Билал мәктәбе
Билал мәктәбе | |
Ҡыҫҡаса исеме |
Баймаҡ районы Билал ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе |
---|---|
Нигеҙләнгән |
1897 йыл |
Адресы |
|
Билал мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы Билал ауыл советының Билал ауылында урынлашҡан уҡыу йорто
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Билдәле тарихсы Р. И. Үтәғолов хәбәр итеүенсә, 1897 йылда ике класлы урыҫ-башҡорт мәктәбе асыла. Берҙән-бер документ — 1913 йылда Әхмәҙин Кирамдың был уҡыу йортон яҡшы билдә менән тамамлау тураһында бүләкләү ҡағыҙы һаҡланып ҡалған.
Граждандар һуғышынан һуң тулыһынса совет мәктәбе итеп үҙгәртелә. Тәүҙә (1919—1920 йылдарҙа) мәктәптә тик малайҙар ғына уҡый. Башҡа ауылдарҙан балалар йөрөп уҡымай. 1918—1919 йылдарҙа уҡыу бушлай була. Мәктәптә ике ир-ат уҡытыусы эшләй: Канюков Ғәйфулла Ғарифулла улы һәм Сәлмәнов Ишмөхәмәт. 1920 йылдың 31 декабрендә 16 малай уҡый. Совет власының тәүге йылдарында Рәмеева Хөсниямал етәкселеге аҫтында 50 балаға балалар йорто асыла. Был приютта яҡындағы тораҡ пункттарҙан 250—300 бала тәрбиәләнә.
1930 йылда мәктәп Крәҫтиән йәштәре мәктәбе (ШКМ) тип үҙгәртелә. Әбйәлил районының бөтә ауылдарынан тиерлек — Хәлил, Ишҡол, Әлмөхәмәт, Амангилде, Ҡырҙас, Ҡолоҡас, Мәхмүт, Ярлыҡап һ. б. ауылынан уҡырға киләләр. ШКМ ете йыллыҡ була. 1935 йылдан мәктәп тулы булмаған урта мәктәп итеп үҙгәртелә.
1939—1940 уҡыу йылында яңы ике ҡатлы мәктәптә уҡыу башлана.
1950 йылдан мәктәптә тейешле белемле уҡытыусылар туплана башлай. 1960 йылдың сентябрендә Билал тулы булмаған урта мәктәбендә 8 класс була. Ул 1969 йылда тулы урта мәктәпкә әүерелә.
1981 йылда 320 урынлыҡ заманса урта мәктәп бинаһы төҙөлә. Комсомол, Таһир, Өмөтбай ауылдарында урта мәктәптәр асылғанға тиклем төп мәктәп була. Мәктәп яны интернатында 80 — 110 тәрбиәләнеүсе йәшәй.
Етәкселәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абдрахманов Билал И. — 1911 йылда балалар йыйып, мәктәп аса
- 1913—1917 йылдар — Билал ауылында буйынса мәғлүмәттәрҙә юҡ
- Хөсниямал Рәмиева — 1921 йылда приют аса
- Әхмәтйән Өмөтбаев — 1921—1923 йылдарҙа приют директоры
- Бикҡужин Ғүмәр Ғәләүетдин улы — ШКМ директоры (1930—1932), Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылынан
- Ишбулатов Зәки — (1932—1933)
- Фәритов Ғүмәр Фарит улы — (1933—1934)
- Ишбулатов Зәки − (1935)
- Ғайсин Хәсән Нәбиулла улы — (1937—1938)
- Солтанов Шәкүр Вәлиәхмәт улы — (1938, 1940)
- Ғәлин Саййәр — (1941)
- Кәримов Усман Мөжәүир улы − (1942)
- Зәйнәп Дауышева — (1942—1944)
- Йәһүҙин Вәхит — (1944—1950) Күгәрсен районынан.
- Фаизов Абрар Фәтхулла улы — (1950—1953)
- Низамов Усман Харрас улы — (1953)
- Сәйәхов Вәкил Шәмсимөхәмәт улы − (1953—1956)
- Хәсәнов Мохтар — (1957), аҙаҡ «Һаҡмар» колхозы рәйесе
- Сәйәхов Вәкил Шәмсимөхәмәт улы − (1957—1959 г.г.
- Әминев Сәлимйән Фәхрислам улы − (1959—1964)
- Арыҫланбәков Зәйнетдин — (1964—1969)
- Кәримов Вил Усман улы — (1969—1973)
- Ғайсин Кинйәғол Хәйбулла улы — (1973—1974)
- Сабанбаев Әхиәр Ғөзәйер улы − (1974)
- Әлибаев Бикйән Рәхимйән улы − (1974—1992)
- Янбердин Рим Сөләймән улы − 1991—1996)
- Кинйәбулатов Динар Әсғәт улы − (1996—1997)
- Әлибаев Бикйән Рәхимйән улы — −1997—2001)
- Әминев Иршат Мөсәүир улы − (2001—2010)
- Зәйнуллин Илдус Әҙип улы — (2010—2011)
- Әминев Арсен Арслан улы — (2011—2013)
- Садыҡов Фәнур Фәрит улы — (2013)
Уҡытыусылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Канюков Ғәйфулла Ғарифулла улы
- Сәлмәнов Ишмөхәмәт
- Кәримов Усман
- Ғәлимов Әсғәт
- Юлдашкилдин Мирза
- Әҙеһәмова Мәрйәм
- Әминев Ғәзиз
- Зәйнәб Биишева (1929/1930)
- Дауышева З.
- Илһамова Г.
- Йәһүҙина М.
- Хәсән Ғайсин
- Рәмиева Ф.
- Йәнгилдина Кабира — башланғыс кластар уҡытыусыһы
- Рәмиева Дилара — башланғыс кластар уҡытыусыһы
- Сәйәхова Йәүәйрә
- Юламанова Ғилминур Абдулла ҡыҙы — география һәм башҡорт теле уҡытыусы
- Рәхмәтуллин С.
- Баязитова У.
- Фәйезов А.
- Низамов У.
- Сәйәхов А.
- Йыһаншин А.
- Кәримов В.
- Нурғәлиева Р.
- Дмитриева А.
- Рәйсә Зөбәйерова
- Әминев Мозафар
- Ғәҙелшина Ғәлиә
- Зөһрә Арсланова — юғары белемле тәүге уҡытыусы, рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта (1943)
- Кәримова Нәркәс Вил ҡыҙы (рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы) 1977 йылдың 3 сентябрендә Билал ауылында тыуған. 1984 йылда Билал мәктәбенең 1-се синыфына уҡырға килә һәм 1994 йылда тамамлай. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында уҡый.
- Сирусина Альбина Рәжәп ҡыҙы (математика һәм информатика уҡытыусыһы) 1986 йылдың 11 апрелендә Билал ауылында тыуған. 1993—2004 йылдарҙа Билал мәктәбендә уҡый. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты иҡтисад факультетында белем ала.
- Таңғатарова Г. Ф. — математика уҡытыусыһы
- Ғилманова Я. М. — география уҡтыусыһы
- Әминева И . А. — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
- Ҡаһарманова Ф. Б. — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
- Исхаҡова Г. Н. — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
- Юлмөхәмәтова Г. Ф. — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
- Әминева А. Г. — химии и биологии уҡытыусыһы
- Клара һәм Дауыт Ишкилдиндар
- Сания һәм Мөхәррәм Кәримовтар
- Нәзилә һәм Ғәзиз Фәтхетдиновтар
- Ришат һәм Рәзинә Ғиләжевтар
- Салауат Ғүмәров
- Әлфиә һәм Мансур Атангуловтар
- Рита һәм Рәфҡәт Әлмөхәмәтовтар
- Закиә Йәнтурина
- Тәнзилә Юламанова
- Мәжит Кәримов
Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡаһарманова Н. А. — Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы
- Биргәнова Э. Ш. — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы
- Күсәбаева-Мостафина Р. Р. — Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы баш белгесе
Мәктәпте миҙалға тамамлаусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Заманова Лилиә Ишбулат ҡыҙы — көмөш миҙал (1986). 1969 йылдың 20 ғинуарында Билал ауылында тыуған. 1986 йылда Билал мәктәбен тамамлай һәм Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика һәм математика факультетына уҡырға инә. 1991 йылда Йылайыр районында хеҙмәт юлын башлай. 1994 йылда Матрай ауылы мәктәбендә математика дәрестәре алып бара. 1995−2002 йылдарҙа — мәктәп директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре урынбаҫары. 2002 йылдан — мәктәп директоры. 2010 йылда Башҡортостан мәғариф алдынғыһы исеменә лайыҡ була.
- Кәримова Нәркәс Вил ҡыҙы — көмөш миҙал (1986).
- Ғәбдрәшитова Айгөл Әбүзәр ҡыҙы — көмөш миҙал (2003). 1986 йылдың 10 майында Билал ауылында тыуған. 1992—2003 йылдарҙа Билал мәктәбендә уҡый. 2008 йылда Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын тамамлай.
- Сирусина Альбина Рәжәп ҡыҙы — көмөш миҙал (2004).
Матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәктәп сайты История школы(недоступная ссылка)