Радченко Людмила Владимировна
Людмила Радченко | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
СССР, Омск өлкәһе Омск ҡалаһы |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
топ-модель, актёр |
Тормош иптәше | |
Сайт | |
Радченко Людмила Владимировна Викимилектә | |
Радченко Людмила Владимировна (11 ноябрь 1978 йыл) — Рәсәй моделе, Италия телевидениеһы тапшырыуҙарын алып барыусы, актёр һәм рәссам.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Людмила Владимировна Радченко 1978 йылдың 11 ноябрендә Омск ҡалаһында тыуған. 1996 йылда Омск гүзәллек һәм мода бәйгеһендә «Современный образ» вице-мисы титулын яулай. Шулай уҡ ул тамашасылар симпатияһы призына лайыҡлы табыла.
Һуңғараҡ ул «Мисс Россия» конкурсында Омск вәкиле булараҡ ҡатнаша. Конкурстан һуң Людмила Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта телетапшырыуҙарҙа ҡатнаша.
2000 йылда ул Италияға китә һәм тапшырыуҙар алып барыусы буларак Паппериссима телеканалында эш башлай. 2003 йылда ул Антенна 3 телеканалында «Spicy Tg» тапшырыуында ҡатнаша.
2005 йылда la Talpa реалити-шоуында ҡатнаша, ярымфиналға тиклем барып етә.
2006 йылдың йәйендә Людмила Майамиҙа уҙған һәм Италия 1 телеканалында күрһәтелгән кинотөшөрөүҙәрҙә баш ролде башҡара. Киләһе йылда ул Мелодиялар һәм баш эйәүселәр тапшырыуында ҡатнаша. Һуңыраҡ ул Sky Vivo реалити-шоуындағы конкурста ҡатнаша.
La Talpa’дан һуң Людмила рәсем сәнғәте менән шөгөлләнә, ҡайһы бер эштәрен Миланда күрһәтә. Үҙен сәнғәткә бағышларға ҡарар итә.
2008 йылда Людмила A Light Of Passion фильмында төшә.
Нью-Йоркта рәсем сәнғәте өлкәһендә белем алғандан һуң ул үҙенең хеҙмәттәрен төрлө күргәҙмәләрҙә һәм галереяларҙа күрһәтә. 2010 йылда ул «Һыйырҙар Парады 2010» халыҡ-ара күргәҙмәһе өсөн бик ҙур һыйыр рәсеме яһай.
Шулай уҡ ул үҙ эштәрен Миландагы арт-триеналеда күрһәтә. Луччала заманса сәнғәт Музейында үҙ күргәҙмәһен ойоштора.
2011 йылдың февралендә Милан провинцияһы Донъя мәҙәниәте йортонда Людмилаға күргәҙмәһен ойошоторорға тәҡдим итә. 2011 йылдың майында Нью-Йорк галереяһы Ludmilla’ты ризыҡ сәнғәте фестивалендә күрһәтә, шулай уҡ уның хеҙмәттәре Сохода, Crown Fine Art галереяһында күрһәтелә.
Телекарьера
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- La sai l’ultima? (2001)
- Passaparola (programma televisivo) (2001—2002)
- Spicy Tg (2003)
- La talpa (reality show) (2005)
- On the Road (programma televisivo) (2006)
- Tuning and Fanatics (2007)
- Reality Game (2007)
- Modeland (2008)
Фильмография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Il viaggio (2005)
- R.I.S. Delitti imperfetti (2006)
- A Light of Passion (2006)
- Scaccomatto (2008)
- L’ispettore Coliandro: Sesso e segreti (2009)
- Un posto al sole d’estate (2009)
- Ganja Fiction (2010)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсми сайт (инг.)
- Людмила Радченко модель агентлыҡтары каталогында (инг.)