Эстәлеккә күсергә

Ерилин Михаил Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Михаил Ерилин битенән йүнәлтелде)
Ерилин Михаил Васильевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 16 ноябрь 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 24 июль 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (66 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө яҙыусы, шағир, тәржемәсе

Ерилин Михаил Васильевич (16 ноябрь 1945 йыл — 24 июль 2012 йыл) — Башҡортостанда тыуып, рус телендә ижад иткән шағир, тәржемәсе. 1996 йылдан Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзаһы. Степан Злобин исемендәге әҙәби премия лауреаты (2010).

Михаил Васильевич Ерилин[1] 1945 йылдың 16 ноябрендә Өфө ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуған.

Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлап, Өфө энергетика техникумына уҡырға инә. Өс йыл Совет Армияһында стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә.

Армиянан һуң 1968—1999 йылдарҙа «Башкирэнерго» берекмәһендә (асыҡ акционерҙар йәмғиәте) эшләй. Мәғлүмәтле инженер була, бер үк ваҡытта яҡшы шиғырҙар яҙа.

Шиғырҙары Республика ваҡытлы баҫмаларында баҫыла. Уның тәүге шиғырҙар китабы «Дуҫыма хат» 1977 йылда нәшер ителә.

2010 йылда Михаил Ерилин әҙәби тыуған яҡты өйрәнеү һәм юғары ижади оҫталығы өсөн Степан Злобин исемендәге Республика әҙәби премия лауреаты була.

Шиғыр китаптары «Дуҫыма хат» (1977), «Иртәнге шиғыр юлдары» («Утренние строки», 1984), «Пожитки» (1990), «Аритмия» (1996), ."Сломать уключину на Дёме" (2005).

Башҡорт шағирҙары Жәлил Кейекбаев, Риф Тойғон, Дауыт Юлтый, Гөлфиә Юнысова, Төхфәт Йәнәби һ.б. әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә итеү менән шөғөлләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Степан Злобин исемендәге әҙәби премия (2010).