Эстәлеккә күсергә

Заһиҙуллина Люциә Нурый ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Люция Загидуллина битенән йүнәлтелде)
Люциә Нурый ҡыҙы Заһиҙуллина
Тыуған көнө

22 август 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (81 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Маҡар районы Ишәй ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

тотононлған һыуҙы биохимик таҙартыу һәм сәнәғәт ҡалдыҡтарын утилләштереү, ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу

Эшләгән урыны

Өфө ҡалаһы Нефттең химик механикаһы үҙәге

Альма-матер

Башҡорт дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

техник фәндәр докторы (2002)

Заһиҙуллина Люциә Нурый ҡыҙы (22 август 1943 йыл) — СССР һәм Рәсәй биотехнологы, уйлап табыусы. Техник фәндәре докторы (2002).

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы Нефттең химик механика үҙәгендә төп ғилми хеҙмәткәр. Фәнни тикшеренеүҙәре тотононолған һыуҙы биохимик таҙартыу һәм сәнәғәт ҡалдыҡтарын утилләштереү, ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу мәсьәләләренә арналған. Уның етәкселегендә таҙартҡыс ҡоролмалар һәм әүҙем өҫтәлмәләр нигеҙендә ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу технологиялары эшләнә. Люциә Нури ҡыҙы 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 25 уйлап табыу авторы.

Люциә Нурый ҡыҙы Заһиҙуллина 1943 йылдың 22 авгусында Маҡар районы (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы) Ишәй ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас,[1], Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. 1966 йылда юғары һөнәри белем алғандан һуң Йылайыр районының Юлдыбай урта мәктәбендә эшләй.

1968 йылдан 1971 йылға ҡәҙәр БАССР Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Бәлиғ булмағандар өсөн 2-се һанлы хеҙмәт колонияһында эшләй. 1976 йылдан Дәүләт Фәнни тикшеренеү институты хлорпроектының Стәрлетамаҡ филиалында сектор мөдире, һуңғараҡ лаборатория мөдире була.

1987 йылда Фәнни тикшеренеү институтында — лаборатория мөдире, ә 1992 йылдан баш ғилми хеҙмәткәр вазифаларын биләй; 2003 йылдан 2005 йылға тиклем Өфө ҡалаһы Нефттең химик механикаһы үҙәгендә хеҙмәт юлын дауам итә.

Ағайҙары — Раис. Заһиҙуллин Салауат Нурый улы. Заһиҙуллин Долорес Нурый улы.

Башҡорт энциклопедияһы: «Уның ҡулы аҫтында таҙартҡыс ҡоролмалар һәм әүҙем өҫтәлмәләр нигеҙендә ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу технологиялары эшләнә»[2].

«Нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү, шул иҫәптән, нефть биреүсәнлеген арттырыусы ысулдар ҡулланыу (МУН) мәсьәләләрен хәл итеүгә Л. Н. Заһиҙуллина ише күренекле ғалимдарҙан һәм производствола эшләүселәрҙән торған ҙур төркөм хәтһеҙ өлөш индерҙе» (Солтанов Шамил Хәниф улы. Ауыр табыулы нефть запастары ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙе көйләүҙең геотехнологик нигеҙҙәре: … техник фәндәр докторы диссертацияһы: 25.00.17 / Солтанов Шамил Хәниф улы; [Диссертацияны яҡлау урыны: ГОУВПО «Өфө дәүләт нефть техник университеты»].- Өфө, 2009.- 249. с.: ил. РГБ О, 10-5 71/265)

Чжан Хуэйиндың «Биокомплекс тәьҫире ҡулланыу юлы менән, батҡаҡлы нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм уларҙың нәтижәлелеген арттырыу: Москудьин ерҙәре миҫалында»: техник фәндәр кандидаты диссертацияһы … : 25.00.17. — Өфө, 2002.- 151. с.: ил. РГБ О, 03-5 61/528-9[3]. Ул Люциә Нурый ҡыҙы Заһиҙуллинаның 15 хеҙмәтен телгә ала.

  • Андреев, В. Е. Структура запасов и перспективы увеличения нефтеотдачи месторождений Дюртюлинской группы с применением микробиологических методов / В. Е. Андреев, Ю. А. Котенев, Л. Н. Загидуллина, И. М. Назмиев, Ш. Х. Султанов // Матер. 3-й Междунар. конф. по химии нефти.— Томск, 1997.— С. 32-34.
  • Хатмуллин, Ф. Х. Геолого-технологические особенности разработки нефтяных месторождений северо-запада Башкортостана / Ф. Х. Хатмуллин, И. М. Назмиев, В. Е. Андреев, Ю. А. Котенев, Л. Н. Загидуллина, Ш. Х. Султанов. — М.: ВНИИОЭНГ, 1999.— 284 с.
  • Султанов, Ш. Х. Критериальный анализ применимости биотехнологий в условиях месторождений с трудноизвлекаемыми запасами / Ш. Х. Султанов, В. Е. Андреев, Ю. А. Котенев, И. М. Назмиев, Л. Н. Загидуллина // Матер. науч.-практ. конф. «Добыча, подготовка и транспорт нефти». — Томск, 1999. — С.78-79.
  • Хатмуллин Ф. Х., Назмиев И. М., Андреев В. Е., Котенев Ю. А. Загидуллина Л. Н., Султанов Ш. Х. Геолого-технологические особенности разработки нефтяных месторождений северо-запада Башкортостана. М.: ВНИИОЭНГ, 1999.-230 с.
  • Биогеотехнологические методы нефтеотдачи пластов : Учеб. пособие В. Е. Андреев, Ю. А. Котенев, Л. Н. Загидуллина; Уфим. государственный нефтяной техн. университет. Уфа Уфим. гос. нефтяной техн. ун-т 2000.137 с. 20 см
  • Андреев В. Е., Котенев Ю. А., Загидуллина Л. Н. // Биогеотехнологические методы увеличения нефтеотдачи пластов.// Уфа.: Изд-во УГНТУ, 2000. −137 с.

Бөтәһе 107 баҫма мәҡәлә, шул иҫәптән, түбәндәге монографиялар:

  • Загидуллина Люция Нуриевна. Создание, разработка и внедрение ресурсосберегающих биотехнологий повышения эффективности нефтеизвлечения : диссертация … доктора технических наук : 25.00.17.- Уфа, 2002.- 327 с.: ил. РГБ ОД, 71 03-5/144-4
  • Биогеотехнологические методы увеличения нефтеотдачи пластов [Текст] : учеб. пособие / В. Е. Андреев, Ю. А. Котенев, Л . Н . Загидуллина . — Уфа : [б. и.], 2000. — 137 с. : ил. — 300 экз. — Б. ц. В надзаг.:Уфимск. гос. нефтяной техн. ун-т. Библиогр.: с.130-135
  • Состав для закачки в нефтяной пласт. пат. СССР 1828161
  • Пат. 2168616 Россия. МПК7Е21.В 43/22. /Хайрединов Н. Ш. Загидуллина Л.H. Котенев Ю. А. Андреев В. Е. и др // Способ повышения нефтеотдачи пластов.// № 1. 2000// 5831/03. Заявление 16.06.2000.
  • Пат. 2150580 Россия. МПК7Е21.В. 43/22. / Гафуров О. Г. Загидуллина J1.H. и др. // Способ разработки нефтяного месторождения./ № 99105286/13. Заявление 11.03.1999.
  • 2144981. Россия. МПК6Е21.В. 43/28 // Загидуллиа Л. Н. Андреев А. Е. и др. / № 97100699/03. Заявление 17.01.1997. Загидуллина Л. Н. // Экологически чистый биореагент для увеличения нефтеотдачи пластов.//10 Всерос. Конф. по хим. реактивам. РЕАКТИВ-97. Тез. докл. Уфа. −1997.- с 137.
  • Пат. 1755615 РФ. Состав для вытеснения нефти // Загидуллина Л. Н. и др.-1994.
  • Пат. 1830987 РФ. Состав для вытеснения нефти из пласта // Загидуллина JI.H. и др. −1994.
  • Пат. 2047752 РФ. Состав для вытеснения нефти из пласта // Загидуллина Л. Н. и др. −1995
  • . Загидуллина Л. Н. и др. //Новые перспективы применения полимера ВПК-402. Там же. -М., 1997.
  • Леонов В. В., Загидуллина Л. Н. // О механизме повышения нефтеотдачи при микробиологическом воздействии на пласт // Нефтепромысловое дело. −1998. -№ 2. -С. 20-23.151
  • Леонов В.В и Загидуллина Л. Н. // О физико-химии микробных процессов в системах добычи нефти // Мат. конф. «Современные проблемы естествознания на стыках наук». -Уфа, 1998. -Т.2. -С. 1987—190.