Мисбах

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мисбах

Мисбах — башҡорт ир-ат исеме.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мисбах исеме төрки телле халыҡтарға ислам дине менән бергә ғәрәп теле аша ингән, яҡтыртҡыс, шәмдәл тигән мәғәнәгә эйә.[1].

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әбүбәкеров Мисбах Иҙрис улы (рус. Абубакиров Мисбах Идрисович) (1914 йыл — 1945 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 148-се гвардия артиллерия-миномёт полкы 5-се батареяһының ҡороусыһы (зарядлаусы) була. Гвардия рядовойы, ҡыҙылармеец.

Ғәйнетдинов Мисбах Фәхри улы (1925 йыл — 2 сентябрь 2011 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы (19721995).

Вәхитов Ҡасим Мисбах улы (1916 — 4 октябрь 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған шағир.

Фамилияла һәм атаһы исемендә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Артур Мисбахов — «Спутник» командаһы хоккей уйынсыһы.

Бикбулатов Ренат Мисбах улы (1940 йыл — 29 май 1995 йыл) — ғалим-вирусолог, 1964—1995 йылдарҙа СССР һәм Рәсәй Медицина фәндәре академияһының Д. К. Ивановский исемендәге Вирусология институтының ғилми хеҙмәткәре. Медицина фәндәре докторы (1986), профессор (1992). СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1984).

Мисбахова Альбина Ғариф ҡыҙы — Ҡазан дәүләт медицина университетының дерматовенерология кафедраһы доценты, «Лучано» СПА комплексының баш табибы. Медицина фәндәре кандидаты. «Татарстан Республикаһының атҡаҙанған табибы» (2015). Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрының Рәхмәт хатына эйә (2019).

Мәҙәниәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мисбахов — Мостай Кәримдең «Йәйәүле Мәхмүт» әҫәрендәге герой.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

{{Исемдәр донъяһында}