Эстәлеккә күсергә

Мансуриә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәҙрәсә
Мансуриә
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Пермь губернаһы
Местоположение Солтанай ауылы

«Мансуриә» — Солтанай йәмиғ мәсете янындағы мәҙрәсә.

1897 йылда сауҙагәр-меценат Мөхәммәтғата Мансуров менән Пермь губернаһы Уҫы өйәҙенең Солтанай ауылынында мәҙрәсә асыла. Мәҙрәсә комплексына мәсет, уҡытыу үҙәге, шәкерттәр өсөн ятаҡ ингән. Мәҙрәсә эргәһендә китапхана эшләгән, уның фондында дини һәм донъяуи әҙәбиәттән башҡа ваҡытлы матбуғат баҫмалары — гәзиттәр һәм журналдар булған.

Уҡыу программаһына дини дисциплиналар менән бер рәттән донъяуи фәндәр — математика, география, физика, әҙәбиәт һ. б. ингән[1].

Бында 500-ҙән ашыу шәкерт белем алған, улар араһында башҡорттарҙан сыҡҡан Ғабдулла Туҡайҙың ҡартатаһы — Зинәтулла Әмиров та булған. Мәҙрәсәне тамамлаусылар уҡытыусы, власть һәм хужалыҡ тармаҡтары етәкселәре булып китеп йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан[1].

1910 йылда мәҙрәсә янында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бүлек асыла. Бында мөғәллим булып «Урал балаһы» китабының авторы Кәрим Әмири уҡытҡан. 1913 йылда мәҙрәсә эргәһендә урыҫ-башҡорт мәктәбе асыла. Был мәктәптең 1-се синыфында Солтан Мөхөтдинов, ә 2-се синыфта — Сәғит Сөнчәләй уҡытҡаны билдәле[1].

1917 йылда мәҙрәсә эшләүҙән туҡтай.

  1. 1,0 1,1 1,2 Старостин А. Н., Ижгузина М. Г. Мансурия //Ислам на Урале: Энциклопедический словарь. Коллектив авторов. Сост. и отв. редактор — Д. З. Хайретдинов.. — М.: Медина, 2009. — С. 185. — 404 с. (рус.)
  • Старостин А. Н., Ижгузина М. Г. Мансурия //Ислам на Урале: Энциклопедический словарь. Коллектив авторов. Сост. и отв. редактор — Д. З. Хайретдинов.. — М.: Медина, 2009. — С. 185. — 404 с. (рус.)