Һәжәр (Исмәғилдең әсәһе) — версиялар араһындағы айырма

Перейти к навигации Перейти к поиску
ә
r2.7.3) (робот өҫтәне: ru:Агарь; косметик үҙгәртеүҙәр
ә (r2.7.3) (робот өҫтәне: ru:Агарь; косметик үҙгәртеүҙәр)
 
{{Ислам}}
 
'''Һәжәр (Ага́рь)''' ({{lang-he|הגר}}, ''Хагар'', ''илсе''; {{lang-el|Άγαρ}}; {{lang-la|Agar}}; {{lang-ar|'''هاجر'''}}, ''Хаджар'') — [[Древний Египет|Мысырлы]], ҡол ҡатын, [[Сарра|Сарра]]ның түлһеҙ осоронда хеҙмәтсе булып торған, [[Ибраһим]] пәйғәмбәргә Исмәғил улын табып биргән кәнизәк .
 
Ибраһим менән Сарраның улы [[Исхаҡ]] ҙурая башлағас, Сарраның ризаһыҙлығы арҡаһында Һәжәрҙе улы Исмәғил менән Ибраһимдың йортонан ҡыуалар (Йәш. 21:1-21).
 
Һәжәр [[Ғәрәп ярымутрауы]] сүлендә ҡала. Улы Исмәғилдән ғәрәп халҡы тарала, уларҙы йә исмәғилиҙәр йә һәжәриҙәр тип атап та йөрөтәләр. Исмәғилдең әсәһе булараҡ, ғәрәп риүәйәттәрендә Һәжәргә күп урын бирелә.
 
Ғәрәп әҙәбиәтендә лә Һәжәр образы киң яҡтыртылған, ә рәсем сәнғәтендә әсәле-уллының Ибраһим йортонан ҡыуылыуы күп сюжеттарға нигеҙ булған.
Һәжәр хәрмәтенә 1909 йылда асылған астероидҡа уның исеме бирелгән.
 
== Һәжәр - Исмәғилдең әсәһе ==
 
Динебеҙҙә телгә алынған бөйөк пәйғәмбәрҙәребеҙҙең береһе – Ибраһим ғәләйһиссәләм. Тап бына ошо әүлиә заттан бөгөн донъя халҡының күпселеге тотҡан ибраһими (аврамистик) диндәр таралған да инде. Ибраһими диндәргә, мәғлүм булыуынса, йәһүди, нәсрани, ислами инаныстар инә.
 
Ҡөрьән Кәримдең “Ниса” сүрәһенең 125-се аятында Ибраһим хаҡында былай тип әйтелә: “Дин йәһәтенән үҙенең нәфесен Аллаһы Тәғәлә өсөн тапшырыусынан кем яҡшыраҡ? Шул кешелер: үҙе изгелек ҡылды һәм Ибраһим пәйғәмбәрҙең диненә эйәрҙе. Аллаһы Тәғәлә Ибраһим пәйғәмбәрҙе Үҙенә дуҫ итеп тотто, йәғни, уны ихтыяр ҡылды һәм уға күп кирәмәттәр бүләк итте.”
 
Мәғлүм булыуынса, Ибраһим пәйғәмбәр менән ҡатыны Сараның ҡартайғанса балалары булмай. Был хәлгә икеһе лә бик ҡайғыралар. Рәсүлдең бик бала көҫәгәнен күреп, эстән һыҙып йөрөгән Сара үҙе хеҙмәтсеһе Һәжәрҙе алырға тәҡдим яһай. “Раббым, миңә бер изге ул бирһәңсе!” – тип теләй зөфаф кисендә Ибраһим. Һәм Аллаһы Тәғәлә уны йомшаҡ күңелле ул – Исмәғилде биреп һөйөндөрә (“Саффәт” сүрәһе, 100-101-се аяттар).
Сара көнсөлөктән ҡатынды балаһы-ние менән сүлгә алып барып ташлауҙы талап итергә тотона, тиелә риүәйәттәрҙә. Атай кешегә көтөп алған балаһы һис шикһеҙ йәл, ул байтаҡ икеләнә. Бер мәл Ибраһим пәйғәмбәргә Аллаһы Тәғәләнән: “Улыңдан бөйөк бер милләт тараласаҡ, уны сүлдә ҡалдыр”, - тигән вәхи килә. Ҡайҙа илтергә икәне лә төшөндөрөлә.
 
Ибраһим пәйғәмбәр Һәжәр менән улы Исмәғилде әле Мәккә урынлашҡан, ә ул мәле яҡын-тирәлә бер әҙәм заты, бер тамсы һыу булмаған, яланғас таштар ғына һерәйеп торған тауҙар араһына килтереп ташлай. Тәҡүәлеге шул тиклем көслө була, ҡатын бары тик: “Һин быны Алланың ҡушыуы буйынса эшләйһеңме?” – тип кенә һорай һәм, ыңғай яуап ишеткәс, һис ҡаршылыҡ, ризаһыҙлыҡ күрһәтмәй, тороп ҡала. “Улай булғас, Аллаһ беҙҙе һәләк итмәҫ”, - тип иҫ киткес ышаныс менән тороп ҡала. Әгәр күңелендә шул тиклем инаныу булмаһа, ул бер үлән ҡыяғы ла үҫмәгән, кеше затының эҙе лә булмаған тау-таш араһында ҡурҡышынан, өмөтһөҙлөктөн йөрәге ярылып үлер, йә хыялланыр ине.
Риүәйәттәрҙә тап ошо урында Әҙәм менән Һаууаның тәүге ғибәҙәтхана төҙөгән булғанлығы, уның янында йәннәт шишмәһенән ергә күсерелгән зәмзәм инеше ағып ятҡанлығы, тик туфан баҫҡандан һуң ләм аҫтында ҡалып юғалыуы хаҡында ла әйтелә. Ул изге урындың яңынан тергеҙелеүе, бөтә донъя мосолмандарының хаж ғәмәле үтәр төбәккә әүерелеүе Һәжәр Инәбеҙ һәм уның улы Исмәғил менән бәйле.
 
Хаж ғәмәлен үтәгәндә Ҡәғбәтулла тирәләй ете тапҡыр урап үткәс, зәмзәм һыуы эселә һәм артабан мосафирҙар Сафа һәм Мәрүә араһынан Һәжәр Инәбеҙ кеүек үк йүгерә-атлай уҙа. Хажиҙар был йоланы үтәгәндә Әсә бөйөклөгөн, Аллаға, балаһына мөхәббәтен иҫенә ала. Аллаға бөйөк инаныс кәүҙәләнеше булған Һәжәр Инәбеҙҙең аяҡ эҙҙәре буйлап уҙғанда Ҡөрьәнебеҙҙә әйтелгән: “Йәннәт әсәләрҙең аяҡ аҫтында”, - тигән аят та һис шикһеҙ хаҡ мосолмандың күңел күгенә нур булып яғыла.
 
Аяҡ аҫтынан зәмзәм урғылып сыҡҡан бала - Исмәғил - пәйғәмбәр булараҡ динебеҙ тарихына инә. Кеше аяғы баҫмаған тауҙар араһында ҡалған әсәле-уллы аҫыл зат әһле Ислам донъяһы өсөн изге урынға, йылдан-йыл, көндән-көн абруйы арта барған Мәккә ҡалаһына нигеҙ һалыусы булып тора.
* {{Источник/ЭСБЕ}}
 
== Һылтанмалар ==
{{commonscat|Hagar}}
* {{ЭЕЭ|10062|Агарь}}
 
* Тәсһилүл бәйән фи тәфсирил Ҡөрьән// Ҡөрьән тәфсиренең еңеләйтелгән аңлатмаһы. 4 томда. - Ҡазан:2004 йыл
* Гүзәл Ситдиҡова. Йәннәт баҡсаһы. - Өфө: Полиграфдизайн, 2005. - 102 б.
* Ситдиҡова Гүзәл. Күсле ил - көслө ил. - Өфө:Китап, 2007.- 448 бит
 
[[pt:Agar (Bíblia)]]
[[ro:Hagar]]
[[ru:Агарь]]
[[sv:Hagar]]
[[tr:Hacer]]
46 576

үҙгәртеү

Навигация