Эстәлеккә күсергә

Мария Гёпперт-Майер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мария Гёпперт-Майер
нем. Maria Göppert-Mayer
Рәсем
Ҡултамға
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Германия
 Америка Ҡушма Штаттары[2]
Имя в браке Maria G. Mayer[3]
Тыуған көнө 28 июнь 1906({{padleft:1906|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[1][4][5][…]
Тыуған урыны Катовице, Пруссия, Германия империяһы[6]
Вафат булған көнө 20 февраль 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[1][4][5][…] (65 йәш)
Вафат булған урыны Сан-Диего[d], Калифорния, Америка Ҡушма Штаттары
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе circulatory collapse[d][2]
Ерләнгән урыны El Camino Memorial Park[d][7]
Атаһы Friedrich Göppert[d][2]
Хәләл ефете Майер, Джозеф Эдвард[d][2][8]
Балалары Maria Mayer[d]
Һөнәр төрө физик, учёный-ядерщик, университет уҡытыусыһы, ғалим
Эшмәкәрлек төрө физика[2], ядро физикаһы[3], Радиоактив тарҡалыу[3], квант механикаһы[3], теоретическая физика[d][3], физик химия[3], Фотохимия[3] һәм статистическая механика[d][3]
Эш урыны Университет Джонса Хопкинса[d][9]
Университет Калифорнии в Сан-Диего[d][9]
Колумбийский университет[d][9]
колледж Сары Лоуренс[d][9]
Лос-Аламосская национальная лаборатория[d][9]
Аргоннская национальная лаборатория[d][9]
Уҡыу йорто Гёттинген университеты[2]
Ғилми етәксе Макс Борн[d]
Аспиранттар Роберт Г. Сачс[d] һәм Steven Moszkowski[d][10]
Кемдә уҡыған Макс Борн[d]
Әүҙемлек урыны Сан-Диего[d][1]
Ҡатнашыусы Манхэттенский проект[d][2][9]
Архивы хранятся в ETH Zurich University Archives[d][11]
Ойошма ағзаһы Гейдельбергская академия наук[d], Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d], Америка фәлсәфә йәмғиәте[d][12][13], Американское физическое общество[d][12] һәм АҠШ фәндәр милли академияһы[d][14]
Йоғонто яһаусы Макс Борн[d][2] һәм Джеймс Франк[d][2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Тасуирлау биттәре aip.org/history-programs…
Изображение памятной доски
Вики-проект Проект:Математика[d]
Число Эрдёша 4
 Мария Гёпперт-Майер Викимилектә

Мария Гёпперт-Майер (нем. Maria Göppert-Mayer; 28 июнь 1906 йыл, Германия империяһы, Катовице20 февраль 1972 йыл, АҠШ, Сан-Диего) — ғалим-физик, физика буйынса Нобель премияһы лауреаты булған ике ҡатын-ҡыҙҙың береһе (1963 йылғы премияның яртыһын Ханс Йенсен менән икеһенә «ядроның тышлығы структураһына ҡағылышлы асыштар өсөн»; премияның икенсе яртыһы Юджин Вигнерға «атом ядроһы һәм элементар киҫәксәләр теорияһына, айырыуса симметрияның фундаменталь принциптарын асыу һәм ҡулланыу ярҙамында индергән өлөш өсөн» бирелә).

Мария Гёпперт-Майер педиатрия профессоры Фридрих Гёпперт менән уның ҡатыны, тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы Мария Гёпперттың берҙән-бер балаһы була. 1910 йылда ғаилә Гёттингенға күсә, сөнки Марияның атаһы бындағы университетҡа педиатрия профессоры итеп тәғәйенләнә. Мария бәләкәйҙән студенттар һәм университет уҡытыусылары араһында үҫә, улар араһында Энрико Ферми, Вернер Гейзенберг, Поль Дирак һәм Вольфганг Паули кеүек зыялылар була. 1924 йылда университетҡа (Abitur) уҡырға инә. Макс Борн, Джеймс Франк, Адольф Отто Рейнольд-Виндхауз лекцияларын тыңлай. 1930 йылда Джеймс Франктың хеҙмәткәре Джозеф Эдвард Майерға кейәүгә бара. Тиҙҙән улар Майерҙың тыуған иленә — АҠШ-ҡа — китә. Артабан бер нисә йыл Гёпперт-Майер Балтиморҙа Джонс Хопкинс исемендәге университетта, Колумбия университетында, Чикаго университетында уҡыта. Әммә ул түләүһеҙ эшләй, түләүле эш табыу, бер яҡтан, Бөйөк  депрессия арҡаһында, икенсе яҡлап, ире профессор булған университеттарҙа эшләгәнлектән туғанлыҡ бәйләнештәрен файҙаланыуҙа ғәйепләнеү ихтималлығы арҡаһында ҡатмарлы була. 1940 йылда ире менән бергә «Статистик механика» тигән китап сығаралар.

1946 йылда Аргонна милли лабораторияһы асыла, һәм Гёпперт-Майерға теоретик физика бүлегендә ярты ставкаға өлкән ғилми хеҙмәткәр эшен тәҡдим итәләр. Нәҡ шул ваҡытта ул ядроның тышлыҡлы моделен эшләй, шуның өсөн һуңынан физика буйынса Нобель премияһына лайыҡ була.

Яҡынса шул уҡ ваҡытта уға бәйһеҙ рәүештә немец физигы Ханс Йенсен ядроның тышлыҡлы моделе теорияһын эшләй. 1955 йылда улар бергәләп «Ядроның тышлыҡлы моделенең элементар теорияһы» тигән китап яҙа[15].

1940-сы йылдар аҙағы—1950-се йылдар башында ул Эдвард Теллер өсөн нурланыштың йотолоуы буйынса хисаплауҙар башҡара, был эш, моғайын, водород бомбаһын яһағанда файҙаланылғандыр.

Гёпперт-Майерҙың вафатынан һуң Америка физика йәмғиәте уның хөрмәтенә йәш физик ҡатын-ҡыҙға тапшырылыусы награда булдыра. Чикаго университеты ла йыл һайын бик һәләтле йәш ғалимәгә йә инженер ҡатын-ҡыҙға премия бирә. Сан-Диеголағы Калифорния университеты йыл һайын Гёпперт-Майер исемендәге симпозиум үткәрә.

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #119155680 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 2,8 Ogilvie M. B. The Biographical Dictionary of Women in Science (ингл.): Pioneering Lives From Ancient Times to the Mid-20th CenturyRoutledge, 2003. — Vol. 1. — P. 510. — 798 p. — ISBN 978-1-135-96342-2
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 3,7 Mayer, Maria Goeppert // Чешская национальная авторитетная база данных
  4. 4,0 4,1 Maria Goeppert Mayer // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  5. 5,0 5,1 Maria Goeppert-Mayer // SNAC (ингл.) — 2010.
  6. Гёпперт-Майер Мария // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  7. Find a Grave (ингл.) — 1996.
  8. http://www.nasonline.org/publications/biographical-memoirs/memoir-pdfs/mayer-maria.pdf — Б. 311.
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 9,5 9,6 https://history.aip.org/phn/11604031.html
  10. Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
  11. http://archivdatenbank-online.ethz.ch/hsa/#/content/0a50a6d2156b401b8b1b329511da18a7
  12. 12,0 12,1 Notable Names Database (ингл.) — 2002.
  13. https://search.amphilsoc.org/memhist/search?creator=Maria+Goeppert+Mayer&title=&subject=&subdiv=&mem=&year=&year-max=&dead=&keyword=&smode=advanced
  14. http://www.nasonline.org/member-directory/deceased-members/20000765.html
  15. Гепперт-Майер М., Йенсен И., Элементарная теория ядерных оболочек, Иностранная литература, М., 1958 (перевод на русский под ред. Д. Д. Иваненко)
  • Храмов Ю. А. Гёпперт-Майер Мария (Goeppert Mayer) // Физики: Биографический справочник / Под ред. А. И. Ахиезера. — Изд. 2-е, испр. и дополн. — М.: Наука, 1983. — С. 80. — 400 с. — 200 000 экз.