Луиза Амелия Баденская
Луиза Амелия Баденская | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Титул | шаһбикә[d] |
Тыуған көнө | 5 июнь 1811[1][2][3][…] |
Тыуған урыны | Шветцинген[d], Германия |
Вафат булған көнө | 19 июль 1854[1][2][3][…] (43 йәш) |
Вафат булған урыны | Кралово Поле[d], Брно-Кралово поле[d], Брно[d], Богемия тажының ерҙәре[d], Австрия империяһы[4] |
Ерләнгән урыны | Хофкирхе[d] |
Атаһы | Карл Баденский[d] |
Әсәһе | Стефания Богарне[d] |
Бер туғандары | Мария Амелия Баденская[d] һәм Жозефина Баденская[d] |
Хәләл ефете | Густав Шведский[d] |
Балалары | Карола Шведская[d] һәм Людвиг Ваза[d][2] |
Нәҫеле | Церингены[d] |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Луиза Амелия Баденская Викимилектә |
Принцесса Луиза Амелия Стефания Баденская(нем. Luise Amelie Stephanie von Baden; 5 июнь 1811 йыл — 19 июль 1854 йыл) — принцесса Баденская, бөйөк герцог Карл Баденскийҙың һәм Стефания де Богарненың ҡыҙы. Никахта — принцесса Ваза, кронпринц Густавтың ҡатыны.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Луиза Амелия 1811 йылдың 5 июнендә тыуған. Ул бөйөк Баден герцогы Фридрих Карл Людвигтың һәм уның ҡатыны Стефания де Богарненың ғаиләһендә беренсе бала. Уның атаһы 1805 йылда Августа Баварская менән йәрәшкән була, уға император Николай I үҙенең үгәй улы Евгений де Богарнены өйләндерергә уйлай һәм Карл Людвигҡа кәләш сифатында Евгенияның өс туған һеңлеһе Стефанияны алмашҡа тәҡдим итә. Уларҙың туйы 1806 йылдың апрелендә үтә.
Луиза Амелия Карл һәм Стефанияның никахынан дүрт йыл үткәс тыуа. Ул тыуып алты көн үткәс, Карл Людвиг бөйөк герцог Баденский булып китә. Ун биш айҙан һуң уның ир туғаны донъяға килә. Рәсми юрауҙар буйынса ул тыуғас та үлә. Ҡайһы бер криминалистар һәм халыҡ араһындағы имеш-мимештәр ул аҙаҡ Каспар Хаузер булараҡ билдәле була тип раҫлай. Ете йылдан һуң Луиза Амелияның ике туған һеңлеләре Жозефина һәм Мария тыуа, шула уҡ ир туғаны Александр донъяға килә. Абсолют һау-сәләмәт малай бер йылдан һуң сәйер шарттарҙа үлеп ҡала.
1830 йылдың 9 ноябрендә 19 йәшлек Луиза Амелия үҙенең ике туған ағаһы швед кронпринцы 31 йәшлек Густавҡа кейәүгә сыға. Ул ҡолатылған король Густав IV Адольфтың улы була. Швеция риксдагы 1809 йылда уның вариҫтарына тәхеткә булған бөтә хоҡуҡтарҙан мәхрүм иткәйне, шуға күрә Густав принц Ваза титулын йөрөтә (хәйер, ҡайһы берәүҙәр уны потенциаль тәхет вариҫы итеп ҡарай).
Парҙар Веналағы Шёнбрунн һарайында йәшәй. Луиза һәм Густавтың ике балаһы тыуа. Берҙән-бер улдары тыуғас та үлә.
- Людвиг (3-17 февраль, 1832) — принц Ваза, сабый сағында вафат була.
- Карола (1833—1907) — принцесса Ваза, ире Саксония короле Альберт, балалары булмай.
Никах сәйәси мотивтар буйынса ҡорола һәм бәхетһеҙ булып сыға. 1844 йылда айырылышыу тураһында иғлан ителә.
Луиза Амелия Карлсруэла 1854 йылдың 19 июлендә, ҡыҙының Альберт Саксонский менән нкахлашыуынан бер йыл үткәс, вафат була.
Шәжәрәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]8. Карл Фридрих Баденский | ||||||||||||||||
4. Карл Людвиг Баденский | ||||||||||||||||
9. Каролина Луиза Гессен-Дармштадтская | ||||||||||||||||
2. Карл (великий герцог Баденский) | ||||||||||||||||
10. Людвиг IX (ландграф Гессен-Дармштадтский) | ||||||||||||||||
5. Амалия Гессен-Дармштадтская | ||||||||||||||||
11. Генриетта Каролина Пфальц-Биркенфельдская | ||||||||||||||||
1. Луиза Амелия Баденская | ||||||||||||||||
12. Клод де Богарне (1717-1784) | ||||||||||||||||
6. Клод де Богарне (1756-1819) | ||||||||||||||||
13. Фанни де Богарне | ||||||||||||||||
3. Стефания де Богарне | ||||||||||||||||
14. Клод де Лизе-Марнезия | ||||||||||||||||
7. Клодин Франсуаза Адрианна Габриэль де Лизе-Марнезия | ||||||||||||||||
15. Мария-Клодина де Вобекур | ||||||||||||||||
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Baden, Prinzessin Luise // https://data.cerl.org/thesaurus/cnp01223388 (ингл.) — Consortium of European Research Libraries.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Lundy D. R. Luise Amelie Stephanie Prinzessin von Baden // The Peerage (ингл.)
- ↑ 3,0 3,1 Louise Amelie Stephanie von Wasa // https://data.cerl.org/thesaurus/cnp01223388 (ингл.) — Consortium of European Research Libraries.
- ↑ https://www.mza.cz/actapublica/matrika/detail/8291?image=216000010-000253-003381-000000-017582-000000-AP-B11281-00100.jp2
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Луиза Амелия Баденскаяс (инг.)
- Ольденбурги 2015 йыл 19 апрель архивланған. (инг.)