Мероэ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мероэ
Рәсем
Культура Боронғо Мысыр
Дәүләт Flag of Sudan.svg Судан
Административ-территориаль берәмек Нил[d]
Мираҫ статусы часть объекта всемирного наследия[d]
Майҙан 1287,455 гектар,
1718,031 гектар
Категория карт на Викискладе Category:Maps of Meroe[d]
Commons-logo.svg Мероэ Викимилектә

Мероэ — хәҙерге Судан территорияһындағы боронғо ҡала. Беҙҙең эраға тиклем VI быуатта Напат Боронғо Мысыр фирғәүене Псамметих II тарафынан ярлыландырылғандан һуң Куш дәүләтенең баш ҡалаһы була. Нил йылғаһының көнсығыш яғында Асуан һәм Хартум араһында урынлашҡан. Мероит дәүерендә мероит теле Куш дәүләтенең теле булып тора. Мероэ мәҙәниәте Боронғо Мысыр йоғонтоһо аҫтында була. Беҙҙең эраға тиклем беренсе быуаттарҙа — беҙҙең эраның беренсе быуаттарында Мероэ римляндарҙың баҫҡынсылығына уңышлы ҡаршы тора, әммә IV быуаттың беренсе сирегендә аксумиттарҙың өҙлөкһөҙ рейды һөҙөмтәһендә ҡолай.

Мероэ тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мероэ урынында, күрәһең, беренсе биләмәләр беҙҙең эраға тиклем VIII быуатта барлыҡҡа килә башлаған. Беҙҙең эраға тиклем 671-се быуатта Мысыр Ассирияны яулап алғандан һуң, тарихи Куш өлкәһе территорияһында үҙәге Напат ҡалаһында булған батшалыҡ барлыҡҡа килә.

Беҙҙең эраға тиклем VI быуаттың икенсе яртыһында дәүләтенең баш ҡалаһы Мероэға күсерелә (ошонан Мероит батшалығы атамаһын ала ла инде). Баш ҡала күсерелгәндән һуң, Напат дини үҙәк әһәмиәтен һаҡлап ҡала. Бында батша кәшәнәләре — пирамидалар урынлаша, һайлауҙы ҡанбабалар раҫлаған батшаны тәхеткә ултыртыу тантаналары үткәрелә.

Яҡынса беҙҙең эраға тиклем III быуат урталарында батша Мероэ Эргамен (Ирк-Амон) быға тикдем үҙҙәренә оҡшамаған батшаларға ҡаршы булып, үҙҙәренең кандидатураһын тәҡдим итеү хоҡуғына эйә Напат ҡанбабаларының сәйәси йоғонтоһон юҡҡа сығара. Эллин Мысыры батшаһы Птолемей IV менән батша Эргамендың даими дипломатик бәйләнештә булыуы тураһында мәғлүмәттәр һаҡланған. Шул ваҡыттан батша власы нәҫелдән-нәҫелгә күсә, шулай уҡ Мероэ дини һәм мәҙәни үҙәккә әйләнә, тигән фараздар бар.

Мысырҙа фарсы хакимлығы осоронда Мероит батшалығы үҙенең төньяҡ территорияларын юғалта. Беҙҙең эраға тиклем II—I быуаттарҙа, Птоломейҙар державаһының сәйәси ҡеәүте кәмеүе һәм Мысырҙа социаль көрәш киҫкенләшеүе һөҙөмтәһендә Мериот батшалығы Мысыр эштәренә ҡыҫыла башлай, илдең көньяғындағы халыҡ хәрәкәтен хуплай. Беҙҙең эраға тиклем 30-сы йылдарҙа римлеләр Мысырҙы баҫып алғас һәм Фиваида халҡы уларға ҡаршы торорға маташҡас, кандакиҙар етәкселегендәге эфиоптар Мысырға баҫып инә, әммә кире ҡағыла, ә мысырлылар баҫтырыла. Беҙҙең эраға тиклем 23-сө йылда префект Гай Петроний етәкселегендәге рим ғәскәре Напатаны баҫып ала, төньяҡ Эфиопияны Римдең Мысыр провинцияһына ҡуша.

Беҙҙең эраның III быуатында батшалыҡ ҡаҡшай башлай. Мериаот батшалығы территорияһында Алва, Мукурра, Нобатия дәүләттәре барлыҡҡа килә.

Хәҙерге заман[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Европалыларҙан иң беренсе булып Мероэ пирамидаларына 1821 йылда Линан де Бельфон етә. Шул уҡ йылда улар тәүге тапҡыр француз ғалимы һәм сәйәхәтсеһе Фредерик Кайо тарафынан өйрәнелә. 1834 йылда бында итальян авантюрисы Джузеппе Ферлини экспедиция ойоштора. Хазина эҙләп Ферлини яҡынса 40 пирамиданы емерә, уларҙың 5-е нигеҙенә тиклем юҡ ителә. Маҡсатына өлгәшеү өсөн, Ферлини шартлатҡыс ҡулланған тип иҫәпләнә.

Археологтар Мероэны 1902 йылда ҡаҙа башлай. 1909—1914 йылдарҙа был эштәрҙе инглиз археологы Джон Гарстанг алып бара (әммә бер ҡасан да уларҙың һөҙөмтәләре баҫылмай), 1920—1923 йылдарҙа батша некрополдәрен америка ғалимы Джордж Рейснер тикшерә. Мероэны инглиз археологы Питер Шинниҙың тикшереүе ҙур әһәмиәткә эйә.

2009 йылдың ғинуарынан алып Мероэнан 9 километр көньяҡтараҡ I—III быуат Мероит цивилизацияһының Әбү Эртейл археологик ҡомартҡыһында Рәсәй-Италия археологик экспедицияһы эшләй[1].

2011 йылда Мероэ алыҫ булмаған Мусавварат-эс-Суфра[en] һәм Нага археологик зоналары менән бергә ЮНЕСКО-ның Кешелектең бөтә донъя мираҫы һәйкәле тип иғлан ителә.

Ҡала топографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мероэ ҡалаһының планы
Файл:Meroecitymap.jpg
Мероэ ҡалаһы үҙәге планы

Мероэ пирамидалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Куш батшалығы осоро ҡәберлеге Мероэ эргәһендә өс урында Бегаравай зыяраты (ингл. Begarawiyah) тип аталған өс урында урынлашҡан:

  • Көньяҡ зыяратында туғыҙ король пирамидаһы бар (дүрт пирамида — фирғәүендеке, бише — батшабикәләрҙеке). Ҙур пирамидаларҙан тыш зыяратта бәләкәй күләмле 195 ҡәбер бар.
  • Төньяҡ зыяратта ҡырҡ бер король пирамидаһы бар: утыҙы — фирғүендәрҙеке, алтыһы — батшабикәләрҙеке, бише — король ғаиләһе ағзаларыныҡы. Пирамидаларҙан тыш, бында тағы өс зыярат урынлашҡан.
  • Көнбайыш зыярат — батша ғаиләһенә инмәүселәр ҡәберлеге . Бөтәһе йөҙ утыҙ ҡәбер[2].

Көньяҡ зыярат пирамидалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мероэның Көньяҡ зыяраты

Көньяҡ зыяраттағы ҡәберҙәр беҙҙең эраға тиклем 720—300 йй. менән билдәләнә[3] Көньяҡ зыярат пирамидалары[2]:

  • Beg.S 1 — батшабикә пирамидаһы (исеме билдәһеҙ)
  • Beg.S 2 — батшабикә пирамидаһы (исеме билдәһеҙ)
  • Beg.S 3 — батшабикә пирамидаһы (исеме билдәһеҙ)
  • Beg.S 4 — фирғәүендең апаһы, фирғәүен Кенрет (Салеран (?), или Салува (?)) әсәһе
  • Beg.S 5 — Фирғәүен Анх-нефер-лб-ре Йешруваман (йәки Амонасрува, или Йешрува-мери-амон)
  • Beg.S 6 — Фирғәүен Аманисло, йәки фирғәүен Аркамани I
  • Beg.S 9 — батшабикә пирамидаһы (исеме билдәһеҙ)
  • Beg.S 10 — Фирғәүен Калка Калталиy
  • Beg.S 20 — Принц Ветерикен (?), Аманиастабарка, йәки Сиаспиканың улы
  • Beg.S 85 — Принцесса Мернуа, фирғәүен Сиаспика — Аспелтаның замандашы (туғаны (?))
  • Beg.S 500 — Принц Карлбен, сын фирғәүен Сиаспиканың, йәки фирғәүен Насахманың улы
  • Beg.S 503 — батшабикә Хенува (Настасена заманы фирғәүене)

Төньяҡ зыярат пирамидалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мероэның Төньяҡ зыяраты
Мероэ 1850 йылғы литографияла

Бәлки, көньяҡ зыяратта урынындар бөткәндер, шуға ла ерләү төньяҡ зыяратта дауам итә. Төньяҡ зыяратта ерләү беҙҙең эраға тиклем 300—350 йылдарға тура килә[3]:

  • Beg. N1 — Куш батшабикәһе Аманитор
  • Beg. N2 — Фирғәүен Аманихабале[3]
  • Beg. N3 — батшабикә пирамидаһы (исеме билдәһеҙ)
  • Beg. N4 — Фирғәүен Аманитека
  • Beg. N5 — Принц Ариканкарер, батшабикә Аманитореның улы
  • Beg. N6 — Куш батшабикәһе Аманишакета
  • Beg. N7 — Фирғәүен Аркамани II
  • Beg. N8 — Нахирка (?) (Нехенсан-мариҙың-Исис (?))
  • Beg. N9 — Фирғәүен Табрико (Адикаламани (?))
  • Beg. N10 — Фирғәүен Шеракарер (?)
  • Beg. N11 — Королева Нахирк (?) Батшабикә Шанакдакет (?)
  • Beg. N12 — Куш батшабикәһн Шанакдакет
  • Beg. N13 — фирғәүен пирамидаһы (Накринсан (?))
  • Beg. N14 — фирғәүен пирамидаһы (исеме билдәһеҙ)
  • Beg. N15 — фирғәүен пирамидаһы (исеме билдәһеҙ)
  • Beg. N16 — Фирғәүен Ахесть (?)
  • Beg. N17 — Фирғәүен Аманитенмемиде, I Небмаатр
  • Beg. N18 — Батшабикә Аманикаташан, Фирғәүен Аманханевел (?), Небмаатре II
  • Beg. N19 — Фирғәүен Терикенивал
  • Beg. N20 — фирғәүен пирамидаһы (исеме билдәһеҙ)
  • Beg. N21 — фирғәүен пирамидаһы (исеме билдәһеҙ)
  • Beg. N22 — Фирғәүен Натакамани
  • Beg. N24 — фирғәүен пирамидаһы (исеме билдәһеҙ)
  • Beg. N25 — фирғәүен пирамидаһы (исеме билдәһеҙ)
  • Beg. N26 — батшабикә пирамидаһы (исеме билдәһеҙ)
  • Beg. N27 — фирғәүен пирамидаһы (исеме билдәһеҙ)
  • Beg. N28 — Фирғәүен Такидеамани
  • Beg. N29 — Фирғәүен Такизермани
  • Beg. N30 — фирғәүен пирамидаһы (исеме билдәһеҙ)
  • Beg. N32 — батшабикә пирамидаһы (исеме билдәһеҙ)
  • Beg. N34 — Фирғәүен Артанизема, Хепаркаре III
  • Beg. N35 — Манитерар(зе), Терарамани
  • Beg. N36 — фирғәүен пирамидаһы (исеме билдәһеҙ)
  • Beg. N37 — билдәһеҙ
  • Beg. N38 — фирғәүен пирамидаһы (исеме билдәһеҙ)
  • Beg. N40 — фирғәүен пирамидаһы (исеме билдәһеҙ)
  • Beg. N41 — фирғәүен пирамидаһы (исеме билдәһеҙ)
  • Beg. N51 — фирғәүен пирамидаһы (исеме билдәһеҙ)
  • Beg. N52 — билдәһеҙ
  • Beg. N53 — фирғәүен пирамидаһы (исеме билдәһеҙ)
  • Beg. N55 — билдәһеҙ
  • Beg. N56 — принц пирамидаһы (исеме билдәһеҙ)

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Российско-итальянская археологическая экспедиция в Абу-Эртейле (Республика Судан)
  2. 2,0 2,1 G. A. Reisner, The Meroitic Kingdom of Ethiopia: A Chronological Outline, The Journal of Egyptian Archaeology, Vol. 9, No. 1/2 (Apr., 1923), pp. 34-77
  3. 3,0 3,1 3,2 George A. Reisner, The Pyramids of Meroe and the Candaces of Ethiopia, Museum of Fine Arts Bulletin, Vol. 21, No. 124 (Apr., 1923), pp. 11-27

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Инглиз телендә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Dows Dunham: Royal Tombs at Meroe & Barkal. The Royal Cemeteries if Kush Volume IV, Boston, Museum of Fine Arts, 1957.
  • Dows Dunham: The West and South Cemeteries At Meroë. The Royal Cemeteries if Kush Volume V, Boston, Museum of Fine Arts, 1963.
  • J. Garstang — H. Sayce — F. Griffith. Meroe: the city of the Ethiopians. Oxford, 1911
  • László Török: Meroe City, an Ancient African Capital. John Garstang’s Excavations in the Sudan. London, 1997
  • László Török: The Kingdom of Kush. Handbook of the Napatan-Meroitic Civilization. Leiden-New York-Köln, 1997
  • Peter L. Shinnie/Rebecca J. Bradley: The capital of Kush 1: Meroe excavations, 1965—1972. Berlin, 1980
  • Peter L. Shinnie/Julie R. Anderson (ed.): The Capital of Kush 2: Meroe Excavations 1973—1984. Berlin 2004

Урыҫ телендә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Берзина С. Я. Мероэ и окружающий мир : I—VIII вв. н. э.. — М. : Наука. : Главная редакция восточной литературы — 350 с. — ISBN 5-02-016719-3.
  • Мероэ: История, история культуры, язык древнего Судана: Сб. ст. — М.: Наука, Главная ред. восточной лит-ры, 1977. — 304 с.
  • Мероэ: Проблемы истории и культурных связей. Выпуск 2 [ Сб. ] / Отв. ред. И. С. Кацнельсон — М.: Наука, Главная ред. восточной лит-ры, 1981. — 243 б. — 1550 экз.
  • Мероэ. Выпуск 1 [ Сб. ]., М., 1987.
  • Мероэ. Выпуск 2 [ Сб. ]., М., 1988.
  • Мероэ. Выпуск 3 [ Сб. ]., М., 1989.
  • Мероэ. Выпуск 4 [ Сб. ]., М., 1990.
  • Мероэ. Выпуск 5. [ Сб. ]., М., 1993.
  • Мероэ. Выпуск 6. [ Сб. ]., СПб., 1998.
  • Мероэ. Выпуск 7. [ Сб. ]., СПб., 2000.
  • Мероэ. Выпуск 8. [ Сб. ]., СПб., 2002.
  • Мероэ. Выпуск 9. [ Сб. ]., М., 2009.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]