Мексика ҡултығы
Мексика ҡултығы | |
---|---|
Урынлашыуы | Атлантик океан |
Майҙаны | 1 543 000 км² |
Күләме | 2 332 000 км³ |
Мексика ҡултығы Викимилектә |
Мексика ҡултығы (исп. Golfo de México, ингл. Gulf of Mexico, франц. Golfe de Mexique) — Атлантик океандың эске диңгеҙе.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мексика ҡултығы төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан һәм көнсығыштан АҠШ (Флорида, Алабама, Миссисипи, Луизиана һәм Техас штаттары), көньяҡта һәм көняҡ-көнбайышта — Мексика (Тамаулипас, Веракрус, Табаско, Кампече һәм Юкатан штаттары) яр буйҙары, һәм шулай уҡ Куба утрауы менән сикләнгән[1]. Майҙаны — 1543 мең км², күләме — яҡынса 2332 мең км³[2].
Йәйге осорҙа ныҡ йылынған һыуҙың энергияһы көслө тропик штормдар (Катрина, Густав, Иван һ.б.) барлыҡҡа килтерә. Иң йылы һыу ятҡылыҡтарының береһе булып тора[3]
Мексика ҡултығы яҡынса 300 миллион йыл элек литосфера плиталарының тектоникаһы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә[4]. Ҡултыҡ бассейны овал формаһында, уның киңлеге яҡынса 1,5 мең километр тәшкил итә.
Флорида боғаҙы аша Атлантик океан менән, ә Юкатан боғаҙы аша Кариб диңгеҙе менән тоташа.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Мексиканский залив // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ General Facts about the Gulf of Mexico . epa.gov. Дата обращения: 27 декабрь 2006.
- ↑ General Facts about the Gulf of Mexico . Дата обращения: 27 декабрь 2006. Архивировано 8 февраль 2012 года.
- ↑ Huerta, A.D., and D.L. Harry (2012) Wilson cycles, tectonic inheritance, and rifting of the North American Gulf of Mexico continental margin. Geosphere. 8(1):GES00725.1, first published on March 6, 2012, DOI:10.1130/GES00725.1
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мексика ҡултығы — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә