Эстәлеккә күсергә

Маргарет Коул

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Маргарет Коул
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Бөйөк Британия
Тыуған көнө 6 май 1893({{padleft:1893|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[1][2][3][…]
Тыуған урыны Кембридж[d], Англия, Бөйөк Британияның һәм Ирландияның берләшкән короллеге[d][4]
Вафат булған көнө 7 май 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[1][2][3][…] (87 йәш)
Вафат булған урыны Го­ринг-он-Темс[d], Goring-on-Thames[d], Южный Оксфордшир[d], Оксфордшир[d], Англия, Бөйөк Британия[4]
Атаһы John Percival Postgate[d][5]
Бер туғандары Raymond Postgate[d][6]
Хәләл ефете Джордж Дуглас Ховард Коул[d][7]
Яҙма әҫәрҙәр теле инглизсә
Һөнәр төрө сәйәсмән, юғары мәктәп уҡытыусыһы, тарихсы, биограф, романист, суфражистка, иҡтисадсы, тикшеренеүсе
Биләгән вазифаһы member of London County Council[d]
Уҡыу йорто Гертон-колледж[d][7]
Roedean School[d][8]
Ойошма ағзаһы Фабианское общество[d][7]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
дама-командор ордена Британской империи
Устная история в Британская библиотека политических и экономических наук[d][8]

Маргарет Изабель Коул (ҡыҙ фамилияһы Постгейт; 6 май 1893, Кембридж — 7 май 1980, Горинг-он-Темз) — инглиз сәйәсмәне-социалисы, шағир һәм яҙыусы. Ул ире менән бергә бер нисә детектив хикәйә яҙған. Икенсе донъя һуғышынан һуң Лондон хөкүмәтендә мөһим вазифалар биләй.

Маргарет Коул Кембриджда Роудин мәктәбендә һәм Гиртон-колледжында белем ала. Гиртонда Герберт Уэллсты, Джордж Бернард Шоу һәм башҡаларҙы уҡый, ул социализм тәғлимәттәрен билдәле китаптарҙа ошо темаға уҡығандан һуң тормош мәғәнәһе итеп ала.

Белем алыу курстарын тамамлап (Кембридж ҡатын-ҡыҙҙарға рәсми рәүештә 1947 йылға тиклем тамамларға рөхсәт итмәй), Маргарет ҡыҙ балалар өсөн Изге Павел мәктәбендә классик әҙәбиәт уҡытыусыһы була. Уның «Падающие листья» шиғыры Беренсе донъя һуғышына яуап итеп яҙылған һәм хәҙерге ваҡытта инглиз әҙәбиәте буйынса мәктәп программаһына ингән. Был әҫәр латин шиғриәте йоғонтоһон күрһәтә, миметик эффект төҙөү өсөн оҙон һәм ҡыҫҡа ижектәрҙе ҡулланыуҙа сағыла.

Беренсе донъя һуғышы ваҡытында, ул үҙенең ағаһына хәрби хеҙмәткә йыйыыныуҙа ярҙам итеп, Г.Д. Коулды осрата, 1918 йылдың авгусында уға кейәүгә сыға. Пар 1924 йылда Оксфордҡа күсенгәнгә тиклем Фабиан йәмғиәтендә эшләй, унда улар уҡыта һәм әҫәрҙәр яҙа.

1930 йылдар башында Маргарет Испаниялағы Граждандар һуғышы ваҡиғаларына һәм Германия һәм Австрия хөкүмәте тарафынан социалистик хәрәкәтте баҫтырыуға яуап итеп, пацифизмдан баш тарта.

1931 йылда ул ире менән Socialist Inquiry and Program йәмғиәтенә нигеҙ һала[9], һуңынан ул Socialist League тип үҙгәртелә[10]. Бер йыл үткәс ул һәм уның ире шулай уҡ Яңы Фабиандың Тикшеренеү бюроһына нигеҙ һала.

1941 йылда Маргарет Коул Лондон округ советы комитетына һайлана. Ул 1952 йылдан 1965 йылда бөтөрөлгәнгә тиклем Лондон округ советының олдермены була. Шулай уҡ 1965 йылда ойошторолған һәм үҙе 1967 йылда йәмәғәт тормошонан киткәнгә тиклем эске мәғарифтың Лондон идараһы ағзаһы була.

Маргарет Коул 1965 йылда Британияның рыцарь чинына — Ханым исеменә лайыҡ була, ә 1970 йылда хөкүмәт алдында ҡаҙаныштары һәм һәм белем биреү системаһына индергән өлөшө өсөн Британия империяһының Ордены менән бүләкләнә. Маргарет Коул 1980 йылдың 7 майында вафат була.

  • (1925) Смерть миллионера
  • (1926) Клубок Блатчингтона
  • (1927) Убийство в Кроум-Хаусе
  • (1928) Человек с реки
  • (1928) Отпуск суперинтенданта Уилсона
  • (1929) Яд в садовом пригороде
  • (1930) Грабители в баксах или Тайна Беркшира
  • (1930) Труп в канонической одежде или Труп в саду констебля
  • (1931) Великая Южная тайна или Ходячий труп
  • (1931) Часы мертвеца
  • (1932) Смерть звезды
  • (1933) Урок преступности (рассказы)
  • (1933) Дело в Аликиде
  • (1933) Конец Древнего моряка
  • (1934) Смерть в карьере
  • (1935) Убийство В Крупном Бизнесе
  • (1935) Доктор Танкред Начинает
  • (1935) Скандал в школе или Спящая смерть
  • (1936) Последняя воля и завещание
  • (1936) Братья Саквиль
  • (1937) Позор колледжа
  • (1937) Пропавшая Тетя
  • (1938) Профессия Миссис Уоррендер
  • (1938) Долой ее голову!
  • (1939) Двойной Шантаж
  • (1939) Греческая Трагедия
  • (1940) Уилсон и некоторые другие
  • (1940) Убийство на оружейном заводе
  • (1940) Контрапунктное Убийство
  • (1941) Нож в темноте
  • (1942) Конец топера
  • (1945) Смерть невесты
  • (1946) Подарки На День Рождения
  • (1948) Игрушки смерти
  • М. И. Коул (1971): жизнь Г. Д. Х. Коула, ISBN 0333002164
  • Наоми Митчисон (1982): Маргарет Коул, 1893-1980, ISBN 07163-0482-1
  • Б. Д. Вернон (1986): Маргарет Коул, 1893-1980: Политическая Биография, ISBN 07099-2611-1
  1. 1,0 1,1 Margaret Cole // SNAC (ингл.) — 2010.
  2. 2,0 2,1 Margaret I. Cole // Internet Speculative Fiction Database (ингл.) — 1995.
  3. 3,0 3,1 Margaret Cole // https://www.fembio.org/biographie.php/frau/frauendatenbank?fem_id=6143 (нем.)
  4. 4,0 4,1 various authors Dictionary of National Biography (ингл.) / L. Stephen, S. LeeLondon: 1885.
  5. Oxford Dictionary of National Biography (ингл.) / C. MatthewOxford: OUP, 2004.
  6. Oral evidence on the suffragette and suffragist movements (ингл.): the Brian Harrison interviews
  7. 7,0 7,1 7,2 Blain V., Grundy I., Clements P. The Feminist Companion to Literature in English (ингл.): Women Writers from the Middle Ages to the Present — 1990. — P. 221.
  8. 8,0 8,1 Oral evidence on the suffragette and suffragist movements (ингл.): the Brian Harrison interviews
  9. Poetry Foundation. Margaret Postgate Cole (англ.). Poetry Foundation (1 April 2021). Дата обращения: 1 апреля 2021
  10. Margaret Cole (англ.). Spartacus Educational. Дата обращения: 1 апреля 2021.