Эстәлеккә күсергә

Михалёва Надежда Александровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Михалёва Надежда Александровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 17 ғинуар 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Вафат булған көнө 24 апрель 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (83 йәш)
Һөнәр төрө профессор
Эш урыны Мәскәү дәүләт юридик университеты
Ғилми дәрәжә юридик фәндәр докторы[d]

Михалёва Надежда Александровна (17 ғинуар 1932 йыл, Мәскәү — 24 апрель 2015 йыл) — юрист, СССР-ҙың дәүләт һәм Рәсәйҙең конституцион хоҡуҡтары буйынса белгес; юридик фәндәр докторы (1983), социалистик конституцияның теоретик проблемалары тураһында докторлыҡ диссертацияһы яҡлаған, О. Е. Кутафина исемендәге университет (МГЮА) профессоры, РФ Конституцияһының беренсе проектын төҙөүҙә ҡатнашҡыусы, РФ-тың атҡаҙанған фән эшмәкәре һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре.

Надежда Александровна Михалёва 1932 йылдың 17 ғинуарында Мәскәүҙә хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған; Икенсе донъя һуғышынан һуң 635-се ҡатын-ҡыҙҙар урта белем биреү мәктәбен алтын миҙал менән тамамлай; 1955 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетын отличие билдәһе менән тамамлай. Шул уҡ йылдан алып 1958 йылға тиклем Юридик әҙәбиәт дәүләт нәшриәтендә (хәҙер Рәсәйҙең «Юридик әҙәбиәт» нәшриәте) эшләй; һуңынан Бөтә союз юридик фәндәр институтына (ВИЮН; бөгөн — Рәсәй ҡануниәте һәм сағыштырма хоҡуҡ институты) эшкә күсә, 1963 йылға тиклем унда ҡала.

Михалева 1966 йылда «Организационно-правовые вопросы культурно-воспитательной деятельности местных Советов депутатов трудящихся» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай — юридик фәндәр кандидаты була. 1963 йылда ул СССР ВНИИ совет закондары тикшеренеү иснтитутына эшкә күсә, бында ике йыл эшләй. 1965 йылдың мартында Бөтә союзсовет закондары ғилми-тикшеренеү институтында (ВНИИСЗ) конституция, администрация һәм финанс ҡануниәте секторында вазифа биләй.

1965—1966 йылдар осоронда Надежда Михалева фәнни-тикшеренеү эштәрен уҡытыу эшмәкәрлеге менән бер үк ваҡытта башҡара: ул Бөтә союз ситтән тороп уҡыу юридик институтының (ВЮЗИ) дәүләт хоҡуғы кафедраһында уҡыта һәм СССР ЭЭМ-ы юғары мәктәбенең уҡытыусыһы ла була. Бынан тыш, туған Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында студенттарға лекциялар уҡый. 1967 йылдан ул тулыһынса Бөтә союз ситтән тороп уҡыу юридик институтына (ВЮЗИ) уҡытыу эшенә күсә: өлкән уҡытыусы, һуңынан доцент була. 1984 йылда «Теоретические проблемы социалистической конституции: сущность, содержание, форма» темаһына докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай ; Мәскәү дәүләт юридик академияһының дәүләт хоҡуғы кафедраһы юридик фәндәр докторы һәм профессоры була. «РФ Атҡаҙанған фән эшмәкәре» исемен ала һәм уға «Рәсәй Федерацияһы юғары профессиональ белеменең почетлы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә. Ул шулай уҡ Рус православие сиркәүенең Мәскәү патриархатының наградаларын ала, Святая равноапостольная княгиня Ольга ордены менән бүләкләнә.

Надежда Михалева конституционализмдың һәм сағыштырма хоҡуҡ ғилеме юридик проблемалары менән шөғөлләнә: уның БДБ илдәре конституция хоҡуҡтарының ҡануниәт мәсьәләләре буйынса бер нисә ғилми мәҡәләләре һәм аналитик күҙәтеүҙәре баҫтырып сығара. РФ Дәүләт думаһының һәм Рәсәй Президенты Хакимиәте закон комитеттарында бер нисә закон проектын эшләүҙә ҡатнаша. СССР тарҡалған осорҙа Рәсәй Конституцияһын һәм Рәсәй гражданлығы тураһындағы законды төҙөүҙә ҡатнаша[1]:

  • Социалистическая конституция (проблемы теории) (М., 1981);
  • Новая Конституция суверенной России (М., 1994) (в соавт.);
  • Эволюция и перспективы нового российского федерализма (М., 1994);
  • Правовые аспекты нового российского федерализма (М., 1995).
  1. Нарутто Светлана Васильевна Российский федерализм: научные воззрения Н. А. Михалёвой // Lex Russica. — 2017. — В. 1 (122). — ISSN 1729-5920.
  • Михалева Н. А. Избранные труды : воспоминания о Н. А. Михалевой : сборник статей, тезисов / Н. А. Михалева ; М-во образования и науки Российской Федерации, Московский государственный юридический ун-т имени О. Е. Кутафина (МГЮА). — Москва : Проспект, 2017. — 304 с.; ISBN 978-5-392-21796-0.
  • Современные российские юристы : Кто есть кто в юридической науке и практике : Справочник / Сост. В. Н. Додонов и др. — М. : Юстицинформ, 2001. — 400 с.