Ғәлимә
Ғәлимә |
Ғәлимә — татар һәм башҡорттарҙа ҡатын-ҡыҙҙар исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәлимә исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Белемгә эйә, ғилемле, уҡымышлы мәғәнәһенә эйә[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәрәфуллина Ғәлимә Фауариз ҡыҙы (15 сентябрь 1940 йыл) — педагог, фольклорсы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы.
Ғәлиуллина Ғәлимә Садиҡ ҡыҙы (31 ғинуар 1953 йыл) — ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (1992), профессор (1997).
Шөғөрова Ғәлимә Әхмәткәрәй ҡыҙы (8 ноябрь 1953 йыл) — СССР гимнасы, нәфис гимнастика буйынса СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1973). Был спорт төрөндә беренсе Европа чемпионы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры.
Хәбирова Ғәлимә Фәтҡулла ҡыҙы (17 август 1928 йыл) — травматолог-ортопед-ғалим, медицина фәндәре докторы (1982. Татар АССР-ының атҡаҙанған табибы (1985), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1969) һәм СССР уйлап табыусыһы (1986).
Ибраһимова Ғәлимә Вафа ҡыҙы (татар. Галимә Ибраһимова; 28 декабрь 1909 йыл (10 ғинуар 1910 йыл) — 26 март 1984 йыл) — театр актёры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1971), Татар АССР-ының халыҡ (1957) артисы[1]. 1945 йылдан ВКП (б) ағзаһы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Ғәлимә» — Мәжит Ғафуриҙың Ҡара йөҙҙәр повесы буйынса Республика ҡурсаҡ театрында ҡуйылған спектакль.
Ғәлимә йыры — Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» спектакле өсөн яҙылған йыр (Ғәйнан Әмири һүҙҙәре, айырым йыр рәүешендә лә башҡарыла.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |