Эстәлеккә күсергә

Мирсаяп (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мирсаяп исем битенән йүнәлтелде)
Викидатала элемент юҡ

Мирсаяп — башҡорт һәм төрки мосолман ир-ат исеме.

Мирсаяп исеме башҡорт теленә ғәрәп, фарсы теленән ингән һәм мир+саяп, оҫта ҡылыссы тигәнде аңлата[1]

Мирсаяпов Миңнислам Нурислам улы (25.11.1929, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Айтуған ауылы (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) — 27.7. 1996, БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны) зоотехник, хужалыҡ эшмәкәре. 1964—1972 йылдарҙа Әбйәлил районы «Урал» совхозы, 1972 йылдан — Урал аръяғы совхоздар тресы, 1975 йылдан — «Красная Башкирия» совхозы директоры, 1993 йылдан — директор урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған зоотехнигы (1974), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1985). Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1981) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Айтуған ауылынан.

МИРСАЯПОВ Руслан Загит улы. Башкортостан тышҡы иҡтисади бәйләнештәр рәисе. 22 ноябрь1977 йылда Өфө ҡалаһында тыуған.

Камалетдинова Фәриҙә Мирсаяп ҡыҙы 1916 йылдың 25 авгусында Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Малаяҙ ауылында тыуған. Башҡорт театр актёры, 1967 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1972), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1964).

Мирсаяпов Ильшат Талгат улы- Кафедрв мөдире, техник фәндәр докторы.

Мирсаяпова Альбина Ахнафовна - Ҡаҙна идаралығы начальнигы урынбаҫары Башҡортостан республикаһы финанс министрлығы.



Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ