Эстәлеккә күсергә

Шакиров Миҙхәт Әхмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мидхат Ахметович Шакиров битенән йүнәлтелде)
Шакиров Миҙхәт Әхмәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 3 март 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[1]
Тыуған урыны Оло Теләк, Иглин районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 21 март 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[1] (65 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй[1]
Һөнәр төрө Нефтсе (Ишембай), энергетик, дәүләт эшмәкәре
Ойошма ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хеҙмәт ветераны» миҙалы

Шакиров Миҙхәт Әхмәт улы (3 март 1941 йыл21 март 2006 йыл) — хужалыҡ, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1982—1993 йылдарҙа төҙөлөүсе Башҡортостан атом электр станцияһы директоры, 1993—2002 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы[2] һәм Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (1996), Рәсәй Федерацияһының почётлы химигы һәм Рәсәй яғыулыҡ-энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре.

Миҙхәт Әхмәт улы Шакиров 1941 йылдың 3 мартында Башҡорт АССР-ының Иглин районы Оло Теләк ауылында тыуған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1958 йылда «Башвостокнефтеразведка» тресының Ҡалтасы быраулау контораһы слесары булып башлай. 1962 йылда Өфө нефть институтын тамамлағандан һуң Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор ярҙамсыһы була, бер ни тиклем ваҡыт һөнәрселек-техник училищеһында махсус фәндәрҙән уҡыта[3].

1965 йылдан — энергетика тармағында. Башта Өфөләге 4-се ТЭЦ-та электр цехының, артабан электростанцияның смена начальнигы була.

Башҡортостан биохимия комбинаты ТЭЦ-ында директор урынбаҫары булып бер аҙ эшләгәндән һуң, 1980 йылда «Башкирэнерго» район энергетика идаралығының Яңы Стәрлетамаҡ ТЭЦ-ына директор итеп тәғәйенләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (1996)
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы химигы
  • Рәсәй яғыулыҡ-энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре
  • Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы
  • Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының Маҡтау грамотаһы
  • Өфөнөң Достоевский урамындағы Миҙхәт Әхмәт улы йәшәгән 49/1-се йорт стенаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[4].
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Башинформ (урыҫ) / под ред. А. В. Валиев — 1992.
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
  3. Проект «Годы и люди» Уфимского авиационного государственного технического университета. Шакиров Мидхат Ахметович 2022 йыл 7 апрель архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2021)
  4. На любом посту он трудился с полной отдачей (К 75-летию со дня рождения видного организатора промышленности Мидхата Шакирова). ИА «Башинформ», 3 марта 2016 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2021)
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104