юрий Сергеевич менән никахта булған. Уларҙың улы Сергей (1949).[1]
Татьяна Эсперовна әлеге ваҡытта хаҡлы ялда, Киевта йәшәй. Шиғырҙар яҙа[1] «Минең тормошом ғаиләлә һәм фәндә» хәтирәләр авторы (Киев : Феникс, 2005, ISBN 966-651-195-9).[8]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Липатова Татьяна Эсперовна
- ↑ Патенты автора ЛИПАТОВА ТАТЬЯНА ЭСПЕРОВНА
- ↑ Изобретатель ЛИПАТОВА ТАТЬЯНА ЭСПЕРОВНА
- ↑ Липатова Татьяна Эсперовна 2019 йыл 12 декабрь архивланған.
- ↑ Автореферат диссертации на соискание ученой степени кандидата хим. наук
- ↑ РГА в г. Самаре 2019 йыл 12 декабрь архивланған.
- ↑ Теоретична розробка нових біодеструктуючих полімерів медичного призначення, їх експериментальна перевірка, створення технології виробництва та впровадження в клініку (укр.)
- ↑ Моя жизнь в семье и науке
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Профиль на Mathnet.ru
- ЛІПА́ТОВА Тетяна Есперівна (укр.)
- ЛІПАТОВА Тетяна Есперівна (укр.)
- Цікава хімія. Блог учителя хімії Галатин Ольги Петрівни (укр.)
- КОЛИ НАУКА ПІДНІМЕТЬСЯ НА СВОЮ ГОЛОВНУ ВЕРШИНУ, ВОНА ЗНАЙДЕ ТАМ РЕЛІГІЮ 2019 йыл 12 декабрь архивланған. (укр.)
- КОГДА НАУКА ВЗОЙДЕТ НА СВОЮ ГЛАВНУЮ ВЕРШИНУ, ОНА НАЙДЕТ ТАМ РЕЛИГИЮ