Эстәлеккә күсергә

Усманова Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Минсылу Усманова битенән йүнәлтелде)
Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы Усманова
Тыуған көнө

1 май 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (74 йәш)

Тыуған урыны

РСФСР, БАССР, Баймаҡ районы, Ишмөхәмәт ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

функциональ грамматика, ономастика, топонимика, башҡорт телен уҡытыу методикаһы

Эшләгән урыны

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты

Альма-матер

Башҡорт дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

филология фәндәре докторы (2003)

Ғилми исеме

профессор

Награда һәм премиялары
Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреү почётлы хеҙмәткәре
Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреү почётлы хеҙмәткәре

Усманова Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы (1 май 1950 йыл) — башҡорт теле белгесе, педагог-методист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2003), профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2017) һәм мәғариф отличнигы (2000), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2010).

Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы Усманова 1950 йылдың 1 майында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Ишмөхәмәт (Ҡарамалы) ауылында тыуған.

1972 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай һәм СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эш башлай. 1990 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1991 йылдан — Башҡорт дәүләт университетында уҡыта. 2002 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

2008 йылдан — М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыта, башҡорт теле һәм уны уҡытыу методикаһы кафедраһы профессоры. Башҡорт филологияһы факультетында — «Тыуған яҡты өйрәнәбеҙ» һәм «Ауылымдың һөйләше» исемле проекттары тормошҡа уңышлы ашырыла. Уларға ярашлы республика мәктәптәренең һәләтле уҡыусылары араһында конкурс үткәрелә.

Фәнни тикшеренеүҙәре диалектологияға, функциональ грамматикаға, башҡорт теле ономастикаһына, топонимикаға, башҡорт телен урыҫ телле һәм милли мәктәптәрҙә уҡытыу методикаһына бағышланған. Яҡынса 360 фәнни һәм уҡытыу — методик эштәр, шулай уҡ мәктәп һүҙлектәре һәм электрон дәреслектәре авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2002).
  • Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2010).
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2017).
  • Усманова М. Г. Топонимия бассейна реки Сакмары : автореферат дис. … кандидата филологических наук : 10.02.02 / Башк. гос. ун-т им. 40-летия Октября. — Уфа, 1990. — 23 с.
  • Усманова М. Г. Имя отчей земли: Историко-лингвистическое исследование топонимии бассейна реки Сакмар. — Уфа: Китап, 1994. — 272 с. — ISBN 5-295-01337-5.
  • Усманова М. Г. Функционально-семантическая классификация глаголов башкирского языка. — Уфа, 2002.