Маргулис Григорий Александрович
Григорий Александрович Маргулис (24 февраль 1946, Мәскәү) — совет һәм америка математигы, физика-математика фәндәре докторы (1978), Рәсәй Фәндәр академияһының А. А. Харкевич исемендәге Мәғлүмәтте тапшырыу проблемалары институты ғилми хеҙмәткәре, Йель университеты профессоры (АҠШ), Филдсовская (1978), Абель (2020) премиялары һәм Вольф премияһы (2004/05) лауреаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ-ара математика олимпиадаһының көмөш миҙалын яулай (1962)[6]. 1967 йылда Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетын тамамлай[7]. 1970 йылда Яков Синай етәкселегендә эргодиклыҡ теорияһы буйынса «О некоторых вопросах теории У-систем» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Артабан ҡыҙыҡһыныуҙары Ли төркөмдәре теорияһы өлкәһенә (Ли ярым ябай төркөмдәрендә рәшәткәләр теорияһы) күсә. 1978 йылда Дж. Филдс премияһы менән бүләкләнә, уны тапшырыу тантанаһында ҡатнашмай, сөнки уға сығыу визаһы биреү кире ҡағыла. «Дискретные подгруппы полупростых алгебраических групп» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1979 йылда Боннға килә. Ошо ваҡыттан алып сит илгә ирекле сығыу мөмкинлегенә эйә була, ләкин ғилми хеҙмәткәр булып Мәскәүҙәге Рәсәй Фәндәр академияһының Мәғлүмәт тапшырыу мәсьәләләре институтында эшләүен дауам итә. 1991 йылда Америка Ҡушма Штаттарында Йель университетына даими эшкә саҡырыла.
2001 йылда Американың Милли фәндәр академияһы ағзаһы итеп һайлана, 2012 йылдан Америка математика йәмғиәтенең мөхбир ағзаһы булып тора[8].
2005 йылда «алгебраға, айырыуса Ли ярым ябай төркөмдәрендә рәшәткәләр теорияһына ҙур өлөш индергәне, шулай уҡ уны эргодиклыҡ теорияһында, күрһәтмәләр теорияһында, һандар теорияһында, комбинаторикала ҙур ҡулланғаны өсөн» Вольф премиһы лауреаты була.
2020 йылда төркөмдәр теорияһында, һандар теорияһында һәм комбинаторикала ихтималлыҡ һәм динамик ысулдарҙы ҡулланған өсөн Абель премияһы ала (Фюрстенберг Гиллель менән берлектә)[9].
Оригами математикаһы буйынса йәнселгән һум тураһында мәсьәлә «Маргулис салфеткаһы тураһында мәсьәлә» булараҡ билдәле.
Урыҫ телендә китабы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Маргулис Г. А. Дискретные подгруппы групп Ли. — М: МЦНМО, 2007.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Архив по истории математики Мактьютор — 1994.
- ↑ 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 2,11 2,12 2,13 2,14 2,15 2,16 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ https://www.amacad.org/person/grigoriy-margulis
- ↑ http://www.ams.org/fellows_by_year.cgi?year=2013
- ↑ http://www.ams.org/news?news_id=1680
- ↑ MMO 1962 2021 йыл 17 ноябрь архивланған.
- ↑ Лауреаты медали Филдса из МГУ
- ↑ List of Fellows of the American Mathematical Society (ингл.). Дата обращения: 7 август 2013. Архивировано 16 август 2013 года.
- ↑ Furstenberg and Margulis to share the Abel Prize 2020 йыл 3 май архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Джон Дж. О’Коннор и Эдмунд Ф. Робертсон. Маргулис, Григорий Александрович (англ.) — биография в архиве MacTutor.
- Маргулис, Григорий Александрович: результаты (англ.). Международная математическая олимпиада.
- Маргулис, Григорий Александрович (англ.) в проекте «Математическая генеалогия»
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- 24 февралдә тыуғандар
- 1946 йылда тыуғандар
- Мәскәүҙә тыуғандар
- АҠШ-ҡа дүртенсе тулҡын Рәсәй эмигранттары
- АҠШ Милли ФА ағзалары һәм мөхбир ағзалары
- Физика-математика фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Мәскәү дәүләт университетын тамамлаусылар