Маннапов Әлфир Ғабдулла улы
Маннапов Әлфир Ғабдулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 24 февраль 1954 (70 йәш) |
Тыуған урыны | Бүздәк районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | биолог |
Эш урыны | К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһы[d] |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Ғилми дәрәжә | биология фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Маннапов Әлфир Ғабдулла улы (24 февраль 1954 йыл) — ғалим-зооинженер. 1991—1996 һәм 2000—2010 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университетының умартасылыҡ кафедраһы мөдире, 2010 йылдан К. А. Тимирязев исемендәге Рәсәй дәүләт аграр университетының аквакультура һәм умартасылыҡ кафедраһы мөдире. Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2013). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әлфир Ғабдулла улы Маннапов 1954 йылдың 24 февралендә Башҡорт АССР-ының Бүздәк районы Иҫке Боғаҙы ауылында тыуған.
Башҡортостан ауыл хужалығы институтының — хәҙерге Башҡорт дәүләт аграр университеты — зооинженерия факультетын умартасылыҡ һөнәре буйынса отличие менән тамамлай (1979) һәм 1981 йылға тиклем һәм 1986—2006 йылдарҙа шунда уҡ эшләй, ул 1991—1996 йылдарҙа һәм 2000 йылдан алып зоология һәм умартасылыҡ кафедраһының производствоға өйрәтеү мастерынан уның мөдиренә тиклем юл үтә, шулай уҡ БДАУ идаралыҡ советы рәйесе була[1].
1981—1985 йылдарҙа Ҡазан ветеринария институтында ассистент. 1986 йылдан алып 1991 йылға тиклем бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт медицина институтында эшләй.
1985 йылда кандидатлыҡ, 1999 йылда — докторлылыҡ диссертацияһы яҡлай. Умартасылыҡтың биологик актив продукты прополистың вакцина составында ағыуға бирешмәүсәнлек механизмдары барлыҡҡа килеүгә йоғонтоһон өйрәнә[2]. 1992 йылда һөнәре буйынса Бөйөк Британияла стажировка үтә[3].
2010 йылдан К. А. Тимирязев исемендәге Рәсәй дәүләт аграр университетының аквакультура һәм умартасылыҡ кафедраһы мөдире (2013 йылға тиклем — умартасылыҡ һәм балыҡсылыҡ кафедраһы, 2010 йылда умартасылыҡ һәм аквакультура кафедраларын берләштереп ойошторолған), 2006—2010 йылдарҙа шунда уҡ умартасылыҡ кафедраһы мөдире[4].
1998 йылдан Умартасылыҡ ғилми-тикшеренеү институты ҡарамағындағы Рәсәй Фәндәр академияһының умартасылыҡ секцияһы Координация советы ағзаһы[1]. 2007 йылдан Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының селекция ҡаҙаныштарын һынау һәм һаҡлау мәсьәләләре буйынса эксперт[5].
2012 йылда Рәсәй Федерацияһы Умартасылар һәм ҡортсолоҡ продукцияһын эшкәртеүселәр милли ассоциацияһы президенты итеп һайлана (НАПиППП). Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы йәмәғәт советы составына инә[6].
Халыҡ-ара аграр белем биреү академияһы академигы (2010)[2].
Дүрт: Рәсәй дәүләт аграр университеты — К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһында өс һәм Башҡорт дәүләт аграр университетында — бер докторлыҡ диссертацияһы советы ағзаһы[2]. Башҡорт дәүләт аграр университетында Ә. Ғ. Маннапов үҙе етәкләгән кафедра ҡарамағында докторантура ойоштора[1]. Уның етәкселегендә 9 докторлыҡ һәм 29 кандидатлыҡ диссертациялары яҡланған[7].
2000 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетында «Апитерапия бөгөн — бал ҡорттарының биологик дарыуханаһы менән 21-се быуатҡа» Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция ойоштора һәм үткәрә[3].
Рәсәй Федерацияһының Мәғариф (2001) һәм Ауыл хужалығы (2010) министрлыҡтарының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән[2] .
Ҡатыны — биология фәндәре докторы Р. Т. Маннапова (1955 йылда тыуған).
600-ҙән ашыу хеҙмәт, шул иҫәптән 15 дәреслек, 4 монография авторы, 5 уйлап табыуға танытмаһы бар.
- Маннапов А. Г., Сулим Н. И. Терминология в апитерапии // Апитерапия сегодня: Материалы XIV Всероссийской научно-практической конференции «Успехи апитерапии» (Рыбное, 28 — 30.05.2009): Сб. науч. ст. Рыбное, 2009.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 БГАУ / Университет / Факультеты / биотехнологий и ветеринарной медицины / Кафедра разведения животных и пчеловодства / История кафедры 2019 йыл 13 ноябрь архивланған. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «92.50.166.68» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән - ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Морфофизиологические, биохимические механизмы организации гомеостаза организма, сохранение биоразнообразия биологических ресурсов и технологии комплексного использования пчели…
- ↑ 3,0 3,1 Архивированная копия . Дата обращения: 18 май 2017. Архивировано 31 август 2017 года. 2017 йыл 31 август архивланған. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «timacad.ru» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән - ↑ アーカイブされたコピー . Дата обращения: 18 май 2017. Архивировано 31 март 2017 года. 2017 йыл 31 март архивланған.
- ↑ アーカイブされたコピー . Дата обращения: 18 май 2017. Архивировано 31 март 2017 года. 2017 йыл 31 март архивланған.
- ↑ Об утверждении состава Общественного совета при Министерстве сельского хозяйства Российской Федерации (утратил силу на основании приказа Минсельхоза России от 23.05.2016 N 198…
- ↑ アーカイブされたコピー . Дата обращения: 18 май 2017. Архивировано 31 март 2017 года. 2017 йыл 31 март архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Маннапов Әлфир Ғабдулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 22 февраль 2021)
- На сайте РГАУ-МСХА
- Иҫкәрмәләрендә хаталар булған биттәр
- 24 февралдә тыуғандар
- 1954 йылда тыуғандар
- Бүздәк районында тыуғандар
- Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаусылар
- Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусылары
- Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусылары
- Биология фәндәре докторҙары
- Дәреслектәр авторҙары
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәрҙәре
- Рәсәй биологтары
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Алфавит буйынса шәхестәр