Маннапова Рәмзиә Тимерғәле ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Маннапова Рәмзиә Тимерғәле ҡыҙы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 4 ғинуар 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (64 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Туймазы районы
Һөнәр төрө ветеринар
Эш биреүсе Башҡорт дәүләт аграр университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Вера Поликарповна Кивалкина[d]
Кемдә уҡыған Вера Поликарповна Кивалкина[d]

Маннапова Рәмзиә Тимерғәле ҡыҙы (4 ғинуар 1955 йыл]]) — ғалим-ветеринар, микробиология, иммунология һәм хайуандарҙың морфологияһы өлкәһендә белгес, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (1998), профессор (2000), К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһының Рәсәй дәүләт аграр университетында (РГАУ МСХА) микробиология, иммунология кафедраһы профессоры, 2000—2008 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының паразитология, микробиология, вирусология, иммунология кафедраһы мөдире. Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2014?5). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәмзиә Тимерғәле ҡыҙы МаннаповаБашҡорт АССР-ының Ҡандра районы Ҡандракүл эшселәр ҡасабаһында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы) тыуған.

1978 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының— хәҙерге Башҡорт дәүләт аграр университетының ветеринария факультетын отличие менән тамамлай, 1980 йылға тиклем һәм яңынан 1985 йылдан алып шунда уҡ эшләй, профессор вазифаһына ирешә, 2000—2008 йылдарҙа паразитология, микробиология, вирусология, иммунология кафедраһы мөдире[1]. 2008 йылдан К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһының Рәсәй дәүләт аграр университетында эшләй.

1985 йылдан Бөтә Рәсәй анатомдары, гистологтары, эмбриологтары йәмғиәте ағзаһы, 1998 йылдан Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһының (РАСХН) умартасылыҡ ғилми-тикшеренеүҙәр институты янындағы умартасылыҡ секцияһы Координация советы ағзаһы, 2001 йылдан — Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһының «Инвазион ауырыуҙар» секцияһы, шулай уҡ академик К. И. Скрябин исемендәге Бөтә Рәсәй гельминтология институты ҡарамағындағы БДБ илдәренең инвазион ауырыуҙар буйынса Координация советы ағзаһы, 2000 йылдан — апитерапия буйынса Координация советы ағзаһы. Халыҡ-ара аграр мәғариф академияһы академигы (МААО, 2010)[2], Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһы ағза-корреспонденты (РАЕ, 2012)[3][4]. Рәсәй халыҡ медицинаһы ассоциацияһының (РАНМ) апитерапевтар һәм бал ҡорто менән дауалаусылар коллегияһында тора[5].

Уның етәкселегендә 34 кандидатлыҡ һәм 5 докторлыҡ диссертациялары яҡланған[6].

1984 йылда биология фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп «Иммуноморфологическая перестройка лимфоидных органов при иммунизации прополисполиэтиленгликолевым адъювантом» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай (В. П. Кивалкинаның аспиранты була[7]), 1998 йылда — «Коррекция иммунного статуса и микробиоценоза кишечника биологически активными продуктами пчеловодства при сальмонеллезно-аскаридиозном заболевании» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай (фәнни консультанты Ш. М. Омаров).

Рәсәй Федерацияһы мәғариф һәм фән министрлығының почет грамотаһы менән бүләкләнгән (2008).

700-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 23 монография, 10 дәреслек һәм уҡыу әсбаптары һәм Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалығы министрлығы тарафынан раҫланған 17 тәҡдим авторы[8].

Ире — биология фәндәре докторы А. Г Маннапов (1954 йылда тыуған).

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Биологически активные продукты пчеловодства и иммунитет / Р. Т. Маннапова, А. Н. Панин. М., 1999. — 243 с.
  • Регуляция защитных функций, микробиоценоза кишечника при инфекционных и ассоциативных заболеваниях животных / Р. Т. Маннапова, А. Н. Панин, А. Г. Маннапов. — Москва : ВГНКИ, 2001. — 275 с. ISBN 5-7456-0012-8
  • Иммунный статус при эндометритах коров и методы его коррекции : монография / А. В. Андреева, Р. Т. Маннапова ; М-во сел. хоз-ва Рос. Федерации, Всерос. гос. науч.-исслед. ин-т контроля, стандартизации и сертификации ветеринар. препаратов, Башк. гос. аграр. ун-т. — Москва : ВГНКИ ; Уфа : БГАУ, 2003. — 322 с. ISBN 5-7456-0057-8
  • Иммунный статус при йодной недостаточности поросят и методы его коррекции : монография / С. Н. Аухатова, Р. Т. Маннапова ; М-во сел. хоз-ва Рос. Федерации, Башк. гос. аграр. ун-т. — Москва : ВГНКИ ; Уфа : БГАУ, 2004. — 250 с. ISBN 5-7456-0102-7
  • Биологически активные продукты пчеловодства и иммунитет / Р. Т. Маннапова. — Изд. 2-е. — М., 2004. — 244 с.
  • Маннапова Р. Т. Иммунитет, микробиоценоз и биохимические реакции при воздействии на организм необработанного янтаря Р. Т. Маннапова, Р. А. Рапиев. Монография. Москва, 2009. 188 с.
  • Микробиология и иммунология : практикум : учебное пособие : [по направлению 111100 «Зоотехния»] / Р. Т. Маннапова. — Москва : ГЭОТАР-Медиа, 2013. — 544 с. ISBN 978-5-9704-2750-7
  • Маннапова Р. Т. Морфофункциональные, иммунологические и микробиологические реакции организма на стресс и их коррекция необработанным янтарем и маточным молочком пчел / Р. Т. Маннапова, Р. А. Рапиев. — Москва, 2014. — 395 с.
  • Микробиология и иммунология : учебное пособие / Р. Т. Маннапова ; Рос. гос. аграр. ун-т-МСХА им. К. А. Тимирязева, фак. почвоведения, агрохимии и экологии, каф. микробиологии и иммунологии. — Москва : Издательство РГАУ-МСХА, 2015. — 76 с. ISBN 978-5-9675-1215-5
  • Биологическая активность экстракта пчелиного подмора // «Пчеловодство» № 6, 2016.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. http://92.50.166.68/university/faculties/bio-vet-fak/vetsan/
  2. https://www.famous-scientists.ru/school/851
  3. Архивированная копия (недоступная ссылка — история). Проверено 18 мая 2017. Архивировано 6 августа 2017 года.
  4. https://www.rae.ru:443/ru/member/3
  5. http://www.ranm.org/boards/?n=bee
  6. Архивированная копия (недоступная ссылка — история). Проверено 18 мая 2017. Архивировано 6 августа 2017 года.
  7. «Пчеловодство» № 9, 2012. С. 59.
  8. Архивированная копия (недоступная ссылка — история). Проверено 18 мая 2017. Архивировано 6 августа 2017 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]