Шүлгәнташ: өлгөләр араһындағы айырма

Координаты: пропущена долгота
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
27 юл: 27 юл:
}}
}}
[[Рәсем:shulgantash.jpg|thumb|right|Шүлгәнташ]]
[[Рәсем:shulgantash.jpg|thumb|right|Шүлгәнташ]]
'''Шүлгәнташ мәмерйәһе''' — [[Башҡортостан]]дың [[Бөрйән районы]]нда, [[Ағиҙел (йылға)|Ағиҙел йылғаһының]] уң яҡ ярында, [[Шүлгәнташ ҡурсаулығы]] биләмәһендә урынлашҡан. Ул Көньяҡ Уралдағы бурташ, гипс, доломит кеүек тау тоҡомдарынан торған [[мәмерйә|мәмерйәләрҙең]] иң ҙурҙарының, иң матурҙарының береһе, тәүтормош сәнғәте ҡомартҡыһы.<ref>[http://unescorb.ru/ru/news/detail.php?ID=952 Комитет Республики Башкортостан по делам ЮНЕСКО]</ref>, {{lang-ba|Шүлгәнташ}}) — [[карст]]овая [[пещера]] на территории [[Бурзянский район Башкортостана|Бурзянского района]] республики [[Башкортостан]], [[Россия]]. Находится на реке [[Белая (приток Камы)|Белой]] в одноимённом заповеднике «[[Шульган-Таш (заповедник)|Шульган-Таш]]». Пещера наиболее известна благодаря [[Петроглифы|наскальным рисункам]] [[Первобытный человек|первобытного человека]] эпохи [[палеолит]]а<ref>Ольга Червяцова [http://www.shulgan-tash.ru/2009-12-08-08-26-17/archaeologicalresearches Археологические исследования] Официальный сайт государственного природного заповедника «Шульган-Таш»</ref>. Мәмерйә янында «Шүлгәнташ» музей-экскурсион комплексы һәм спелеология лабораторияһы асылған. Шулай уҡ солоҡсолоҡ, умартасылыҡ музейы бар.
'''Шүлгәнташ мәмерйәһе''' — [[Башҡортостан]]дың [[Бөрйән районы]]нда, [[Ағиҙел (йылға)|Ағиҙел йылғаһының]] уң яҡ ярында, [[Шүлгәнташ ҡурсаулығы]] биләмәһендә урынлашҡан. Ул Көньяҡ Уралдағы бурташ, гипс, доломит кеүек тау тоҡомдарынан торған [[мәмерйә|мәмерйәләрҙең]] иң ҙурҙарының, иң матурҙарының береһе, тәүтормош сәнғәте ҡомартҡыһы<ref>[http://unescorb.ru/ru/news/detail.php?ID=952 Комитет Республики Башкортостан по делам ЮНЕСКО]</ref>. {{lang-ba|Шүлгәнташ}}) — [[Рәсәй]] территорияһындағы [[Башҡортостандың Бөрйән районы|[[Башкортостан Республикаһы]] Бөрйән районы]]ндағы [[карст]] [[мәмерйәһе]]. «[[Шүлгәнташ (ҡурсаулыҡ)|Шүлгәнташ]]» ҡурсаулығы территорияһында [[Ағиҙел (Ҡама йылғаһы ҡушылдығы)|Ағиҙел]] буйында урынлашҡан. Мәмерйә [[палеолит]] эпохаһында йәшәгән [[Тәүтормош кешеһе|тәүтормош кешеһенең]] [[Петроглифтары|таштағы һүрәттәре]] аша билдәле<ref>Ольга Червяцова [http://www.shulgan-tash.ru/2009-12-08-08-26-17/archaeologicalresearches Археологические исследования] Официальный сайт государственного природного заповедника «Шульган-Таш»</ref>.
Мәмерйә янында «Шүлгәнташ» музей-экскурсион комплексы һәм спелеология лабораторияһы асылған. Шулай уҡ солоҡсолоҡ, умартасылыҡ музейы бар.


1965 йылда Шүлгәнташ ''тәбиғәт ҡомартҡыһы'' итеп иғлан ителә.
1965 йылда Шүлгәнташ ''тәбиғәт ҡомартҡыһы'' итеп иғлан ителә.

17:17, 17 июль 2016 өлгөһө

Шүлгәнташ
Координаты: пропущена долгота
Ил
РегионБашҡортостан
Тәрәнлеге165 м
Оҙонлоғо3045[1] м
Күләме180 510 м³
Типкарст  
һыйҙырышлы тоҡомдарэзбизташ 
Ҡатмарлылыҡ категорияһы 
СайтЗаповедник «Шульган-Таш» 
Рәсәй<div class="ts-ПозКарта-метка" style="
 left:Аңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторы%;
top:Аңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторы%">
Красная точка
Шүлгәнташ
Башҡортостан Республикаһы<div class="ts-ПозКарта-метка" style="
 left:Аңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторы%;
top:Аңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторы%">
Красная точка
Шүлгәнташ
 Шүлгәнташ Викимилектә
Шүлгәнташ

Шүлгәнташ мәмерйәһе — Башҡортостандың Бөрйән районында, Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында, Шүлгәнташ ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан. Ул Көньяҡ Уралдағы бурташ, гипс, доломит кеүек тау тоҡомдарынан торған мәмерйәләрҙең иң ҙурҙарының, иң матурҙарының береһе, тәүтормош сәнғәте ҡомартҡыһы[2]. башҡ. Шүлгәнташ) — Рәсәй территорияһындағы [[Башҡортостандың Бөрйән районы|Башкортостан Республикаһы Бөрйән районы]]ндағы карст мәмерйәһе. «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы территорияһында Ағиҙел буйында урынлашҡан. Мәмерйә палеолит эпохаһында йәшәгән тәүтормош кешеһенең таштағы һүрәттәре аша билдәле[3].

Мәмерйә янында «Шүлгәнташ» музей-экскурсион комплексы һәм спелеология лабораторияһы асылған. Шулай уҡ солоҡсолоҡ, умартасылыҡ музейы бар.

1965 йылда Шүлгәнташ тәбиғәт ҡомартҡыһы итеп иғлан ителә.

Атамаһы

«Шүлгәнташ» мәмерйәһенең атамаһы башҡорт телендәге Ағиҙелгә мәмерйәгә ингән ерҙә ҡушылған Шүлгән йылғаһы исеменән һәм «таш» һүҙенән килеп сыҡҡан. Шулай уҡ боронғо башҡорт диалектында «шу үлгән» «һыу үлгән, юҡҡа сыҡҡан» тигәнде аңлата, дөрөҫөрәге, «һыу ташта үлгән» йәки «һыу таш аҫтына киткән» мәғәнәһендә. Бынан тыш Шүлгән - боронғо башҡорт ҡобайыры «Урал-батыр»ҙың персонажы, эпостың төп геройы Урал батырҙың ағаһы.

Рус тикшеренеүселәре Шүлгәнташты «Капова» мәмерйәһе тип атауының ике фаразы бар: беренсеһе - тамсы тамыуҙы аңлатҡан «кап-кап» рус ымлығынан (мәмерйәлә һәр ваҡыт тамсы тамған тауыш ишетергә мөмкин), икенсеһе — «капище» (храм), мәжүсиҙәрҙең ғибәҙәтханаһы булған тип раҫлауҙан. Сөнки бик боронғо замандан, яҙманан алда, мәмерйәлә ғибәҙәтхана булғанлығын дәлилләүсе мәғлүмәт бар, ҡаялағы һүрәттәр ҙә шул маҡсатҡа хеҙмәт иткәне иҫбатлана. Башҡорт легендаларынан һәм археологик ҡаҙылмаларҙан билдәле булыуынса, урта быуаттарҙа ла Шүлгәнташта ғибәҙәтхана булған, мәмерйәлә мәжүси йолалар үтәлгән[4].

Шүлгәнташ мәмерйәһенең ҡоролошо

Мәмерйәгә ингән урын - 25-28 метр бейеклегендәге арка рәүешендә, Һарыкүскән тауының көньяҡ битендә урынлашҡан; уның киңлеге 40 метрға етә. Шулай уҡ мәмерйәгә ингән урындың һул яғындағы күлдән Шүлгән йылғаһы ағып сыға. Зәңгәрләнеп күренеп ятҡан күлдең диаметры 3 метрға яҡын, ә тәрәнлеге - 80 метрҙан артыҡ (дөрөҫөрәге, ул күл түгел, ә һыу юлағының вертикаль өлөшө). Ҡушылмалары күп булыу сәбәпле, күлдең һыуы эсергә яраҡлы түгел, уны дауаланыу ванналары өсөн файҙаланыу отошлораҡ[5].

Мәмерйәнең өйрәнелгән оҙонлоғо 3 саҡрымдан ашыу. Унда — һарҡып, ағып барлыҡҡа килгән майташтар, сталактиттар, сталагмиттар, ҙур залдар, ер аҫты йылғаһы, күлдәр бар. Мәмерйә әкиәттәрҙә һөйләнгән һоҡланғыс һарайҙы хәтерләтә. Беренсе ҡатын һыу баҫҡан, унда Шүлгән йылғаһы аға[1] (с учетом сифонных подводных полостей) с крупными залами, галереями, подземными озёрами и рекой. Пещера имеет три гипсометрических уровня (этажа), нижний из которых занят речкой Подземный Шульган, которая и образовала эту пещеру[6].

140 метр бейеклегендәге мәмерйә карст массивындағы хемоген[сығанаҡ 4762  көн күрһәтелмәгән] эзбиздә барлыҡҡа килгән. Мәмерйәгә бик яҡын, мәмерйә эргәһе буйлап (параллель) Шүлгән йылғаһының өс саҡрымға яҡын оҙонлоғондағы тәрән карст каньоны һуҙыла, ул аҡрынлап эре карст соҡорҙарҙан, күлдәрҙән торған йырынға (рельеф) ҡоро үҙәнгә әйләнә.

Икенсе ҡаттың оҙонлоғо 500 метр самаһы. Мәмерйәгә ингән ерҙән 120 метр үткәс, һул яҡтан юғарыға тура коридор китә. Баҫҡыс буйлап 20 метр күтәрелгәс, өсөнсө ҡатка аяҡ баҫаһың. 500 метрға һуҙылған ҙур залдар ер аҫты күленә барып тоташа.

Шүлгәнташ мәмерйәһенә барған юлда бейек ҡаяла тәбиғәт яһаған мөғжизә «Мамонт ҡыуышы» күренә. Мәғәрәгә бындай исем, ҡояш байыған саҡта ҡаялағы күләгәнең үҙенсәлекле ятыуы сәбәпле, таш һыҙаттарының торбатомшоғон түбән төшөрөп йоҡоға талған мамонтты хәтерләткәнлектән бирелгән.

Ер аҫтындағы йылға һәм күл

Мәмерйәлә ер аҫты йылғаһы Шүлгән аға. Уның сыҡҡан урыны төньяҡҡа ҡарай 12 саҡрым арыраҡ. Мәмерйәнән 2 саҡрымда ул шаулап ер аҫтына инеп юғала һәм, ҡеүәтле шишмә булып, Шүлгәнташ ауыҙында урғып ер өҫтөнә сыға, ошонда юғарыла яҙылған диаметры 3 метрлыҡ күл хасил итә. Мәмерйә ауыҙынан алып 150—170 метр гөрләп ағып, Шүлгән Ағиҙелгә ҡушыла. Шүлгән йылғаһы ҡышҡы ҡаты һыуыҡтарҙа ла туңмай.

«Рәсемдәр» бүлмәһе

Мәмерйәнең һәр ҡатында үҙенә хас температура, дымлылыҡ режимы һәм һауа әйләнеше меңәр йылдар буйы, миҙгелгә ҡарамай һәм тәүлек әйләнәһенә даими тора, температура үҙгәрмәй. Шуға мәмерйәлә боронғо һүрәттәр һаҡланған да инде. Шүлгәнташ мәмерйәһе палеолит дәүерендәге тәүтормош кешеһенең һуңғы солютренән урта мадлена ваҡыты менән тамғаланған (заманса тикшереүҙәр һүрәттәрҙең йәшен 39 меңдән 19 мең йыл тип билдәләй) ҡаялағы һүрәттәре менән билдәле[7]. Һүрәттәрҙең күсермәһе 1-се ҡаттағы Хаос залының төпкө осондағы шыма стенала күрһәтелгән.

Һүрәттәр 1959 йылда ҡурсаулыҡтың зоологы А. В. Рюмин тарафынан табылған[8][9][10]. Боронғо һынлы һүрәт сәнғәтен (живописте) өйрәнеүҙә СССР Фәндәр Академияһының Археология институты ҙур роль үтәгән (бигерәк тә О. Н. Бадер[11] и В. Е. Щелинский[12]). Улар 50 һүрәтте асыҡлаған. Һуңынан Бөтөн Рәсәй геология институты уларҙы өйрәнә һәм Рус география йәмғиәтенән Ю. С. Ляхницкий 173 һүрәт йәки улрҙың реликтын — сағыу таптарын таба.

Мәмерйәлә мамонттар, аттар һәм башҡа йәнлек һүрәттәре, антропоморф фигуралар төшөрөлгән. күмер менән төшөрөлгән һирәк һүрәттәр ҙә осрай. Ғалимдар мәмерйәлә хайуан һүрәттәрен генә түгел, үрге һәм урта ярустарҙа бәләкәй өй (хижина), өсмөйөш, баҫҡыс, ҡыя һыҙыҡ һүрәттәрен табалар. Был һүрәттәр 30-40 мең йыл элек, планетала кроманьонецтар йәшәгән дәүерҙә, һуңғы палеолит осоронда төшөрөлгән. Шүлгәнташтың түбәнге ярусында һуңыраҡ, боҙлоҡ периоды аҙағында, яһалған һүрәттәр табылған. Уларҙың дәүмәле 44-тән 112 сантиметрға тиклем.

Уран-торий тикшеренеүҙәре Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәр 36400 йыл элек эшләнгәнен билдәләне[13].

Һүрәттәр сифаты төрлө дәрәжәлә ине — күпмелер өлөшө кальцит һарҡындыһы аҫтында ҡалған, ҡайһылары мәмерйәгә ҡурсаулыҡ статусы бирелмәҫ элек килгән вандал-туристарҙың автографтары менән ҡапланған, өсөнсөләре стена буйлап ағып торған шыйыҡлыҡ тарафынан йыуылған. Һүрәттәрҙе консервациялау проблемаһы хәл ителеү өҫтөндә. Һынлы сәнғәт һүрәттәренең (живопистең) яҡшы торошон һаҡлау маҡсатында, 2004 йылдан башлап мәмерйәгә ингән урында экскурсанттарға һүрәттәрҙең натураль дәүмәлендәге күсермәләре тәҡдим ителә.

2012 йылдың февраленән башлап, мәмерйә һүрәттәре сифатын һаҡлау маҡсатында һүрәт төшөрөлгән залдар ябылғанлыҡтан һәм уларҙы ирекле ҡарау тыйылғанлыҡтан, фотографтар Александр Марушин һәм Григорий Сухаревҡа, ғилми хеҙмәткәр Ольга Червяцоваға теләгән һәр кемгә мәмерйәгә интерактив инеү мөмкинлеген бирерлек виртуаль фототур ойоштороу заданиеһы бирелә. 2012 йылдың июленән башлап ҡурсаулыҡ территорияһында «Шүлгәнташ мәмерйәһе» тигән интерактив музей эшләй.

Галерея

Шүлгәнташ — Көнсығыш Европала һәм Азияла таш быуаттың тәүге осоронда (палеолит) буяу менән һүрәт эшләү сәнғәте яҡшы күрһәтелгән һәм һаҡланған берҙән-бер мәмерйә. Тәүтормош кешеләренең һүрәттәр галереяһы беренсе ҡаттың ике ҡоро стенаһында һәм икенсе ҡаттың зур залында табылған. Һүрәттәр ҡыҙыл буяу, ҡыҙҙырылғаң майҙа иҙелгән охра, менән яһалған.

Иҫкәрмәләр

  1. 1,0 1,1 Соколов Ю. В. Перечень подземных полостей Республики Башкортостан длиннее 50м. Сайт Уфимского спелеоклуба им. В. Нассонова. Дата обращения: 13 апрель 2011. Архивировано 2 март 2012 года.
  2. Комитет Республики Башкортостан по делам ЮНЕСКО
  3. Ольга Червяцова Археологические исследования Официальный сайт государственного природного заповедника «Шульган-Таш»
  4. В. И. Левин «Свидетели из Каповой пещеры» М. : «Детская литература» 222 с. 1982
  5. Кудряшов И. К. Путеводитель по Каповой пещере Уфа, 1956
  6. В. С. Житенёв. Капова пещера — многослойный памятник археологии: предварительное сообщение // Первобытные древности Евразии. К 60-летию Алексея Николаевича Сорокина, 2012
  7. Жегалло В.И и др. Об ископаемых носорогах эласмотериях // Новости из Геологического музея им. В. И. Вернадского. — 2002. — № 9. — ISSN 1029-7812.
  8. А. Д. Столяр. Происхождение изобразительного искусства. — М.: Искусство, 1985. — С. 35.
  9. Э. П. Позднякова, А. В. Лоскутов, Н. Н. Скокова. Башкирский заповедник // Заповедники европейской части РСФСР. II / Под ред. В. В. Соколова, Е. Е. Сыроечковского. — М.: Мысль, 1989. — С. 241.
  10. Пещера Шульган-Таш (Капова). Официальный сайт государственного природного заповедника «Шульган-Таш»
  11. Бадер О. Н. Каповая пещера-La caverne Kapovaia: Палеолитическая живопись М., 1965.
  12. Щелинский В. Е. Официальный сайт государственного природного заповедника «Шульган-Таш»
  13. Башкирия: новые исследования «состарили» наскальные рисунки Каповой пещеры в два раза, Киске Өфө, 2016 йыл

Һылтанмалар