Башҡортостан рельефы — версиялар араһындағы айырма

Перейти к навигации Перейти к поиску
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Ер ҡабығының күтәрелештәре менән бер үк ваҡытта тау тоҡомдарының емерелеү процесы көсәйгән. Йылғалар тауҙарҙы йырып, тәрән үҙәндәр хасил иткән. Бына шундай эске, тауҙар барлыҡҡа килтереүсе процестар менән тышҡы, йәғни тауҙарҙы емереүсе, көстәрҙең үҙ-ара тәьҫир итешеүе һөҙөмтәһендә, Көньяҡ Уралдың хәҙерге заманда беҙ күреп белгән ер өҫтө рельефы формалашҡан.
 
Көньяҡ Урал рельефына ғына хас үҙенсәлек — һырттарҙың төрлө ейеклектә булыуы. 1000—1600 м бейеклектәге яланғас ҡаялы һырттар айырылып тора. Былар — иң бейек күтәрелештәр. Улар тирәләй тәпәшәгерәк һырттар урынлашҡан, бейеклектәре 700—1000 м. Көньяҡ Уралдың ситке өлөштәрендә һырттарҙың бейеклеге 700 метрҙан артмай. Бындай киртләсле рельеф боронғо тигеҙлектәрҙең күтәрелеүенән ҡалған, тип иҫәпләнә. Әгәр һеҙгә Көньяҡ Уралда булырға тура килһә, һырттарҙың ҡырластарына һәм түбәләренә, уларҙың шымарған һөҙәк битләүҙәренә, тәрән итеп йырып аҡҡан, урыны менән тарлауыҡҡа оҡшаш хәҙерге йылға үҙәндәренә иғтибар итегеҙ.
Көньяҡ Урал рельефына ғына хас үҙенсәлек — һырттарҙың төрлө
== Башҡортостандың Урал аръяғы ==
Башҡортостандың Урал аръяғы республиканың көнсығыш сиге буйлап тар һыҙат булып һуҙыла. Көнбайыштан был өлкәнең тәбиғи сиге булып Ирәндек һырты, Ҡырҡтытау, ә унан төньяҡҡа табан Уралтау хеҙмәт итә. Өлкәнең көнбайыштағы ситке өлөшөнә үтә айырғыланған рельеф хас. Урал аръяғының көнсығыш өлөшө бик күп йылға үҙәндәре һәм ваҡ күлдәр менән йырғыланған ваҡ убаларҙан тора. Бында, Таулы Башҡортостандағы кеүек, өймәкләшкән эре һөҙәк шыуҙырмалар осрай. Урыны менән тау тоҡомдары ҡатламдарының аҫҡа батыуы, шулай уҡ тектоник хәрәкәт һөҙөмтәһендә ер ҡабығының айырым өлөштәренең түбәнәйеүе күҙәтелә. Силур, девон, карбон осорҙарына ҡараған һәм магма урғылыуҙан барлыҡҡа килгән тоҡомдар ер өҫтөнә яланғасланып сығып ята. Улар, үҙгәреш кисерә-кисерә, кристалл һәүерташтарға әүерелгән. Ултырма тау тоҡом-
дары ҡатламдары улар араһына йырып ингән гранит, габбро һәм башҡа магма тоҡомдар менән айырғыланған.
 
=== Был өлкәнең геологик үҫеш тарихын өс этабы ===
 
#Кембрийға тиклемге осорҙан бирле бында йәшәп килгән бик ҙур ҡитға палеозой дәүере башында икегә бүленгән. Шуның һөҙөмтәһендә Рус һәм Себер платформалары айырылған. Улар араһында киң океан барлыҡҡа килгән. Ҡоро ер өлөштәре утрау-утрау булып һаҡланып ҡалған.
# Палеозойҙың икенсе яртыһында ер ҡабығының һуҙылыуы уның ҡыҫылыуы менән алмашына. Океан ҡабығын ҡыҫып, Уралға көнсығыштан әкрен генә Көнсығыш Урал ҡитғаһы хәрәкәт итә. һөҙөмтәлә океандың майҙаны яйлап бәләкәйлән-гәндән-бәләкәйләнә.
#Палеозой ахырында Рус платформаһы менән Көнсығыш Урал ҡитғаһы яҡыная барып, бер-береһе менән бәрелешә. Уларҙы айырып торған океан ҡоро ер ҡыҫымынан тамам юҡҡа сыға, үрҙә әйтеп кителгәнсә, Уралда тауҙар барлыҡҡа килә, Башҡортостандың Урал аръяғында ла ер ҡабығы йыйырсыҡланып, бер-береһенең өҫтөнә өймәкләнә барған.
 
 
 
 
12 260

үҙгәртеү

Навигация