Лисициан Карина Павловна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Карина Лисициан
Тулы исеме

Карина Павловна Лисициан

Тыуған

28 октябрь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (85 йәш)

Тыуған урыны

Ереван,
Әрмән ССР-ы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

СССР, Рәсәй, әрмән йырсыһы, музыка педагогы

Йырлау тауышы

меццо-сопрано

Жанрҙар

камера музыкаһы

Коллективтар

«Мадригал» иҫке йыр ансамбле

Хеҙмәттәшлек

Мәскәү дәүләт академия филармонияһы

Наградалар
Әрмән ССР-ының халыҡ артисы
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы

Карина Павловна Лисициан (28 октябрь1938 йыл, Ереван, Әрмән ССР-ы) — СССР, Рәсәй һәм әрмән йырсыһы, музыкаль педагог. Әрмән ССР-ының халыҡ (1987), Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы (1997), профессор.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әрмән милләтле Павел Герасимович менән Дагмара Александровна (билдәле совет йырсыһы Зара Долуханованың апаһы) Лисициандар ғаиләһендә тыуа. Мәскәү дәүләт консерваторияһының  фортепиано класын, унан һуң Гнесиндар исемендәге Музыка-педагогика институтының камера йыры класын тамамлай. 1965 йылла иҫке йырҙар башҡара торған «Мадригал» ансамбленең солисы була. Артабан күп йылдар һеңлеһе Рузанна Лисициан менән камера репертуары башҡарған дуэтта йырлай. Уларҙың вокаль дуэты СССР-ҙа киң танылыу ала, донъяның күп илдәрендә гастролдә була. Дуэт үҙенең репертуарын даими тулыландырып тора, 1990-сы йылдар башына унда төрлө осорҙар, жанрҙар һәм стилдәрҙәге биш йөҙҙән ашыу йыр була.  

1990 йылдан Карина Лисициан Рәсәй Театр Сәнғәте институтында (ГИТИС) уҡыта, тәүҙә ул вокаль ансамбль класын, унан һуң академик йыр класын алып бара.  Рузанна һәм Рубен Лисициандар менән бергә  П. Лисициан исемендәге хәйриә фондын аса, фонд эшмәкәрлеге сиктәрендә күп һанлы концерттар, оҫталыҡ кластары, ижади семинарҙар ойошторола.

Карина Лисициан —  Рәсәй дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Александр Владиславлевта кейәүҙә. 

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]