Лукашевич Татьяна Николаевна
Лукашевич Татьяна Николаевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 21 ноябрь 1905[1] |
Тыуған урыны | Днепр, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 2 март 1972[1] (66 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Востряково зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | кинорежиссёр, сценарий яҙыусы |
Эш урыны |
Мосфильм[d] Центрнаучфильм[d] |
Уҡыу йорто | С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты |
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы | 1964 |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Лукашевич Татьяна Николаевна (21 ноябрь 1905 йыл, Екатеринослав — 2 март 1972 йыл, Мәскәү) — СССР кинорежиссёры, сценарист.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1927 йылда Дәүләт кинематография техникумының (буласаҡ ВГИК) режиссёр факультетын тамамлай. А. Ходатаевтың «Одна из многих» һәм Борис Барнеттың «Москва в Октябре» картиналарында режиссёр ассистенты булып эшләй[2]. 1928 йылда тәү башлап «Война империалистической войне» фәнни-популяр фильмының режиссёры булараҡ сығыш яһай[3]. 1929 йылда «Межрабпомфильм» киностудияһында үҙ сценарийы буйынса «Преступление Ивана Караваева» нәфис фильмын ҡуя. 1932 йылдан — «Мосфильм» киностудияһы режиссёры.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Татьяна Лукашевич «Воентехфильм» студияһында эшләй, унда бер нисә документаль һәм фәнни-популяр фильм ҡуя. «Суд чести» һәм «Заговор обречённых» картиналары өҫтөндә эшләгәндә икенсе режиссёр булараҡ ҡатнаша.
Әммә уға үҙ аллы ҡуйған нәфис фильмдары һәм фильм-спектаклдәре: «Подкидыш», «Свадьба с приданым», «Аттестат зрелости», «Слепой музыкант» һәм башҡалар дан килтерә. Уның таҫмаларының күбеһе балаларға йәки үҫмерҙәргә, оло тормошҡа аяҡ баҫыусыларға бағышлана.
1972 йылда 67-се йәшендә вафат була, Мәскәүҙә Востряковский зыяратында ерләнгән[4].
Фильмдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нәфис
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Преступление Ивана Караваева» (1929);
- «Весенние дни» (1934, совм. с Рубеном Симоновым);
- «Гаврош» (1937);
- «Подкидыш» (1939);
- «Учитель танцев» (1952);
- «Анна Каренина» (1953);
- «Свадьба с приданым» (1953, совм. с Борисом Равенских);
- «Аттестат зрелости» (1954);
- «Крылья» (1956);
- «Они встретились в пути» (1957);
- «Заре навстречу» (1959);
- «Слепой музыкант» (1960);
- «Ход конём» (1962);
- «Остров Колдун» (1964).
Документаль һәм фәнни-популяр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Война империалистической войне» (1928);
- «Уход за больными»;
- «Советская Чувашия».
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (7 март 1960 йыл) — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнөң 50 йыллығы уңайынан һәм Советтар Союзы ҡатын-ҡыҙҙарының коммунистик төҙөлөштә әүҙем ҡатнашҡанлығын билдәләп, һәм уларҙың йәш быуынды тәрбиәләү буйынса Совет дәүләте алдындағы хеҙмәттәре, хеҙмәттә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне һәм емешле йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн[5]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Taťjana Lukaševič // ČSFD (чеш.) — 2001.
- ↑ М. Павлова. 20 режиссёрских биографий / сост. Р. Д. Черненко. — М.: Искусство, 1978. — 408 с.
- ↑ Кино: Энциклопедический словарь / Гл. ред. С. И. Юткевич. — М.: Советская энциклопедия, 1987. — С. 243. — 640 с.
- ↑ Лукашевич Татьяна Николаевна (1905-1972) . Могилы знаменитостей.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 7 марта 1960 года «О награждении орденами и медалями СССР женщин-передовиков промышленности и сельского хозяйства, деятелей науки и культуры, работников партийных, советских, профсоюзных, комсомольских и других организаций СССР»
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 21 ноябрҙә тыуғандар
- 1905 йылда тыуғандар
- Екатеринослав губернаһында тыуғандар
- 2 мартта вафат булғандар
- 1972 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Востряково зыяратында ерләнгәндәр
- С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институтын тамамлаусылар
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Рәсәй сценаристары
- СССР сценаристары
- Алфавит буйынса сценаристар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Рәсәй кинорежиссёрҙары
- СССР кинорежиссёрҙары
- Алфавит буйынса кинорежиссёрҙар