Эстәлеккә күсергә

Лукомский Илья Генрихович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лукомский Илья Генрихович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 14 июнь 1893({{padleft:1893|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Варшава, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 16 декабрь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (65 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө стоматолог, dental person
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре

Лукомский Илья Генрихович (18931958) — СССР ғалимы һәм педагогы, хирург һәм стоматолог, медицина фәндәре докторы (1935), профессор (1927). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1947).

Илья Генрихович Лукомский 1893 йылдың 14 июнендә Варшавала тыуған.

1914 йылда Рус император армияһы сафына саҡырыла , Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. 1917 йылдан 1922 йылға тиклем Мәскәү университетының медицина факультетында уҡый, билдәле хирург П.А.Герцендың уҡыусыһы.

1922 йылдан алып 1930 йылға тиклем Мәскәү дәүләт университетының медицина факультетында фәнни-педагогик эш менән шөғөлләнә, пропедектив хирургия кафедраһы ординаторы һәм ассистенты, ә 1926 йылдан 1930 йылға тиклем — одонтологик клиника менән яңаҡ һәм ауыҙ ҡыуышлығы хирургияһы кафедраһының мөдире һәм профессоры.

Мәскәү университетында педагогик эшмәкәрлек менән бер үк ваҡытта , 1952 йылдан 1926 йылға тиклем Беренсе Мәскәү дәүләт медицина институты стоматология кафедраһы профессоры һәм мөдире вазифаһында эшләй[1][2][3][4].

Ғилми-педагогик эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

И.Г. Лукомскийҙың төп ғилми-педагогик эшмәкәрлеге хирургия һәм стоматология, шул иҫәптән яңаҡ-йөҙ өлкәһе йәрәхәттәре, туберкулезы һәм ауыҙ ҡыуышлығының лайлалы тиресәһе һәм ауыҙ ҡыуышлығы сепсисы ауырыуҙары мәсьәләләре менән бәйле. И.Г. Лукомский етәкселеге аҫтында дөйөм һәм урында фторлы натрий ҡулланыу юлы менән теш кариесын иҫкәртеү ысулы эшләнгән. И. Г. Лукомский СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Техник совет ағзаһы булып тора., 1924 йылдан — Идара ағзаһы, ә 1939 йылдан — Мәскәү стоматология йәмғиәте рәйесе. Ул шулай уҡ Париж теш табиптары йәмғиәтенең почетлы ағзаһы булып тора (Франция) һәм Халыҡ-ара теш табиптары академияһы ағзаһы була (АҠШ).

1935 йылда медицина фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай, 1927 йылда уға ғилми профессор исеме бирелә. И. Г. Лукомский етәкселеге аҫтында йөҙ ҙә етмеш өс ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән алты монография һәм ике дәреслек яҙыла. Уның етәкселегендә өс докторлыҡ һәм егерме ике кандидатлыҡ диссертация әҙерләнә. 1940 йылдан И.Г.Лукомский «Стоматология» фәнни-медицина журналының яуаплы мөхәррире була. Ул Ҙур медицина энциклопедияһының беренсе һәм икенсе баҫмаһының «Стоматология» мөхәрририәте бүлегендә мөхәррир була[1][2][3][4].

И.Г. Лукомский 1958 йылдың 16 декабрендә Мәскәүҙә вафат була.

  • Пути одонтологической мысли / Проф. И. Г. Лукомский. — Москва : ЦК Медсантруд, 1927. (тип. изд-ва «Правда» и «Беднота»).
  • Ротовой сепсис / Проф. И. Г. Лукомский. — Москва : ЦК Медсантруд, 1928. — (тип. «Правда»).
  • Уход за больными, его организация и проведение младшим медицинским персоналом : Пособие для проходящих производственную практику / И. Г. Лукомский. — Москва ; Ленинград : Гос. мед. изд-во, 1931. — 114 с.
  • Фтор в медицине. — Москва ; Ленинград : Медгиз, 1940 (Москва). — 92 с
  • Уход за зубами / проф. И. Г. Лукомский. — Москва ; Ленинград : Медгиз, 1940. — 24 с.
  • Болезни зубов и полости рта / И. Г. Лукомский, проф. — Москва : Медгиз, 1948 (Образцовая тип.). — 196 с.
  • Кариес зуба / И. Г. Лукомский, проф. — Москва : Медгиз, 1948 (тип. «Кр. пролетарий»). — 236 с[5]
  1. 1,0 1,1 Большая медицинская энциклопедия / гл. ред. Б. В. Петровский. — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1986. — Т. 10. — 576 с.
  2. 2,0 2,1 Лукомский, Илья Генрихович. Дата обращения: 20 сентябрь 2020.
  3. 3,0 3,1 Илья Генрихович Лукомский / Стоматология // 1958. — № 6 — С.74
  4. 4,0 4,1 Лукомский, Илья Генрихович. Дата обращения: 20 сентябрь 2020.
  5. Лукомский, Илья Генрихович. Дата обращения: 20 сентябрь 2020.