Матрай мәктәбе
Матрай мәктәбе | |
Нигеҙләү датаһы | 1876 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы, Йылайыр районы һәм Матрай ауылы |
Рәсми сайт | zihmatraevo.02edu.ru |
Матрай мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы Матрай ауыл Советы (Йылайыр районы) биләмәһендәге уҡыу йорто. Матрай ауылы, С. Юлаев урамы, 38 адресы буйынса урынлашҡан
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1876 йылда Матрай ауылында мосолман мәктәбе асыла.
1925 йылда аҙ комплектлы башланғыс мәктәп итеп үҙгәртелә. Беренсе уҡытыусылары — Ғ. Т. Алғышаев, Бохарбаев. Уҡытыу башҡорт һәм урыҫ телдәрендә алып барыла. Рус балалары ла башҡорт телен өйрәнә һәм уны яҡшы белә.
1938 йылда мәктәпкә ете йыллыҡ статусы бирелә. Ошо уҡ йылда икенсе бина төҙөлә, уларҙың береһендә интернат урынлаша.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, бик күп уҡытыусылар фронтҡа алына, уларҙың урынына Йылайыр педагогия техникумын тамамлаусылар килә.
1961 йылда мәктәп һигеҙ йыллыҡ, 1966 йылда урта тип үҙгәртелә.
Бөгөнгә мәктәп «Матрай урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы тип атала. Учреждениеның составында 4 филиалы бар:
- Япарһаҙ ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
- Байғужа ауылы урта белем биреү мәктәбе
- Сидоровка ауылы урта белем биреү мәктәбе
- Балапан ауылы башланғыс белем биреү мәктәбе[1].
Етәкселәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- .Байгилдин З
- Йомағолов А. В.
- Һөйөндөков Ш. Ф.
- Нәҙерғолов А. Х.
- Ишембәтов Р. Х.
- Коротков А. В.[1]
- Дистанова Л. И.
- Әмәкәсова В. Р.
- Мостафин И. И.
- Аҡҡусҡарова Әлиә Рафаэль ҡыҙы
Уҡытыусылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- М. С. Дәүләткилдина
- Н. Ф. Земскова
- А. М. Матвеева
- Б. Рысымбәтов
- Т. М. Стасеева
- Х. М. Әҙеһәмова
- М. С. Дәүләтҡолова
- Дейнова
- Логачева
- Ишмөхәмәтова (Әминева) Вәлимә Зиннур ҡыҙы - ҡара: Ғәлиәкбәр мәктәбе уҡытыусылары
- Заманова Лилиә Ишбулат ҡыҙы — 1969 йылдың 20 ғинуарында Билал ауылында тыуған. 1986 йылда Билал мәктәбен тамамлай һәм Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика һәм математика факультетына уҡырға инә. 1991 йылда Йылайыр районында хеҙмәт юлын башлай. 1994 йылда Матрай мәктәбендә математика дәрестәре алып бара. 1995−2002 йылдарҙа — мәктәп директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре урынбаҫары. 2002 йылдан — мәктәп директоры. 2010 йылда Башҡортостан мәғариф алдынғыһы исеменә лайыҡ була.
- Аҡҡусҡаров Илгиз Ғәләүетдин улы - физкультура уҡытыусыһы
- Әптекова Рәйлә Сабирйән ҡыҙы - башланғыс кластар уҡытыусыһы
- Арғынова Рәзиә Әхәт ҡыҙы - рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
- Ғәлләмова Фирҙәүес Йосоп ҡыҙы - математика һәм физика уҡытыусыһы
- Дистанова Лилиә Ишбулат ҡыҙы - математика һәм физика уҡытыусыһы
- Дистанова Дилара Ким ҡыҙы - социаль педагог
- Ибиканова Гөлйемеш Мырҙағәле ҡыҙы - тарих уҡытыусыһы
- Иҫәндәүләтова Тәнзилә Йәнсаф ҡыҙы - башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
- Иҫәндәүләтова Таңһылыу Йомабай ҡыҙы - башланғыс кластар уҡытыусыһы
- Ишмырҙин Рәүеф Мазһар улы - тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы
- Такаева Гөлиә Нафиҡ ҡыҙы - информатика уҡытыусыһы
- Ҡашҡарова Лилиә Нурулла ҡыҙы - технология уҡытыусыһы
- Килдеғолова Әлфиә Мөхтәр ҡыҙы - инглиз теле уҡытыусыһы
- Сәйетова Венира Ләбиб ҡыҙы - башланғыс кластар уҡытыусыһы
- Фәйзуллина Нурия Миңлеғәле ҡыҙы - рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
- Йәрмөхәмәтов Юнир Сәғәҙәт улы - технология уҡытыусыһы
- Йәрмөхәмәтова Гөлфиҙә Хәмитулла ҡыҙы - физика уҡытыусыһы
- Йәрмөхәмәтова Йәмилә Хөснулла ҡыҙы - химия уҡытыусыһы
- Йәрмөхәмәтова Венера Ноғоман ҡыҙы - башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
- Таһирова Тәнзилә Рәхимйән ҡыҙы - физкультура уҡытыусыһы
- Әмәкәсова Зәлиә Илдар ҡыҙы - инглиз теле уҡытыусыһы
- Сәйетова Шәүрә Абдулхай ҡыҙы - математика уҡытыусыһы
- Босҡонов Кәрим Йәнсаф улы - география уҡытыусыһы[2]
Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ярлыҡапов Абрар Бәҙретдин улы — иҡтисад фәндәре докторы. СССР һәм РСФСР Министрҙар Советы эргәһендәге Башҡортостан Республиканың РФ-тағы даими вәкиле. Төбәк-ара агроер менеджменты академияһының ағза-корреспонденты һәм БР Ер сәйәсәте һәм экология министрлығының ағза-корреспонденты.
- Ғәлимов Йәмил Фәйзулла улы — инженер, техник фәндәр докторы. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
СССР-ҙың химия сәнәғәте алдынғыһыы.
- Ярмуллин Сәлмән Шакирйән улы — журналист, «Аманат» журналының баш мөхәррире, Ш. Хоҙайбирҙин һәм Ш.Бабич премиялары лауреаты
- Борис Николаевич Мелкоедов — Төбәктәр үҫеше министрлығының матбуғат хеҙмәте начальнигы.
- Сөләймәнов Фуат Мырҙағәли улы — тарих фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты уҡытыусыһы.
- Аҡҡужина Фәүриә Әхтәм ҡыҙы — филология фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы
- Солтанова Зилә Борис ҡыҙы — социология фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы
- Ишбулатов Вәлит Миңлеғәли улы — Өфө моторҙар төҙөү производство берекмәһендә вертолет агрегаттарын ремонтлау буйынса төп белгес
- Әхмәтшин Ғәли Ғәли улы — Өфө автотранспорт колледжы директоры.
- Күскилдин Кинйәғәли Сәғит улы — йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры урынбаҫары,
- Ниғмәтуллина Зилә Вәсим ҡыҙы — Башҡортостан юлдаш телеканалында «Сәләм» тапшырыуы журналисы.
- Сөләймәнов Руслан Сәлмән улы — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, бейеү етәксеһе
коллектив коллективы коллективы
Мәктәпте тамамлап, башҡа мәктәптәрҙә эшләүсе уҡыусылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәктәп тураһында матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Атайсал» гәзите, 8 октябрь 2022. Венера Мөхәмәҙи ҡыҙын ҡотлайбыҙ!
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәктәп сайты Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение «Средняя общеобразовательная школа с. Матраево» Муниципального района Зилаирский район Республики Башкортостан 2022 йыл 2 апрель архивланған.