Исҡужина Миңзифа Усман ҡыҙы
| Исҡужина Миңзифа Усман ҡыҙы | |
| Зат | ҡатын-ҡыҙ |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 15 ғинуар 1965 (61 йәш) |
| Тыуған урыны | Темәс, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
| Һөнәр төрө | йырсы |
| Эш урыны | Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы |
| Уҡыу йорто |
Өфө сәнғәт училищеһы Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты |
| Башҡарыусы/артист | вокалист[d] |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Исҡужина Миңзифа Усман ҡыҙы (15 ғинуар 1965 йыл) — йырсы. 2000 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының «Далан» эстрада төркөмө вокалсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы , «Яҙғы тауыштар» республика йыр конкурсы лауреаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миңзифа Усман ҡыҙы Исҡужина 1965 йылдың 15 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Темәс ауылында тыуған. Урта белемде Темәс мәктәбендә ала. Бала саҡтан йыр-моңдо һөйгән, гармунда өҙҙөрөп уйнаған ҡыҙҙың сәнғәткә юлы ҡатмарлы ғына була. Башта Баймаҡ һөнәрселек училищеһында һатыусы һөнәрен үҙләштереп, Темәстә һатыусы булып эшләй. Артабан Өфө моторҙар эшләү заводында токарь була[1]. 21 йәшендә генә Өфө сәнғәт училищеһына килә, Фәрзәнә Сәғитова класында уҡый. Артабан Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай[1].
Йырсы бер нисә тапҡыр үҙ тамашасылары өсөн соло концерттары менән сығыш яһаны. Ул башҡорт композиторҙарының йырҙарын (З. Исмәғилев, «Былбылым»; Х.Әхмәтов, «Тыуған ауылым»; Б.Ғайсин, «Ике аҡҡош»; А.Туҡтағолов, «Мөхәббәт») һәм башҡорт халыҡ йырҙарын («Бала ҡарга», «Шәүрә», «Һандуғас» һәм башҡалар) бер рәттән ҙур оҫталыҡ менән йырлай[2].
Миңзифа Исҡужинаның концерт программалары һәр ваҡытта бай һәм масштаблы, үҙенең йырҙарын «Далан» эстрада төркөмө, Башҡортостан Республикаһының халыҡ инструменттары милли оркестры, филармонияның эстрада-джаз оркестры һәм Башҡортостан Республикаһының академия хор капеллаһы оҙатыуында йырлай[2].
«Далан» эстрада төркөмө вокалисткаһы булараҡ[3] Төркиә Республикаһында Башҡортостан Республикаһы көндәрендә (Истанбул, 2006—2008), Һарытауҙа, Мәскәүҙә, Ырымбурҙа (2007), Санкт-Петербургта (2008) лайыҡлы сығыш яһаны[2].
«Рәсәй Федерацияһы башҡорттары» Федераль программаһы сиктәрендә Рәсәй төбәктәре буйынса һабантуйҙарҙа ҡатнаша һәм гастролдәргә сыға. Тәбиғәттән бирелгән абсолют ишетеү һәләте уға вокаль материалды ҡыйынлыҡһыҙ үҙләштереү, башҡарылған әҫәрҙе тамашасыларға түкмәй-сәсмәй еткереү өсөн ҙур мөмкинлектәр бирә, ул һәр ваҡыт репертуарын яңыртып тора, үҙ оҫталығы өҫтөндә даими эшләй[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы
- «Яҙғы тауыштар» республика конкурсы лауреаты[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 Баймаҡ еренең күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик белешмә. Баймаҡ ҡалаһы. 2010 йыл, 63 бит.
- 1 2 3 https://bashmusic.net/ru/music/ispolniteli-music-profile/view/playlist/id/293(недоступная+ссылка) Искужина Минзифа Усмановна
- 1 2 3 ИСКУЖИНА Минзифа Усмановна(недоступная ссылка)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баймаҡ еренең күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик белешмә. Баймаҡ ҡалаһы. 2010 йыл, 63 бит.
- Минзифа Искужина выступит с сольной программой
- ИСКУЖИНА Минзифа Усмановна(недоступная ссылка)
- Искужина Минзифа Усмановна(недоступная ссылка)
Видеояҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Автограф. Заслуженная артистка Башкортостана Минзифа Искужина(недоступная ссылка)
- Минзифа Искужина - Ауылым тирэктэре 2021 йыл 25 апрель архивланған.
- Миңзифа Исҡужина - Балаларыма 2021 йыл 25 апрель архивланған.