Эстәлеккә күсергә

Исҡужина Миңзифа Усман ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Минзифа Усмановна Искужина битенән йүнәлтелде)
Исҡужина Миңзифа Усман ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 ғинуар 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (59 йәш)
Тыуған урыны Темәс, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө йырсы
Эш урыны Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы
Уҡыу йорто Өфө сәнғәт училищеһы
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Башҡарыусы/артист вокалист[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Исҡужина Миңзифа Усман ҡыҙы (15 ғинуар 1965 йыл) — йырсы. 2000 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының «Далан» эстрада төркөмө вокалсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы , «Яҙғы тауыштар» республика йыр конкурсы лауреаты.

Миңзифа Усман ҡыҙы Исҡужина 1965 йылдың 15 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Темәс ауылында тыуған. Урта белемде Темәс мәктәбендә ала. Бала саҡтан йыр-моңдо һөйгән, гармунда өҙҙөрөп уйнаған ҡыҙҙың сәнғәткә юлы ҡатмарлы ғына була. Башта Баймаҡ һөнәрселек училищеһында һатыусы һөнәрен үҙләштереп, Темәстә һатыусы булып эшләй. Артабан Өфө моторҙар эшләү заводында токарь була[1]. 21 йәшендә генә Өфө сәнғәт училищеһына килә, Фәрзәнә Сәғитова класында уҡый. Артабан Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай[1].

Йырсы бер нисә тапҡыр үҙ тамашасылары өсөн соло концерттары менән сығыш яһаны. Ул башҡорт композиторҙарының йырҙарын (З. Исмәғилев, «Былбылым»; Х.Әхмәтов, «Тыуған ауылым»; Б.Ғайсин, «Ике аҡҡош»; А.Туҡтағолов, «Мөхәббәт») һәм башҡорт халыҡ йырҙарын («Бала ҡарга», «Шәүрә», «Һандуғас» һәм башҡалар) бер рәттән ҙур оҫталыҡ менән йырлай[2].

Миңзифа Исҡужинаның концерт программалары һәр ваҡытта бай һәм масштаблы, үҙенең йырҙарын «Далан» эстрада төркөмө, Башҡортостан Республикаһының халыҡ инструменттары милли оркестры, филармонияның эстрада-джаз оркестры һәм Башҡортостан Республикаһының академия хор капеллаһы оҙатыуында йырлай[2].

«Далан» эстрада төркөмө вокалисткаһы булараҡ[3] Төркиә Республикаһында Башҡортостан Республикаһы көндәрендә (Истанбул, 2006—2008), Һарытауҙа, Мәскәүҙә, Ырымбурҙа (2007), Санкт-Петербургта (2008) лайыҡлы сығыш яһаны[2].

«Рәсәй Федерацияһы башҡорттары» Федераль программаһы сиктәрендә Рәсәй төбәктәре буйынса һабантуйҙарҙа ҡатнаша һәм гастролдәргә сыға. Тәбиғәттән бирелгән абсолют ишетеү һәләте уға вокаль материалды ҡыйынлыҡһыҙ үҙләштереү, башҡарылған әҫәрҙе тамашасыларға түкмәй-сәсмәй еткереү өсөн ҙур мөмкинлектәр бирә, ул һәр ваҡыт репертуарын яңыртып тора, үҙ оҫталығы өҫтөндә даими эшләй[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы
  • «Яҙғы тауыштар» республика конкурсы лауреаты[3].
  1. 1,0 1,1 Баймаҡ еренең күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик белешмә. Баймаҡ ҡалаһы. 2010 йыл, 63 бит.
  2. 2,0 2,1 2,2 https://bashmusic.net/ru/music/ispolniteli-music-profile/view/playlist/id/293 Искужина Минзифа Усмановна
  3. 3,0 3,1 3,2 ИСКУЖИНА Минзифа Усмановна