Эстәлеккә күсергә

Радченко Людмила Владимировна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Людмила Радченко
Тыуған көнө

11 ноябрь 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (46 йәш)

Тыуған урыны

СССР, Омск өлкәһе Омск ҡалаһы

Гражданлығы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

топ-модель, актёр

Тормош иптәше

Matteo Viviani[d]

Сайт

ludmillapopart.it

 Радченко Людмила Владимировна Викимилектә

Радченко Людмила Владимировна (11 ноябрь 1978 йыл) — Рәсәй моделе, Италия телевидениеһы тапшырыуҙарын алып барыусы, актёр һәм рәссам.

Людмила Владимировна Радченко 1978 йылдың 11 ноябрендә Омск ҡалаһында тыуған. 1996 йылда Омск гүзәллек һәм мода бәйгеһендә «Современный образ» вице-мисы титулын яулай. Шулай уҡ ул тамашасылар симпатияһы призына лайыҡлы табыла.

Һуңғараҡ ул «Мисс Россия» конкурсында Омск вәкиле булараҡ ҡатнаша. Конкурстан һуң Людмила Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта телетапшырыуҙарҙа ҡатнаша.

2000 йылда ул Италияға китә һәм тапшырыуҙар алып барыусы буларак Паппериссима телеканалында эш башлай. 2003 йылда ул Антенна 3 телеканалында «Spicy Tg» тапшырыуында ҡатнаша.

2005 йылда la Talpa реалити-шоуында ҡатнаша, ярымфиналға тиклем барып етә.

2006 йылдың йәйендә Людмила Майамиҙа уҙған һәм Италия 1 телеканалында күрһәтелгән кинотөшөрөүҙәрҙә баш ролде башҡара. Киләһе йылда ул Мелодиялар һәм баш эйәүселәр тапшырыуында ҡатнаша. Һуңыраҡ ул Sky Vivo реалити-шоуындағы конкурста ҡатнаша.

La Talpa’дан һуң Людмила рәсем сәнғәте менән шөгөлләнә, ҡайһы бер эштәрен Миланда күрһәтә. Үҙен сәнғәткә бағышларға ҡарар итә.

2008 йылда Людмила A Light Of Passion фильмында төшә.

Нью-Йоркта рәсем сәнғәте өлкәһендә белем алғандан һуң ул үҙенең хеҙмәттәрен төрлө күргәҙмәләрҙә һәм галереяларҙа күрһәтә. 2010 йылда ул «Һыйырҙар Парады 2010» халыҡ-ара күргәҙмәһе өсөн бик ҙур һыйыр рәсеме яһай.

Шулай уҡ ул үҙ эштәрен Миландагы арт-триеналеда күрһәтә. Луччала заманса сәнғәт Музейында үҙ күргәҙмәһен ойоштора.

2011 йылдың февралендә Милан провинцияһы Донъя мәҙәниәте йортонда Людмилаға күргәҙмәһен ойошоторорға тәҡдим итә. 2011 йылдың майында Нью-Йорк галереяһы Ludmilla’ты ризыҡ сәнғәте фестивалендә күрһәтә, шулай уҡ уның хеҙмәттәре Сохода, Crown Fine Art галереяһында күрһәтелә.

  • La sai l’ultima? (2001)
  • Passaparola (programma televisivo) (20012002)
  • Spicy Tg (2003)
  • La talpa (reality show) (2005)
  • On the Road (programma televisivo) (2006)
  • Tuning and Fanatics (2007)
  • Reality Game (2007)
  • Modeland (2008)
  • Il viaggio (2005)
  • R.I.S. Delitti imperfetti (2006)
  • A Light of Passion (2006)
  • Scaccomatto (2008)
  • L’ispettore Coliandro: Sesso e segreti (2009)
  • Un posto al sole d’estate (2009)
  • Ganja Fiction (2010)