Эстәлеккә күсергә

Шөғөрова Ғәлимә Әхмәткәрәй ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шөғөрова Ғәлимә Әхмәткәрәй ҡыҙы
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 8 ноябрь 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны Омск, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө нәфис гимнастика спортсыһы, тренер
Спорт төрө нәфис гимнастика[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены заслуженный тренер России заслуженный мастер спорта СССР
 Шөғөрова Ғәлимә Әхмәткәрәй ҡыҙы Викимилектә

Шөғөрова Ғәлимә Әхмәткәрәй ҡыҙы (8 ноябрь 1953 йыл) — совет гимнасы, нәфис гимнастика буйынса СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1973). Был спорт төрөндә беренсе Европа чемпионы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры.

Ғәлимә Әхмәткәрәй ҡыҙы Шөғөрова 1953 йылдың 8 ноябрендә Омск ҡалаһында сыбырҙар ғаиләһендә тыуа. Художестволы гимнастика түңәрәгенә 9 йәшендә, хәҙерге үлсәмдәр буйынса бик һуңэләгә. «Ҡыҙыл йондоҙ» спорт клубында уның беренсе тренеры Галина Павловна Горенкова була. Тренер етәкселегендә ҡыҙ Омскиҙағы ярыштарҙа, ә һуңынан бөтә Рәсәй буйынса беренсе урындарҙы биләй башлай[1]. Ғәлимә Шөғөрова интервьюһында Галина Горенкованы нәфис гимнастикала күнекмә ваҡытында уға мөмкин тиклем ҙур иғтибар бүлгән беренсе һәм берҙән-бер остазы тип атай. Һөҙөмтәлә ул 13 йәшендә илдең юниорҙар йыйылма командаһына инә[2]. Спортсы, нәфис гимнастика тренеры уға был спорт төрөнөң — иҫ киткес булыуын һеңдерә алды, тип иҫәпләй[3].

5 йылдан һуң ул беренсе тапҡыр РСФСР чемпионатында сығыш яһай һәм унда күпалышта икенсе урынды биләй, предметһыҙ күнегеүҙә — беренсе була.

1969 йылда беренсе тапҡыр донъя кимәлендә уңыш ҡаҙана. Шөғөрөва Варнала (Болгария) үткән донъя чемпионатында ҡатнашыу өсөн Советтар Союзының йыйылма командаһына индерелә. Унда Ғәлимә тәжрибәле Болгар гимнасткаһы Мария Гигованан ҡала икенсе урынды ала. Скакалка һәм туп менән барҡарған күнегеүҙәрҙә алтын миҙал яулай. 1973 йылда Голландияла (Роттердам) үткән донъя чемпионатында юғары баҫҡысҡа ике абсолют донъя чемпионы — рәсәйле Ғәлимә Шөғөрова һәм болгар ҡыҙы Мария Гигова күтәрелә. Өҫтәүенә, таҫма, туп һәм булава менән башҡарылған күнегеүҙәрҙә Шөғөрова алтын миҙалдар яулай.

1978 йылда Испанияла (Мадрид) нәфис гимнастика тарихында беренсе тапҡыр Европа чемпионаты үтә. Беренсе абсолют чемпион булып Ғәлимә Шөғөрова таныла. Бынан тыш, ул таҫма һәм скакалка менән күнегеүҙәр башҡарып, алтын миҙалдар яулай.

1978 йылда Ғәлимә Шөғөрова спорт карьераһын тамамлай.

1983 йылда тренер булып эшләй башлай. Тиҫтә йылда ул Людмила Томашевская менән бергә төркөм күнегеүҙәрендә донъя һәм Европа чемпионы Сания Бабийҙы тәрбиәләй. Бының өсөн уға РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры исеме бирелә.

1992 йылда Шөғөрова Рәсәй Олимпия комитетының вице-президенты итеп һайлана.

Ғәлимә Әхмәткәрәй ҡыҙы бөгөн Мәскәүҙә йәшәй, әлегә тиклем Бөтә Рәсәй нәфис гимнастика федерацияһы вице-президент вазифаһын биләй.

Спорттағы ҡаҙаныштары өсөн «Почёт Билдәһе» ордены менән наградлана.

Спорт ҡаҙаныштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1967 — РСФСР чемпионаты. Күпалышта икенсе урын һәм предметһыҙ күнекмәләрҙә- беренсе.
  • 1969 — донъя чемпионаты, Варна (Болгария). Күпалышта — икенсе, скакалка менән күнегеүҙәрҙә — алтын миҙалдар.
  • 1972 — Интервидение кубогы, (Чехословакия). Күпалышта икенсе урын.
  • 1973 — СССР беренселеге — беренсе урын.
  • 1973 — СССР кубогы — беренсе урын.
  • 1973 — донъя чемпионаты, Роттердам (Нидерланд) — беренсе урын.
  • 1977 — донъя чемпионаты Базель, (Швейцария) — күпалышта икенсе урын, , скакалка, туп һәм обручта — беренсе урын.
  • 1978 — Европа чемпионаты, Мадрид (Испания) — абсолют чемпион.

Сит ил, Ватан матбуғатында ҡайһы берҙә уны Галина тип атайҙар.

  • Фото с сайта Украинская художественная гимнастика 2006 йыл 27 май архивланған.
  • Очерк «Кармен из Омского уезда», посвященный спортивной карьере Галимы Шугуровой, впервые опубликован в Омске, в газете «Коммерческие вести», № 16 от 17 апреля 1996 года. Электронная версия очерка с фотографией Г.Шугуровой размещена на ресурсе Проза.ру. Автор Владилен Лех.