Эстәлеккә күсергә

Макаров Пётр Осипович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Макаров Пётр Осипович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 18 октябрь 1905({{padleft:1905|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Смоленск өлкәһе
Лиепая[d], Гробинский уезд[d], Курляндия губернаһы[d], Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 1967
Вафат булған урыны Гурзуф[d], Ялтинский городской совет[d], Ҡырым өлкәһе[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө биолог
Эшмәкәрлек төрө биология, цитология[d] һәм физиология[1]
Эш урыны Санкт-Петербург дәүләт университеты[2]
И. И. Мечников исемендәге Санкт-Петербург дәүләт медицина академияһы
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d] (1939)
Әүҙемлек урыны Санкт-Петербург[1]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Петр Осипович Макаров (шулай уҡ Васильевич; 1905—1975) — совет биологы һәм цитологы, СССР Медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты (1950), И. И. Мечников исемендәге премия лауреаты (1950).

1928 йылда — Ленинград университетының физика-математика факультетының биология бүлеген тамамлай.

1936 йылдан алып 1941 йыл буйынса — Ленинград университетының биология факультеты доценты.

1939 йылда «О проблеме общего и клеточного наркоза» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1941 йылдан 1944 йылдар буйынса — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша[3]

1942 йылдан КПСС ағзаһы.

1944 йылдан алып 1960 йылдар буйынса — Ленинград санитар-гигиена медицина институтының дөйөм биология кафедраһы мөдире һәм бер үк ваҡытта Ленинград университетының дөйөм һәм сағыштырма физиология кафедраһы профессоры (1945—1948), цитогенетия лабораторияһы мөдире (1948—1960).

1950 йылда — СССР Медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана.

1960—1967 йылдарҙа — Ленинград университетының цитология һәм гистология кафедраһы мөдире.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

120-нән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 2 монография авторы, башлыса күҙәнәк морфологияһы һәм физиологияһы буйынса.

Гистологик препараттарҙа ядроның тере сағындағы төҙөлөшөн һаҡлау методикаһы авторы, газ гангренаһын гистологик диагностикалау ысулы авторы, әммә, киң таралыу алмай.

Уның етәкселегендә 20 самаһы диссертация, шул иҫәптән 2 докторлыҡ диссертацияһы әҙерләнгән.

Ленинград «Белем» йәмғиәтенең идара рәйесе вазифаһын биләй.

1949 йылда Ленинградта, 1949 йылда Ленинград «Белем» йәмғиәте баҫтырып сығарған «Несостоятельность цитологических основ вейсманизма-морганизма» темаһына асыҡ лекция уҡый.

Бөтә Союз анатомдар, гистологтар һәм эмбриологтар йәмғиәте идараһы ағзаһы, СССР Медицина фәндәре академияһы Президиумы янындағы морфология буйынса Комитет ағзаһы.

  • Проблема общего и клеточного наркоза, Арх. анат., гистол, и эмбриол., т. 19, № 1—2, с. 5, 1938;
  • Физико-химические свойства клетки и методы их изучения, Л., 1948;
  • Новые данные о строении и свойствах клеточного ядра, Арх. анат., гистол, и эмбриол., т. 35, № 6, с. 3, 1958;
  • Авторадиографическое исследование клеток, продуцирующих белок, там же, т. 48, № 4, с. 3, 1965;
  • Попытка использования авторадиографии для изучения химического состава клеточных структур, там же, т. 51, № 10, с. 92, 1966.
  • Богомолова Н. А. и д р. Педагогическая и научная деятельность П. В. Макарова на кафедре общей биологии Ленинградского санитарно-гигиенического медицинского института (1945—1960), Труды Ленингр, о-ва анат., гистол, и эмбриол., в. 1, с. 29, 1969;
  • Буцкая Н. А. О творческом пути П. В. Макарова, там же, с. 31;
  • Петр Васильевич Макаров (К 60-летию со дня рождения), Арх. анат., гистол, и эмбриол., т. 48, № 4, с. 124, 1965, библиогр.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

- Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

- И. И. Мечников исемендәге премия (1950) — "Против реакционного морганизма-менделизма"йыйынтығы өсөн.

- миҙадар.

  • Макаров Пётр Осипович РФА рәсми сайтында
  • Макаров Петр Васильевич — Большая Медицинская Энциклопедия (неопр.). бмэ.орг. Дата обращения: 5 декабря 2016.