Эстәлеккә күсергә

Ляля Чёрная

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ляля Чёрная
Надежда Сергеевна Киселёва
Файл:Хмелёва Надежда Сергеевна.jpg
Тыуған урыны:

Нальчик

Вафат урыны:

Мәскәү, СССР

Һөнәре:

актриса, йырсы , Ҡалып:Танцовщица

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы РСФСР
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Әүҙем йылдары:

1922—1979

Псевдоним:

Ляля Чёрная

Театр:

«Ромэн»

Наградалары:

РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы — 1960

Ляля Чёрная (ысын исеме Надежда Сергеевна Хмелева (ҡыҙ фамилияһы Киселева); 15 февраль 1909 йыл — 2 сентябрь 1982 йыл) совет театр һәм кино актрисаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1960), театры артисы, бейеүсе, сиған йырҙарын һәм романстарын башҡарыусы.

Мәскәүҙең Новодевичье зыяратында Ляля Чёрнаяның ҡәбере

1909 йылда Нальчик калаһында дворян Сергей Алексеевич Киселев һәм сиған ҡыҙы Мария Георгиевна Полякова ғаиләһендә тыуған. Л. Чернаяның әсәһе И. Лебедев исемендәге Стрельня сиған хоры йырсыһы һәм бейеүсеһе була.

13 йәшендә беренсе тапҡыр профессиональ сәхнәгә Поляков хорында бейеүсе сифатында сыға, унда «Ромэн» театры асылғанға тиклем эшләй. 1931 йылда нигеҙләнгән көндән алып 1972 йылға тиклем Ляля Чёрная «Ромэн» театрында эшләй. Театр спектаклдәрендә 35-тән ашыу роль уйнай, «Һуңғы табор» фильмында Альта ролен башҡара[1].

Эстрада бейеү манераһының формалашыуына ҙур йоғонто яһай.

Новодевичье зыяратында (2-се участка, 17-се рәт, 12-се ҡәбер) улы һәм ире Николай Хмелев янында ерләнгән.

Шәхси тормошон күренекле театр һәм кино актерҙары И. Ром-Лебедев[2], Михаил Яншин, Николай Хмелев[3][4] Евгений Весник[5] менән бәйләй.

Улы — Алексей Николаевич Хмелев (1943—2002).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (8 март 1960 йыл) — совет сәнғәте өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн[6]

Театрҙағы ролдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

А. Германдың «Тәгәрмәсле тормош» (Грина); А. Пушкиндың «Сиғандар» әҫәре буйынса (Земфира); Г. Лорканың «Ҡанлы туй» (Кәләш); Мериме новеллаһы буйынса И. Ром-Лебедевтың «Трианана Кармен» (Кармен); А. Афиногеновтың «Бөтәһе лә һинең хаҡта» (Люба); И. Ром-Лебедевтың «Сатырҙар ҡыҙы» (Инка); Н. Лесковтың «Грушенька» повесы буйынса (Грушенька); Кришан Чандрҙың романы буйынса Р. Тихомировтың «Лачи» (Роши) һәм башҡа спектаклдәрҙә ролдәр уйнай.

  • 1928 —Тере мәйет — сиған хоры бейеүсеһе
  • 1935 — Һуңғы табор — Альта
  • 1973 — Ялҡын — Андрейҙың әсәһе
  • 1975 — Хәлеүәнең тәме — сиған ҡыҙы
  • 1976 — Табор һауаға китә — ҡарт сиған ҡатыны
  • 1979 — Ярылған күк йөҙө — Микитична
  • 1982 — Мөхәббәткә ҡыҫҡаса ҡулланма — баҙарҙағы арбаусы

Сиған бейеүе

  1. А. Хмелёв «Ляля Чёрная». Статья к пластинке фирмы «Мелодия» 1985 г.
  2. И. И. Ром-Лебедев «От цыганского хора к театру „Ромэн“»
  3. Хмелёв Николай Павлович. Актёр. Дата обращения: 15 февраль 2010. Архивировано 7 ғинуар 2019 года.
  4. Киселёва Надежда (Ляля Чёрная). Птица в полете
  5. мемуары Е. Весника «Дарю, что помню»
  6. Указ Президиума Верховного Совета РСФСР от 8 марта 1960 года «О присвоении почетных званий РСФСР творческим работникам города Москвы». Дата обращения: 27 февраль 2018. Архивировано 27 февраль 2018 года.
  • И. И. Ром-Лебедев. От цыганского хора к театру «Ромэн». — Москва: Искусство, 1990.
  • Е. Весник. Дарю, что помню: Мемуары народного артиста. — Москва: Вагриус, 1993.