Мирсаяп (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Мирсаяп — башҡорт һәм төрки мосолман ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мирсаяп исеме башҡорт теленә ғәрәп, фарсы теленән ингән һәм мир+саяп, оҫта ҡылыссы тигәнде аңлата[1]
Фамилия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мирсаяпов Миңнислам Нурислам улы (25.11.1929, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Айтуған ауылы (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) — 27.7. 1996, БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны) зоотехник, хужалыҡ эшмәкәре. 1964—1972 йылдарҙа Әбйәлил районы «Урал» совхозы, 1972 йылдан — Урал аръяғы совхоздар тресы, 1975 йылдан — «Красная Башкирия» совхозы директоры, 1993 йылдан — директор урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған зоотехнигы (1974), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1985). Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1981) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Айтуған ауылынан.
МИРСАЯПОВ Руслан Загит улы. Башкортостан тышҡы иҡтисади бәйләнештәр рәисе. 22 ноябрь1977 йылда Өфө ҡалаһында тыуған.
Камалетдинова Фәриҙә Мирсаяп ҡыҙы 1916 йылдың 25 авгусында Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Малаяҙ ауылында тыуған. Башҡорт театр актёры, 1967 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1972), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1964).
Мирсаяпов Ильшат Талгат улы- Кафедрв мөдире, техник фәндәр докторы.
Мирсаяпова Альбина Ахнафовна - Ҡаҙна идаралығы начальнигы урынбаҫары Башҡортостан республикаһы финанс министрлығы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |