Лотова Людмила Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Ҡалып:ФИО

Лотова Людмила Ивановна
250x350px
Тыуған көнө:

16 сентябрь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})

Тыуған урыны:

СССР, Мәскәү губернаһы[d], Мәскәү ҡалаһы

Вафат булыу көнө:

4 сентябрь 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (87 йәш)

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР, Рәсәй Рәсәй

Ғилми өлкәһе:

ботаник

Эшләгән урыны:

М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе:

биология фәндәре докторы (1983)

Ғилми исеме:

профессор[d]

Уҡыу йорто:

М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты

Лотова Людмила Ивановна (16 сентябрь, 1929, Мәскәү4 сентябрь 2017) — совет һәм рәсәй ботанигы, педагог, үҫемлек морфологияһы буйынса белгес, биология фәндәре докторы (1982), Мәскәү дәүләт университеты профессоры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1929 йылдың 16 сентябрендә Мәскәү ҡалаһында тыуған. 1952 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлағандан һуң ошо уҡ уҡыу йортонда эшләргә ҡала. 1957 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1983 йылда ылыҫлы үҫемлектәр ҡабығы анатомияһының төрлөлөгө темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[1]. 1992 йылда профессор исеме бирелә. 2017 йылдың 4 сентябрендә вафат була[2].

Фәнни һәм педагогик эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лотова ның фәнни эштәре үҫемлектәрҙең морфологияһы һәм анатомияһы , морфологик һәм анатомик күренештәрен үҫ:емлектәрҙең филогенетикаһын файҙаланыу менән бәйле. 1980-сы йылдарҙа ул суд-медицина экспертизаһында үҫемлектәр анатомияһын ҡулланыу ысулдарын эшкәртә. Күп йылдар буйына үҫемлектәрҙең таксономик анатомияһы ғилми мәктәбенә нигеҙ һа лыусы һәм уның етәксеһе була . Рәсәйҙә үҫемлектәр анатомияһы терминологияһын ҡайтанан ҡарап сыға һәм камиллаштыра[1]. Ике конференцияның программа комитеты ағзаһы була.

Шулай уҡ биологиянан белем биреү өлкәһенең педагогы һәм методисты. Ул үҫемлектәр цитологияһы, үҫемлектәр анатомияһы һәм ялан ботаникаһы буйынса 30-ҙан ашыу уҡыу әсбаптарын баҫтырған[1]. Уның етәкселегендә 6 кандидатлыҡ диссертацияһы әҙерләнгән.

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лотова II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн»ордены һәм «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнгән[3].

2019 йылда Лотова Людмила Ивановнаның 90 йәшенә арналған халыҡ-ара симпозиум үткәрелгән [1][2].

Баҫмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

150-нән ашыу ғилми хеҙмәт баҫтырып сығарған, шул иҫәптән, бер нисә монография, Ҙур Рәсәй энциклопедияһы мәҡәләләренең авторы[1]:

  • Лотова Л. И. Анатомия коры хвойных / Отв. ред. В. Н. Тихомиров — М.: Наука, 1987. — 150 б.
  • Лотова Л. И. Морфология и анатомия высших растений — М.: Эдиториал УРСС, 2000. — 526 б. — ISBN 5-8360-0140-5.
  • Лотова Л. И., Тимонин А. К. Анатомия коры розоцветных (Rosaceae): разнообразие, эволюция, таксономическое значение — М.: Товарищество науч. изд. КМК, 2005. — 264 б. — ISBN 5-87317-207-2.
  • Лотова Л. И., Нилова М. В., Рудько А. И. Словарь фитоанатомических терминов. Учебное пособие — М.: Издательство ЛКИ, 2007. — 112 б. — ISBN 978-5-382-00179-1.
  • Лотова Л. И. Ботаника : морфология и анатомия высших растений: учебник для студентов высших учебных заведений, обучающихся по биологическим специальностям. — Изд 5-е, доп.. — М.: ЛИБРОКОМ, 2013. — 508 б. — ISBN 978-5-397-03870-6.

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]