Нартайлаҡов Мәжит Әхмәт улы
Нартайлаҡов Мәжит Әхмәт улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
РСФСР, Ырымбур өлкәһе, Переволоцк районы, Ғәбдрәфиҡ ауылы |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
Абдоминаль хирургия, гепатология |
Эшләгән урыны |
Башҡорт дәүләт медицина университеты, Республика клиник больницаһы, Өфө ҡалаһы |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
медицина фәндәре докторы |
Ғилми исеме |
профессор |
Нартайлаҡов Мәжит Әхмәт улы (3 февраль 1960 йыл) — ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1995), профессор (1997), Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2006), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002) һәм һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы (2002). Башҡортостандың (1998) һәм Рәсәй Федерацияһының (2008) атҡаҙанған табибы. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2012).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәжит Әхмәт улы Нартайлаҡов Ырымбур өлкәһенең Переволоцк районы Ғәбдрәфиҡ ауылында тыуған. 1977 йылда БАССР-ҙың Саҡмағош районы Тәйнәш урта мәктәбен тамамлай. 1983 йылда — Башҡорт дәүләт медицина институтын, шунда уҡ хирургия буйынса клиник ординатураны (1983—1985) тамамлай. 1985—1987 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 6-сы клиник дауаханаһында хирург булып эшләй һәм ҡабул итеү бүлегенең мөдире була (хәҙер — БДМУ клиникаһы).
1987 йылдан БДМИ-ҙа (хәҙерге — БДМУ-ла) дөйөм хирургия: 1987 йылдан — ассистент, 1991йылдан — доцент, 1996 йылдан — профессор, 1997 йылдан — мөдир, бер үк ваҡытта 1994—1997 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығында баш хирург , 2011—2015 йылдарҙа БДМУ-ның — дауалау эштәре буйынса проректор. Республика хирургия гепотологияһы үҙәге етәксеһе (1995 йылдан), ҒТИ-ның яңы медицина технологиялары директоры (2015 й).
1989 йылда кандидатлыҡ (Ҡазан) һәм 1995 йылда докторлыҡ (Мәскәү) диссертацияларын яҡлай.
Ғилми эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хирургия гепатологияһы, абдоминаль хирургия, хирургик инфекциялар, трансплантология.
580-дән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән, 12 монография, 22 уйлап табыуға патент авторы. 8 доктор һәм 46 фән кандидаты әҙерләгән.
Киң танылған хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бауыр эхинококкозы /Нартайлҡков М. Ә, Плечев В. В., Мушарапов Д. Р., Лоҡманова Г. И. — Өфө: НПО Башбиомед, 2006. — 104 б.
- Бауыр һәм үт юлдары хирургияһы / М. Ә. Нартайлаҡов редакторлығында. —Дондағы Ростов.: Феникс, 2007. — 400 б.
- Хирургияла биоплант /Минһажов Г. Г., Нартайлаҡов М. Ә., Ниғмәтуллин Р. А. — Өфө: РА Информреклама, 2008. — 528 .
- Дөйөм хирургия / М. А. Нартайлаҡов редакторлығында. —Дондағы Ростов.: Феникс, 2006. — 256 б.
- Йөклө ҡатындар һәм аппендицит: Уҡыу ҡулланмаһы /Кулавский В. А., Нартайлаҡов М. Ә., Кулавский Е. В. — Өфө: БДМУ, 2011. — 103 б.
- В. Н. Павлов-М. Ә. Нартайлаҡов буйынса паренхиматозн ағзаларға йөй һалыу өсөн энә. № 136321 файҙалы моделгә 10.01.2014й. РФ патенты /Павлов В. Н., Нартайлаҡов М. Ә., Зинәтуллин Р. М., Ғизәтуллин Т. Р., Катаев В. А.
- Үт юлының ятроген зарарланыу осрағында бауырҙан үтте эсәк аша сығарыу өсөн ваҡытлыса тышҡы шунтирование ысулы. № 2580753 файҙалы моделгә уйлап табыу өсөн 17.03.2016 й. РФ патенты /Пантелеев В. С., Нартайлаҡов М. Ә., Абдеев Р. Р.
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лекарь великого эмира. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — 232 с. ISBN 978-5-85051-639-0
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Башҡортостан Республикаһында иң яҡшы операция өсөн Алтын скальпель» (1996, 2005, 2013).
- Башҡортостан Республикаһының маҡтау ҡағыҙы (1998).
- Халыҡ-ара хирург-гепатологтар ассоциацияһының абруйлы ағзаһы (2010 г.)[1]
- Салауат Юлаев ордены (2012).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ БДБ илдәренең гепатопанкреатобилиар хирургтар ассоциацияһы 2016 йыл 29 июль архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вәлитов О. Табип Нартайлаҡовтың рухи донъяһы // «Киске Өфө» гәзите, № 107, 04.06.2014.
- Вәлитов О. Табиптың көсө — йөрәгендә. // «Ватандаш» журналы, № 2, 2014.
- Нартайлаҡов М.Ә. Беҙ кемдәр — табиптармы әллә педагогтармы? //Медицина гәзите, № 13, 22.02.2012.
- Нартайлаҡов М. Ә. Бөйөк Тамерландың шәхси дауалаусыһы (тарихи-әҙәби роман). — Өфө: Тихая пристань, 2011, 188 б.
- Нартайлаҡов М.Ә. Бөйөк әмир дауалаусыһы (тарихи-әҙәби роман). — Өфө: Өфө полиграфкомбинаты, 2015, 233 б.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нартайлаҡов Мәжит Әхмәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 30 ғинуар 2021)
- Нартайлаҡов Мәжит Әхмәт улы «Башҡортостан Республикаһында кемдең кем булыуы» сайтында;
- Нартайлаҡов Мәжит Әхмәт улы 2016 йыл 6 декабрь архивланған. «Ырымбур Башҡорттары» сайты;
- Нартайлаҡов Мәжит Әхмәт улы Рәсәй хирургтары йәмғиәте сайтында;
- Нартайлаҡов Мәжит Әхмәт улы 2017 йыл 6 июнь архивланған. Башҡорт дәүләт медуниверситеты сайтында;
- «Аҡ халатлы кешеләр. Табип Нартайлаҡовтың рухи донъяһы» «Киске Өфө» гәзите сайтында;
- «Табиптың көсө — йөрәгендә» 2021 йыл 21 ғинуар архивланған. «Ватандаш» журналы сайтында;
- «Нартайлаҡов Мәжит Әхмәт улы (50 йәше уңайынан)» «КИБЕРЛЕНИНКА» ғилми электрон китапхана сайтында
- 3 февралдә тыуғандар
- 1960 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Переволоцк районында тыуғандар
- Медицина фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаусылар
- Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусылары
- Рәсәй хирургтары
- Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Башҡортостандың атҡаҙанған табиптары
- Салауат Юлаев ордены кавалерҙары