Эстәлеккә күсергә

Максимов Глеб Юрьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Максимов Глеб Юрьевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 13 октябрь 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, Өфө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 26 август 2001({{padleft:2001|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (74 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Ваганьков зыяраты[d]
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө космонавтика
Уҡыу йорто Мәскәү авиация институты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин премияһы Ленин ордены

Максимов Глеб Юрьевич (13 октябрь 1926 йыл — 26 август 2001 йыл) — совет ғалимы һәм инженер-конструкторы, техник фәндәр кандидаты, донъяла беренсе Ерҙең яһалма юлдашын (Спутник-1) булдырғаны һәм осоуын тормошҡа ашырғаны өсөн Ленин премияһы лауреаты, уйлап табыусы.

Глеб Юрьевич Максимов 1926 йылдың 13 октябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. 1949 йылда Максимов Серго Орджоникидзе исемендәге Мәскәү авиация институтын тамамлай, һәм тамамлағандан һуң шунда уҡ, Михаил Клавдиевич Тихонравовтың тикшеренеү төркөмө составын киңәйтеү буйынса нигеҙләүе арҡаһында, Глеб ғилми-тикшеренеү институты-4-кә эләгә.

1956 йылда Глеб Юрьевич Максимов «Юлдаш-1» проектын эшләй, ул донъяла беренсе яһалма Ер юлдашы була. Һуңынан Глеб планета-ара проекттарға күсә, «Марс-1», «Венера-1», «Венера-2», «Венера-1» юлдаштарын проектлауҙа ҡатнаша[1].

1959 йылда Тихонравов етәкселегендә ОКБ-1 проект бүлегендә Глеб Максимов Марсҡа осоу өсөн караптар проектлау мөмкинлектәрен тикшереү буйынса конструкторҙар төркөмөнөң береһен етәкләй (икенсе төркөм етәксеһе Феоктистов Константин Петрович була)[2]. Максимовтың проектына ярашлы өс космонавттан торған экипажы менән массаһы буйынса ҙур булмаған карап төҙөү планлаштырыла, ә эшләнгән план Марсты, уның өҫтөнә ултырмайынса, осоп үтеү траекторияһында тикшеренеүҙәр менән урап сығыуҙы, йәки караптың Марс тирәләй орбитаға сыҡмайынса артабанғы Ергә әйләнеп ҡайтыуын һәм айырылып төшөрөү аппараты Ергә төшөүен күҙ уңында тотҡан була[3].

Марсҡа осоуға әҙерлек бик етди бара, КПСС Үҙәк Комитеты һәм СССР Министрҙар Советының 1960 йылдың 23 июнендәге 715—296 һанлы ҡарарына ярашлы, хатта старт датаһы тәғәйенләнә — 1971 йылдың 8 июне (астрономдарҙың иҫәпләүҙәре буйынса планеталарҙың бөйөк ҡаршы тороуы тип аталған иң уңайлы осор, Марс һәм Ер араһы минимумға тиклем ҡыҫҡара), ә триумф менән Ергә ҡайтыу 1974 йылдың 10 июненә планлаштырыла. 1964 йыл башына ОКБ-1 проект бүлегендә ауыр планета-ара карап төҙөү өсөн алты беркетеү модуленең проекты әҙер була һәм төп модулдең Ерҙәге макеты ҡоролған була, унда һынаусылар оҙаҡ ваҡыт ябыҡ арауыҡ шарттарында йәшәйҙәр (модулдәрҙең проекты 25 йылдан һуң ғына, «Салют» программаһы буйынса орбиталь станциялар төҙөгәндә тормошҡа ашырыла). «Аполлон» ай программаһы сиктәрендә Америка «Сатурн-1Б» ракета-йөрөтөүсеһен осорғандан һуң, СССР-ҙың бөтә Марс проекттары Ай файҙаһына ябыла[4].

1962 йылда Максимовтың төркөмө «Е-6» программаһы буйынса автоматик планета-ара станцияны Айға йомшаҡ ултыртыуҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән ғилми-тикшеренеү һәм тәжрибә-конструкторлыҡ эше менән шөғөлләнә[5][6].

Күренекле конструктор, донъя практик космонавтика пионерҙарының береһе, Глеб Юрьевич Максимов 2001 йылдың 26 авгусында вафат була.

Мәскәүҙә, Ваганьковский зыяратында ерләнгән (уч. № 2).

  1. Борис Черток. Распределение работ по системе управления четвёртой ступенью 8К78 и КА (рус.). Семейные истории. Проверено 17 июня 2014.
  2. Игорь Афанасьев. Проект тяжёлого межпланетного корабля (ОКБ-1). — Неизвестные корабли. — М: Знание, 1991. — ISBN 507002194X.
  3. Марсианские хроники Глеба Максимова (рус.). Совершенно секретно (1 января 2006). Проверено 11 июня 2014. — № 1/200.
  4. Искандер Кузеев. Первая марсианская (рус.) // Огонёк. — 2006. — № 42. — ISSN 0131-0097. Архивировано из первоисточника 15 апрель 2012.
  5. Борис Черток. Производство станции мягкой посадки на Луну Е-6 1962 год (рус.). Ракеты и люди. Семейные истории. Проверено 17 июня 2014.
  6. Александр Железняков. Со дня первой посадки на Луну минуло 35 лет 2016 йыл 4 март архивланған. (рус.). Космические новости. Русский Переплёт (3 февраля 2001). Проверено 17 июня 2014.
  • Борис Евсеевич Черток. Ракеты и люди. — М: Машиностроение, 1999. — 416 с. — ISBN 521702934Х.