Эстәлеккә күсергә

Нартайлаҡов Мәжит Әхмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мажит Ахметович Нартайлаков битенән йүнәлтелде)
Нартайлаҡов Мәжит Әхмәт улы
Тыуған көнө

3 февраль 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (64 йәш)

Тыуған урыны

РСФСР, Ырымбур өлкәһе, Переволоцк районы, Ғәбдрәфиҡ ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

Абдоминаль хирургия, гепатология

Эшләгән урыны

Башҡорт дәүләт медицина университеты, Республика клиник больницаһы, Өфө ҡалаһы

Альма-матер

Башҡорт дәүләт медицина университеты

Ғилми дәрәжәһе

медицина фәндәре докторы

Ғилми исеме

профессор

Нартайлаҡов Мәжит Әхмәт улы (3 февраль 1960 йыл) — ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1995), профессор (1997), Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2006), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002) һәм һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы (2002). Башҡортостандың (1998) һәм Рәсәй Федерацияһының (2008) атҡаҙанған табибы. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2012).

Мәжит Әхмәт улы Нартайлаҡов Ырымбур өлкәһенең Переволоцк районы Ғәбдрәфиҡ ауылында тыуған. 1977 йылда БАССР-ҙың Саҡмағош районы Тәйнәш урта мәктәбен тамамлай. 1983 йылда — Башҡорт дәүләт медицина институтын, шунда уҡ хирургия буйынса клиник ординатураны (1983—1985) тамамлай. 1985—1987 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 6-сы клиник дауаханаһында хирург булып эшләй һәм ҡабул итеү бүлегенең мөдире була (хәҙер — БДМУ клиникаһы).

1987 йылдан БДМИ-ҙа (хәҙерге — БДМУ-ла) дөйөм хирургия: 1987 йылдан — ассистент, 1991йылдан — доцент, 1996 йылдан — профессор, 1997 йылдан — мөдир, бер үк ваҡытта 1994—1997 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығында баш хирург , 2011—2015 йылдарҙа БДМУ-ның — дауалау эштәре буйынса проректор. Республика хирургия гепотологияһы үҙәге етәксеһе (1995 йылдан), ҒТИ-ның яңы медицина технологиялары директоры (2015 й).

1989 йылда кандидатлыҡ (Ҡазан) һәм 1995 йылда докторлыҡ (Мәскәү) диссертацияларын яҡлай.

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хирургия гепатологияһы, абдоминаль хирургия, хирургик инфекциялар, трансплантология.

580-дән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән, 12 монография, 22 уйлап табыуға патент авторы. 8 доктор һәм 46 фән кандидаты әҙерләгән.

Киң танылған хеҙмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Бауыр эхинококкозы /Нартайлҡков М. Ә, Плечев В. В., Мушарапов Д. Р., Лоҡманова Г. И. — Өфө: НПО Башбиомед, 2006. — 104 б.
  • Бауыр һәм үт юлдары хирургияһы / М. Ә. Нартайлаҡов редакторлығында. —Дондағы Ростов.: Феникс, 2007. — 400 б.
  • Хирургияла биоплант /Минһажов Г. Г., Нартайлаҡов М. Ә., Ниғмәтуллин Р. А. — Өфө: РА Информреклама, 2008. — 528 .
  • Дөйөм хирургия / М. А. Нартайлаҡов редакторлығында. —Дондағы Ростов.: Феникс, 2006. — 256 б.
  • Йөклө ҡатындар һәм аппендицит: Уҡыу ҡулланмаһы /Кулавский В. А., Нартайлаҡов М. Ә., Кулавский Е. В. — Өфө: БДМУ, 2011. — 103 б.
  • В. Н. Павлов-М. Ә. Нартайлаҡов буйынса паренхиматозн ағзаларға йөй һалыу өсөн энә. № 136321 файҙалы моделгә 10.01.2014й. РФ патенты /Павлов В. Н., Нартайлаҡов М. Ә., Зинәтуллин Р. М., Ғизәтуллин Т. Р., Катаев В. А.
  • Үт юлының ятроген зарарланыу осрағында бауырҙан үтте эсәк аша сығарыу өсөн ваҡытлыса тышҡы шунтирование ысулы. № 2580753 файҙалы моделгә уйлап табыу өсөн 17.03.2016 й. РФ патенты /Пантелеев В. С., Нартайлаҡов М. Ә., Абдеев Р. Р.
  • Лекарь великого эмира. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — 232 с. ISBN 978-5-85051-639-0

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Башҡортостан Республикаһында иң яҡшы операция өсөн Алтын скальпель» (1996, 2005, 2013).
  • Башҡортостан Республикаһының маҡтау ҡағыҙы (1998).
  • Халыҡ-ара хирург-гепатологтар ассоциацияһының абруйлы ағзаһы (2010 г.)[1]
  • Салауат Юлаев ордены (2012).
  • Вәлитов О. Табип Нартайлаҡовтың рухи донъяһы // «Киске Өфө» гәзите, № 107, 04.06.2014.
  • Вәлитов О. Табиптың көсө — йөрәгендә. // «Ватандаш» журналы, № 2, 2014.
  • Нартайлаҡов М.Ә. Беҙ кемдәр — табиптармы әллә педагогтармы? //Медицина гәзите, № 13, 22.02.2012.
  • Нартайлаҡов М. Ә. Бөйөк Тамерландың шәхси дауалаусыһы (тарихи-әҙәби роман). — Өфө: Тихая пристань, 2011, 188 б.
  • Нартайлаҡов М.Ә. Бөйөк әмир дауалаусыһы (тарихи-әҙәби роман). — Өфө: Өфө полиграфкомбинаты, 2015, 233 б.