Шакиров Миҙхәт Әхмәт улы
Шакиров Миҙхәт Әхмәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 3 март 1941[1] |
Тыуған урыны | Оло Теләк, Иглин районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1] |
Вафат булған көнө | 21 март 2006[1] (65 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө[1] |
Һөнәр төрө | Нефтсе (Ишембай), энергетик, дәүләт эшмәкәре |
Ойошма ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Шакиров Миҙхәт Әхмәт улы (3 март 1941 йыл — 21 март 2006 йыл) — хужалыҡ, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1982—1993 йылдарҙа төҙөлөүсе Башҡортостан атом электр станцияһы директоры, 1993—2002 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы[2] һәм Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (1996), Рәсәй Федерацияһының почётлы химигы һәм Рәсәй яғыулыҡ-энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миҙхәт Әхмәт улы Шакиров 1941 йылдың 3 мартында Башҡорт АССР-ының Иглин районы Оло Теләк ауылында тыуған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1958 йылда «Башвостокнефтеразведка» тресының Ҡалтасы быраулау контораһы слесары булып башлай. 1962 йылда Өфө нефть институтын тамамлағандан һуң Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор ярҙамсыһы була, бер ни тиклем ваҡыт һөнәрселек-техник училищеһында махсус фәндәрҙән уҡыта[3].
1965 йылдан — энергетика тармағында. Башта Өфөләге 4-се ТЭЦ-та электр цехының, артабан электростанцияның смена начальнигы була.
Башҡортостан биохимия комбинаты ТЭЦ-ында директор урынбаҫары булып бер аҙ эшләгәндән һуң, 1980 йылда «Башкирэнерго» район энергетика идаралығының Яңы Стәрлетамаҡ ТЭЦ-ына директор итеп тәғәйенләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (1996)
- Рәсәй Федерацияһының почётлы химигы
- Рәсәй яғыулыҡ-энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре
- Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы
- Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының Маҡтау грамотаһы
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Өфөнөң Достоевский урамындағы Миҙхәт Әхмәт улы йәшәгән 49/1-се йорт стенаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[4].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Башинформ (урыҫ) / под ред. А. В. Валиев — 1992.
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
- ↑ Проект «Годы и люди» Уфимского авиационного государственного технического университета. Шакиров Мидхат Ахметович 2022 йыл 7 апрель архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2021)
- ↑ На любом посту он трудился с полной отдачей (К 75-летию со дня рождения видного организатора промышленности Мидхата Шакирова). ИА «Башинформ», 3 марта 2016 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2021)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- На любом посту он трудился с полной отдачей (К 75-летию со дня рождения видного организатора промышленности Мидхата Шакирова). ИА «Башинформ», 3 марта 2016 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2021)
- Мидхат Ахметович Шакиров останется как замечательный человек и в памяти журналистов. ИА «Башинформ», 22 марта 2006 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июнь 2021)
- Не стало Мидхата Ахметовича Шакирова. ИА «Башинформ», 21 марта 2006 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2021)
- Центральная библиотека городского округа город Агидель Республики Башкортостан. Официальный сайт. Мидхат Ахметович Шакиров 2022 йыл 7 апрель архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2021)
- 3 мартта тыуғандар
- 1941 йылда тыуғандар
- Иглин районында тыуғандар
- 21 мартта вафат булғандар
- 2006 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- 12-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетиктары
- 2-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары
- Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаусылар