Эстәлеккә күсергә

Макаров Артём Валентинович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Макаров Артём Валентинович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1977
Тыуған урыны Өфө, СССР
Һөнәр төрө пианист
Биләгән вазифаһы дирижёр[d]
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Урта махсус музыка колледжы
Әүҙемлек урыны Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры
Музыка ҡоралы фортепиано
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Золотая маска

Макаров Артем Валентинович (1977 йыл) — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш дирижеры (2011)[1].

Артем Валентинович Макаров[2] 1977 йылда Өфөлә тыуған.

Артем Макаров Өфө дәүләт сәнғәт институты эргәһендәге Урта махсус музыка колледжын (кларнет класы) тамалағандан һуң Өфө дәүләт сәнғәт институтына «фортепьяно» һөнәре (класс проф. Л. И. Алексеева) буйынса уҡырға инә һәм уны 2000 йылда тамамлай[1].

Өфө дәүләт сәнғәт институтының ассисентураһына «опера-симфоник дирижерлыҡ» темаһы буйынса уҡырға инә (Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ артисы һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре В. И. Платонов һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре проф. Р. Р. Людмилин класы)[3] һәм уны 2003 йылда тамамлай.

1997 йылдан алып Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында концертмейстер булып хеҙмәт итә[1].

2002 йылдан алып — БДОБТ-ның дирижеры.

Башҡортостан халыҡ артистары А. Абдразаков, Х. Ижболдин һәм башҡалар менән берлектә концерт программаларында сығыш яһай.

2003 йылдан алып бер үк ваҡытта Төркиәлә Анкара дәүләт операһында (Ankara Opera House) — опера труппаһы коррепетиторы булып, Истанбул дәүләт операһында — «Травиата» (Дж. Верди), «Дон Паскуале» (Г. Доницетти) операларында дирижер булып, Эскишехир ҡалаһындағы консерваторияла (Төркиә) уҡытыусы булып эшләй. Төркиәлә Артем Макаров ике йыл тирәһе шәхси вокал дәрестәрен ала[3].

2011 йылдың июненән Макаров Артем Валентинович — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш дирижеры.

Опера һәм симфоник музыкаһы әҫәрҙәре менән дирижерлыҡ итә, шул иҫәптән,Дж. Верди опералары «Макбет», «Травиата», «Трубадур», «Аида»; Ж. Бизе операһы «Кармен»;, «Барыһы ла шулай эшләй» («Все так поступают»), В. А. Моцарт опералары «Сералдән урлау» («Похищение из Сераля»), «Идоменей»; Г. Доницетти операһы «Дон Паскуале»; П. Масканьи операһы «Сельская честь» ; Р. Леонкавалло операһы «Паяцы»; с. Низаметдинов операһы «Memento»; И. Штраус опереттаһы «Ярғанат» («Летучая мышь»); А. Адан балеты «Жизель»; П Гертель опереттаһы «Файҙаһыҙ һаҡлыҡ» («Тщетная предосторожность»)[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Алтын битлек» премияһы — «Геракл» операһы өсөн («Музыкаль театры жюрийының махсус премияһы» номинацияһында)[4]

Сайт БГТОБ, Персоналии

Рампа. Артём Макаров: «У меня образование уфимское, и тем горжусь»

За пультом. Фотография.