Майтамыр (дарыу үләне)
Майтамыр, Этҡолаҡ (лат. Sýmphytum, рус. окопник) — бөтә Европа илдәре буйлап, Көнбайыш Азиянан Британ утрауҙарына тиклем таралған күп йыллыҡ үлән үҫемлектәре ырыуы. Дымлы уңдырышлы тупраҡта, йыш ҡына йылға, инештәр ярҙарында үҫә. Метрҙан артыҡ бейеклеккә етә.
Ботаник тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тамыр системаһы эре йыуан тамырлы, күп һанлы айырымланған тармаҡлы. Тамырҙары тыштан ҡарағусҡыл, эсендә - аҡ, һутлы, майланып тора.
Һабағы тура, йыуан, ботаҡтар менән тармаҡланған, йөнтәҫ.
Япрағы оҙонса, эре, сиратлы, өҫкә табан ослая бара, аҫ яғы ҡытыршы төк менән ҡапланған.
Сәскәләре ҡыңғырау һымаҡ, һабаҡтың өҫ яғында урынлашҡан; ҡыҙыл, күксин йәки миләүшә төҫөндә, яйлап зәңгәр йәки аҡһыл көрән төҫкә инә бара. Сәс атҡан осоро май — июль.
Ҡулланыу тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Боронғо грек ботанигы Теофраст майтамыр тураһында телгә алған булған.
Әбүғәлисина «Табиплыҡ фәне ҡануны» (Kanun fi’l Tibb, 1020 йыл) китабында майтамырҙың үҙенсәлектәрен һүрәтләгән.
Рәсәй ҡалалары дарыуханаларында теркәлгән майтамыр препараттары — Е витаминлы «Майтамыр майы» һәм һәм «Тәнгә һөртә торған майтамыр бәлзәме» һатыла.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Окопник // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Кузнецов Н. И. Symphytum asperum Lepech. в Европейской России // Известия Императорской Академии наук. — СПБ., 1912. — С. 957—969. (с картой распространения Symphytum asperum Lepech.)
- Окопник, живокость // Николай — Олонки. — М. : Советская энциклопедия, 1954. — С. 605. — (Большая советская энциклопедия : [в 51 т.]; vol. 1949—1958, вып. 30).