Мария Яхода
Мария Яхода | |
нем. Marie Jahoda | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны |
Бөйөк Британия, Англия, Суссекс[2] |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
социаль психолог |
Тормош иптәше |
Пол Лазарсфельд |
Балалары |
Ҡыҙы − Лотта |
Мария Яхода Викимилектә | |
Мария Яхода (нем. Marie Jahoda; 26 ғинуар 1907 йыл — 28 апрель 2001 йыл) — Британияның Австрияла тыуған социаль психологы.[3] 1992 йылда Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһының маҡтаулы сит ил ағзаһы булып һайланған .[4]
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1907 йылдың 26 ғинуарында Австро-Венгрияның Вена ҡалаһында йәһүд ғаиләһендә тыуған. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса Тегеранда тыуған, бала сағын Венала үткәргән. Karl Jahoda һәм уның ҡатыны Gattin Betty ғаиләһендәге дүрт баланың өсөнсөһө булып тыуған. Атаһы Karl Jahoda, Spezialgeschäft für technische Papiere und Utensilien компанияһының хужаһы булған
Башта ул Вена ҡыҙҙар гимназияһында уҡый. Үҫмер сағында уҡ Ҡыҙыл Венала Австрияның Социал-демократик партияһына инә һәм уның эшендә ҡатнаша башлай. Был уның алдағы тормошона ҙур йоғонто яһай.
1928 йылда ул Вена Педагогик академияһынан уҡытыусылыҡҡа диплом алып сыға. 1933 йылда Вена университетында психология буйынса фәлсәфә докторы дәрәжәһенә лайыҡ булған. Вена университетында уҡыған сағында ул уҡытыусы һәм киләсәктә Америка социологы булып эшләйәсәк Пол Лазарсфельд менән танышҡан һәм 1926 йылда уға кейәүгә сыҡҡан. 1930 йылда 17 июлендә уларҙың ҡыҙы Лотта (нем. Lotte Franziska) тыуған. 1928 йылда Яхода күпмелер ваҡыт Парижда булған, Сорбоннала лекциялар тыңлаған.
Ире менән Мария, бер нисә фәнни тикшеренеүҙәр үткәреп, уларҙы баҫтырып сығарған. 1933 йылда, Рокфеллер фондынан стипендия алғас, Лазарсфельд АҠШ-ҡа ҡайтып киткән, һәм 1934 йылғы Австриялағы нацистарҙың ҡырҡа боролош яһауынан һуң ул Австрияға кире әйләнеп ҡайта алмаған. Шул йылда Мария тормош иптәше менән айырылышҡан. 1933 −1936 йылдарҙа Яхода Вена университетында эшләгән. Бер үк ваҡытта Революцион социалистик подпольелә йәшерен рәүештә эшләгән һәм 1936 йылда был эшмәкәрлеге өсөн төрмәгә ябылған. Халыҡ-ара йүнләү арҡаһында иреккә сығарылған. 1937 йылдың июлендә Австрия гражданлығынан мәхрүм ителгән һәм илдән сығып киткән.
Мария, Англияға күсеп, Икенсе донъя һуғышын шунда үткәргән. 1945 йылда АҠШ-ҡа күскән, унда күп йылдар йәшәгән. Нью-Йорк университетында социаль психология буйынса профессор булып эшләгән, Колумбия университетында уҡытҡан, Американың йәһүдтәр комитетында (ингл. American Jewish Committee) фәнни хеҙмәткәр булып эшләгән. 1958—1965 йылдарҙа Лондондағы Брунель университетында эшләй. 1965 йылда Яходаны Сассекс университетына (ингл. University of Bezel) эшкә саҡырып алалар, ул бында башта консультант булған, ә һуңынан уны ғилми-тикшеренеү бүлегенә профессор итеп ҡуйғандар. Англияла ул Бөйөк Британия Лейбористар партияһының парламент ағзаһы Austen Harry Albuға (1903—1994) икенсе тапҡыр кейәүгә сыҡҡан.
2001 йылдың 28 апрелендә Суссекста, Англияла вафат булған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Record #118866451 // Gemeinsame Normdatei
- ↑ Record #118866451 // Gemeinsame Normdatei
- ↑ Marie Jahoda(недоступная ссылка) (инг.)(англ.
- ↑ Book of Members, 1780–2010: Chapter J . American Academy of Arts and Sciences. Дата обращения: 22 июль 2014. (инг.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Marie Jahoda | Jewish Programmatically (инг.)
- Marie Jahoda (инг.)