Эстәлеккә күсергә

Ли Нин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ли Нин
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Ҡытай
Тыуған көнө 8 сентябрь 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1] (61 йәш)
Тыуған урыны Лючжоу[d], Гуанси-Чжуан автономиялы район[d], Ҡытай
Хәләл ефете Чэнь Юнъянь[d]
Һөнәр төрө эшҡыуар, спорт гимнасы, эшҡыуар
Уҡыу йорто Пекин университеты
Масса 58 килограмм
Спорт төрө спорт гимнастикаһы[d]
Ҡатнашыусы Йәйге Азия уйындары 1982[d], Йәйге Азия уйындары 1986[d], gymnastics at the 1984 Summer Olympics – men's artistic individual all-around[d], gymnastics at the 1984 Summer Olympics – men's floor[d], gymnastics at the 1984 Summer Olympics – men's pommel horse[d], gymnastics at the 1984 Summer Olympics – men's rings[d] һәм gymnastics at the 1984 Summer Olympics – men's vault[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Бейеклеге/буйы 164 сантиметр
 Ли Нин Викимилектә

Ли Нин (ҡыт. упр. 李宁, пиньинь: Lǐ Níng, 8 сентябрь 1963 йыл, Лючжоу, Гуанси-Чжуан автономиялы район) — Ҡытай гимнасы һәм эшҡыуары, өс тапҡыр олимпия чемпионы (1984).

1963 йылдың 8 сентябрендә Лючжоуҙа чжуан ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы музыка уҡытыусыһы булған, шуға күрә улында бик иртә музыкаль һәләтен үҫтерергә тырышҡан. Тауыш ярылары йәрәхәтләнгә күрә Ли Нин бер нисә көн йырлай алмай торған һәм ошо арала турникта шөғөлләнергә була. Ошонан башлап ул гимнастика менән бик әүҙем шөғөлләнә башлай, һәм 1971 йылда 8 йәшендә үк спорт гимнастикаһы буйынса Гуанси-Чжоу автономиялы район командаһына эләгә[2].

1980 йылдан Ҡытай йыйылма командаһы составында сығыш яһай. 1982 йылда Загребта 6-сы спорт гимнастика буйынса донъя кубогында ете алтын миҙалдың алтыһын яулай, ошо ҙур еңеүенән һуң ул «гимнастика принцы» титулына лайыҡ була[3].

Әзербайжан почта маркаһында, 1996

Айырыуса ҙур уңыштарға 1984 йылдағы йәйге олимпия уйындарында өлгәшә, был ярыштарҙа ул 6 миҙал яулай, шул иҫәптән 3 алтын (ирекле күнегеүҙәр, кондә күнегеүҙәр һәм ҡулсала күнегеүҙәр) һәм 2 көмөш миҙал.

1988 йылда Ли Нин спорт карьераһын тамамлай, ә 1990 йылда үҙенең исеме аҫтында «Li Ning Company Limited» компанияһына нигеҙ һала, компания Ҡытайҙа спорт кейеме һәм аяҡ кейеме етештерә. Ли Нин директорҙар советы рәйесе булып тора.

Ли 2000 йылда ҡытай спортсылары араһынан беренсе булып, Халыҡ-ара гимнастика даны залына индерелә[4].

Пекинда олимпиаданы асыу тантанаһында Ли Нин стадион ҡыйығы башына «осоп» менә һәм һауала тростар ярҙамында бер түңәрәк «югереп үтеп» олимпия утының факелын яндыра[5][6][7].

Ли Пекин университетында юридик фәндәре һәм МВА бакалавры дипломын ала (2002)[8]. Әлеге мәлдә Гонконгта тороу өсөн таныҡлыҡ программаһы буйынса йәшәй[9].

Ҡытайҙың көньяғында уның шәхси гимнастика мәктәбе бар[10].

1993 йылда данлыҡлы гимнастка Чэнь Юнъянгә өйләнә.

  1. Li Ning // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  2. Li Ning (нем.). german.cri.cn (5 февраль 2008). Дата обращения: 11 май 2015.
  3. Li Ning - 'Prince Of Gymnastics'. china.org.cn (10 сентябрь 2009). Дата обращения: 11 май 2015.
  4. LI NING. International Gymnastics Hall of Fame. Дата обращения: 12 май 2007. Архивировано 18 октябрь 2006 года.
  5. Games begin with spectacular show, BBC.co.uk (8 август 2008).
  6. Li Flies High at Opening Ceremonies, International Gymnast (8 август 2008). 2008 йыл 9 август архивланған.
  7. Li Ning on the Beijing Olympics — WSJ.com
  8. Ning Li. bloomberg.com. Дата обращения: 11 май 2015.
  9. HKStandard. «The Standard.comLi Ning tops up tally for SAR. Retrieved on 2008-08-01.
  10. Олимпиада-2010 в Ванкувере — Газета. СПОРТ-ЭКСПРЕСС: Олимпиада-2010 в Ванкувере. Новости олимпийских игр 2010, календарь и результаты, медальный зачет, фото олимпиады(недоступная ссылка)