Эстәлеккә күсергә

Мамантовтың атлы рейды

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мамантовтың атлы рейды
Төп конфликт: Рәсәйҙә Граждандар һуғышы
Дата

10 август19 сентябрь 1919 йыл

Урыны

Тамбов губернаһы,
Воронеж губераһы,
Орел губернаһы

Нәтижә

Аҡтар еңеүе. Казактар, дошманға зыян килтергәндән һуң, кире ҡайтарыла

Ҡаршы тороусылар

Рәсәй Көньяғының Ҡораллы көстәре

Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы РСФСР

Командирҙар

К. К. Мамантов

Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы М. М. Лашевич

Ҡаршы тороусы көстәр

Дон армияһы: 6000 ҡылыс
3000 штык
12 орудие

Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы РККА: яҡынса 23000 кеше
самолёттар
бронепоездар

Юғалтыуҙар

билдәһеҙ

складтар һәм базалалр юҡ ителә,
тулыһынса тиерлек тимер юлдары селтәре емерелә

Мамантовтың атлы рейды — 1919 йылдың 10 августы — 19 сентябрендә Рәсәйҙең Көньяҡ Көстәре составындағы Дон армияһының 4-се Дон корпусы рейды. Етәксеһе — генерал К. К. Мамантов[1].

Фронт хәлдәре рейд алдынан

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1919 йылдың авгусы уртаһында Граждандар һуғышы барышында Көньяҡ ҡыҙылдар фронты аҡ ғәскәрҙәрҙең төп төркөмөн тар-мар итеү, Дондың түбәнге ағымын баҫып алыу һәм дошмандың төп көстәренең Төньяҡ Кавказға китеүенә юл ҡуймау өсөн контрһөжүмгә күсергә маташа.

Контрһөжүм тураһында алдан белеп ҡалғас, Деникин командованиеһы генерал-лейтенант Мамантовтың 4-се Дон казак корпусын (6 мең ҡылыс, 3 мең штык, 12 орудие) ҡыҙыл ғәскәрҙәр тылы буйлап рейдҡа ебәреп, һөжүмде туҡтатыуҙы хәл итә.

Башта (1919 йылдың 23 февраленән алып 4 августҡа тиклем) генерал Мамантовтың корпусында 3400 һыбайлы, 103 пулемет һәм бер нисә бронеавтомобиль иҫәпләнә. 1919 йылдың 4 авгусында ашығыс тикшереү ваҡытында генерал Мамантов шәхсән үҙе дошман тылында бурысты үтәй алмаҫлыҡ казактарҙы айырып ала. 4-се Дон казак корпусын ҡабаттан тергеҙгәндән һуң корпуста 2500 һыбайлы, 103 пулемет һәм 3 бронеавтомобиль ҡала.

Мамонтов (Мамантов) К. К.

Уның хәрби һәләтлеген күтәреү маҡсатында корпус яңы частар менән көсәйтелә. . Шуға күрә Мамантов етәкселегендә рейдҡа ебәрелгән аҡгвардеецтар ғәскәрҙәренең дөйөм һаны 3000 штык, 6000 ҡылыс, 12 орудие, 3 бронеавтомобиль, 7 бронепозд тәшкил итә[2].

1919 йылдың 10 авгусында Мамантовтың корпусы Добринская станицаһы районында Хопёр йылғаһы аша сыға һәм Көньяҡ фронтты 8-се һәм 9-сы армиялар тоташҡан урындан өҙә. Тиҙҙән Көньяҡ фронттың 40-сы дивизияһының төп көстәре ҡыйратыла, ә ҡалғандары ҡаса башлай.

Тышҡы һүрәттәр
Карта рейда корпуса Мамантова
Взорванный мост возле города Козлова

Фронтты йырып сыҡҡас, Мамантовтың корпусы Бөйөк Ватан һуғышы тылына инә. Рейд барышында Мамантов ғәскәрҙәре дошмандың гарнизондарын һәм частарын, хәрби тәьминәт пункттарын юҡ итә, ҡайһы бер осраҡта большевиктар мобилизациялаған һалдаттарҙы өйҙәренә ҡайтара[3]. Генерал Мамантов Тамбов (18 август)[4], Козлов (23 август), Лебедянь (28 август), Елец (31 август), Касторное (6 сентябрь) һәм Грязи, шулай уҡ Воронеж (11 сентябрь) ҡалаларын яулай. Әсирҙәге ҡыҙылармеецтарҙан һәм урындағы крәҫтиәндәрҙән полковник Дьяконов етәкселегендәге Тула ирекле пехота дивизияһы ойошторола.

Уның менән көрәш өсөн ғыҙылдар командованиеһы М. М. Лашевич етәкселегендәге Эске фронтты(яҡынса 23 мең кеше, авиация, бронепоездар) ойоштора.

Мамантовтың корпусы генерал Деникиндың ҡәтғи талабы буйынса кире ҡайтарыла. Корпустың кире хәрәкәте ғәскәрҙәргә бай дошман фронты һәм ҙур хәрби табыш ылауы менән ҡыйынлаша. Воронеж һәм 12 сентябрҙә мамантовсылар Воронеждан ҡыуып сығарыла һәм 19 сентябрҙә Яңы оскол ҡалаһы тирәһендә Рәсәй Көньяғы ғәскәрҙәре менән ҡушыла.

Мамантов рейды ҙур уңыштарға өлгәшә, ҡыҙылдарҙың тылдарын емерә, һөжүм итеүсе частарҙың һуғышҡа һәләтлегенә етди зыян килтерә[5], әммә төп маҡсатына — Ҡыҙыл Армияһының контрһөжүмгә әҙерләнеүен юҡҡа сығарыу — ирешә алмай[2]. Мәскәүгә табан аҡтарҙың хәрәкәте 1919 йылдың октябрь уртаһына тиклем дауам итә, ошо ваҡытта Орел ҡалаһы яулап алына. Һуңынан ҡыҙылдарҙың көньяҡ фронты үҙ контрһөжүмен башлай.

Рейдҡа Үҙенең "Рус болаһы очерктары"нда баш командующий генерал А. И. Деникин рейдҡа кире баһа бирә:

… Мамонтов сағыштырмаса күберәк эшләй ала ине: ҡыҙылдар тылында уңайлы шарттарҙы файҙаланып һәм үҙенең корпусын тарҡатыуҙан һаҡлап, дошмандың тере көсөн тар-мар итә һәм, һис шикһеҙ, операция барышында яңы ҙур һынылыш тыуҙыра алыр ине.

Рейд осоронда Кавказ ирекле армия (ВСЮР) командующийы генерал-лейтенант Врангель Мамантов рейды тураһында ошолай яҙа[6]:

Генерал Мамантовтың исеме һәр кемгә билдәле була. Дон ғәскәри кругы уны тантаналай, гәзиттәр рейд хаҡында мөмкин тиклем тулыраҡ мәғлүмәт бирә.

Генерал Мамантовтың ғәмәлдәрен уңышһыҙ ғына түгел, енәйәтсел тип тә иҫәпләй инем. Дошмандың тылына үтеп инеп, ҡулында бик күп иҫ киткес һыбайлы көс булыуына ҡарамаҫтан, ул үҙ хәленән файҙаһын ҡулланмау түгел, ә һәр ваҡыт бәрелешеүҙәрҙән тайпылып, алыштарҙан ҡасыу яғын ҡараны.

Генерал Мамантовтың полктары тоҡомло мал көтөүе, мануфактура һәм бакалея йөктәре, ашхана һәм сиркәү көмөшө кеүек ғәйәт ҙур табыш йыйып ҡайта. Хәрби частарыбыҙҙың фронтына сыҡҡас, генерал Мамантов радионан «тыуған Дон»ға сәләм еткерә һәм «Тыныс Дон»ға, «туғандарына һәм таныштарына… бай бүләктәр» алып ҡайтыу тураһында хәбәр итә. Артабан сиркәү кәрәк-яраҡтарына һәм ризаларға тиклем «бүләктәр» исемлеге бирелә. Әлеге радиограмма бөтә радиостанциялар тарафынан ҡабул ителә. Ул Баш командующий штабына билдәле булмауы мөмкин түгел. Әммә генерал Мамантовты вазифаһынан бушатып, судҡа биреү урынына ставка уны күрәләтә яҡлай…

Ирекле армия командующийы итеп тәғәйенләнгәндән һуң, Врангель, иң элек, генерал Мамантовты вазифаһынан ситләтеүҙе талап итә. РККА-ның Көньяҡ фронты командующийы полковник А. И. Егоров Мамантов рейдын ошо рәүеше баһалай:

Төньяҡҡа хәрәкәте менән… Мамантов, крәҫтиәндәрҙең һәм ҡала буржуазияһының ихтилалына һәм совет власына ҡаршы сығыуына өмөт итеп, үҙ маҡсаттарын һәм бурыстарын сикһеҙ киңәйтә. Был, әлбиттә, авантюра, әммә күпкә киңерәк мәсьәләләргә өлгәшеү көсөнә эйә булған Мамантовтың бында Деникинға ҡарағанда авантюрлығы ҡайтышыраҡ була. Етмәһә, Деникиндан айырмалы рәүештә, үҙенең идеяларын үҙе тормошҡа ашыра һәм — бында асыҡ индерергә кәрәк — рейдтың тәүге көндәренән үк уның иҫәп-хисаптары дөрөҫлөккә тап килә. Мамантов бер генә нәмәгә өлгәшә алмай: кнәҫтиәндәр ихтилалға күтәрелмәй.

А. Егоров 1931 йылда донъя күргән «Деникинды тар-мар итеү» монографияһында Мамантов рейды Аҡтар хәрәкәтенә түбәндәге файҙа килтерҙе, тип иҫәпләй:

  1. Рейд фронттың әҙерлек барған ҡыҙылдарҙың һөжүмен өҙөү һәм казактарҙың һөжүме уңышын еңеләйтеү бурысы булған төп операциялары менән ярайһы уҡ бәйләнештә башҡарыла;
  2. Рейд ваҡытында ген. Мамантов фронттан һәм тылдан 5 уҡсылар дивизияһын, бер төҙөлөш бригадаһын, 3-сө уҡсылар дивизияһының бер часын, төҙөлөш див. бер өлөшө, Буденныйҙың атлы корпусын, 5 коммунар полкын, Тамбов пехота курстарын, бик күп урындағы формированиелар һәм отрядтар, бронепоездар һәм летучкаларҙы үҙенә йүнәлтә;
  3. Мамантов рейды Көньяҡ фронт менән идара итеүҙе ҡырҡа үҙгәртә, Козлов менән Орел араһында уның штабын бер урындан икенсе урынға күсергә тамғаларға мәжбүр итә;
  4. Тулыһынса тиерлек тимер юлдар селтәрен емерә;
  5. Көньяҡ фронт келәттәрен һәм базаларын юҡ итә һәм уның бөтә тәьминәтенә ҙур зыян яһай.
  1. Erik-C. Landis A Civil War Episode: General Mamontov in Tambov, August 1919 (инг.) // The Carl Beck Papers in Russian and East European Studies. — 2002. — В. 1601. — Т. 0. — С. 39. — ISSN 2163-839X. — DOI:10.5195/cbp.2002.118
  2. 2,0 2,1 МАМОНТОВА РЕЙД 1919 • Большая российская энциклопедия - электронная версия. bigenc.ru. Дата обращения: 8 октябрь 2020. 2020 йыл 8 август архивланған.
  3. Казаки конной группы генерала Мамонтова продвигались вдоль железнодорожного полотна Борисоглебск — Грязи, захватили военный эшелон с мобилизованными в Красную армию крестьянами и распустили их. Сенников Б. Тамбовское восстание 1918—1921 гг. и раскрестьянивание России 1929—1933 гг. Серия «Библиотечка россиеведения». Выпуск 9. — М.: Посев, 2004. — 176 с. 22 илл. ISBN 5-85824-152-2
  4. Навстречу казакам были брошены три дивизии красных, снятые с Южного фронта. Потрепав их и частично уничтожив, генерал Мамонтов решил занять Тамбов и дать отдых своим казакам. На пути к Тамбову казаки наголову разбивают пехотную дивизию красных и кавбригаду, после чего ворваться в Тамбов уже не составляло труда. 18 августа 1919 года казаки генерала Мамантова без единого выстрела взяли Тамбов. В городе находился 15-тысячный гарнизон красных, который тут же разбежался, а частью присоединился к казакам. С самого начала рейда казаки шли без потерь. Это можно объяснить быстротой их действий и высокой мобильностью. Сенников Б. Тамбовское восстание 1918—1921 гг. и раскрестьянивание России 1929—1933 гг. Серия «Библиотечка россиеведения». Выпуск 9. — М.: Посев, 2004. — 176 с. 22 илл. ISBN 5-85824-152-2
  5. На двух железных дорогах была приостановлена связь с Южным фронтом, а на самом Южном фронте была нарушена связь между 8-й и 9-й армиями большевиков да плюс к этому возникла ещё и паника, охватившая все тылы Южного фронта. Никто толком не знал, сколько в их тылу оперирует казаков. Весь штаб Южного фронта в панике бежал из города Козлова, где он дислоцировался до этого, в Орёл. Сенников Б. Тамбовское восстание 1918—1921 гг. и раскрестьянивание России 1929—1933 гг. Серия «Библиотечка россиеведения». Выпуск 9. — М.: Посев, 2004. — 176 с. 22 илл. ISBN 5-85824-152-2
  6. Врангель П. Н. Записки. Книга первая (ноябрь 1916 г. — март 1920 г.)
  • «Трагедия Казачества» т. III и журнал «Родимый Край» № 24,28.