Эстәлеккә күсергә

Ғәйнетдинов Миңләхмәт Ишмөхәмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәйнетдинов Миңләхмәт Ишмөхәмәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 22 апрель 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[1] (78 йәш)
Тыуған урыны Миҙәт, Майғаҙы ауыл советы, Балаҡатай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө баянсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы
Ғилми исеме профессор[d]

Ғәйнетдинов Миңлəхмəт Ишмөхəмəт улы (22 апрель 1946 йыл) — баянсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, профессор. БАССР-ҙың халыҡ артисы (1987). Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1991), Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (Мәскәү, 1985), Бөтә Рәсәй халыҡ инструменттарында башҡарыусылар конкурсы (Тула ҡалаһы, 1986), Халыҡ-ара фольклор конкурсы (Өфө, 1991) дипломанты. СССР Тыныслыҡ фонды лауреаты.

Миңлəхмəт Ишмөхəмəт улы Ғәйнетдинов 1946 йылдың 22 апрелендә Башҡорт АССР-ының Балаҡатай районы Миҙәт ауылында (хəҙерге Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районы Яңыбай ауылы) тыуған.

Өфө сәнғәт училищеһының баян класынан һуң Өфө сәнғәт институтында уҡый һәм уны 1975 йылда тамамлай (В. Ф. Беляков класы), бынан һуң Рәсәй театр сәнғәте университетында һөнәри белемен артабан камиллаштыра.

1967—1996 йылдарҙа Башҡорт филармонияһы солисы, концертмейстеры, бер үк ваҡытта 1983—1985 йылдарҙа Н.Ғ.Сабитов исемендәге 1‑се балалар музыка мəктəбе директоры (Өфө), 1989 йылдан алып Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта.

Ленинградта (1969), Сыуаш АССР‑ында БАССР мəҙəниəте көндəрендə (1981); Ҡарағалпаҡ (1976), Яҡут (1978), Татар (1989) АССР‑ында БАССР əҙəбиəте һəм сəнғəте көндəрендə ҡатнаша. Донъяның 20 илендə гастролдəрҙə була. «Йəдкəр» фольклор ансамблен ойоштороусыларҙың береһе. Бөтə донъя йəштəр һəм студенттар фестивале (Мəскəү, 1985), Бөтə Рəсəй халыҡ инструменттарында башҡарыусылар конкурсы (Тула ҡалаһы, 1986), Халыҡ-ара фольклор конкурсы (Өфө, 1991) дипломанты. Башҡорт милли сәнғәтен пропагандалауҙағы һәм үҫтереүҙәге өлөшө һәм юғары башҡарыу оҫталығы өсөн БАССР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге Дəүлəт премияһына лайыҡ була (1991).

Миңләхмәт Ғәйнетдинов Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән, башҡорт эстрадаһын бығаса билдәле булмаған башҡорт халыҡ йырҙары менән байытҡан. Бынан тыш, бейеүҙәрҙе музыкаль яҡтан биҙәү өҫтөндә күп эшләгән. Билдәле баянсы 30-ға яҡын онотолған башҡорт бейеү көйөн радио һәм телевидение аша яңғыратҡан. Башҡарыу оҫталығын юғары профессионализм һəм сағыу импровизаторлыҡ һəлəте айырып тора. Репертуарында башҡорт халыҡ йырҙары һəм үҙе эшкəрткəн инструменталь көйҙəр: «Ауыл көйҙəре» («Деревенские наигрыши»), «Ҡарабай», «Бишек йыры» («Колыбельная»), «Көй», Халыҡ темаларына фантазия һ.б. «Йәш­легемә кире ҡайтыр инем», «Ҡы­мыҙ», «Саҡырмасы, кәкүк», «Ҡал­ды», һ.б.

Ҡатыны Ғәйнетдинова Мәүсилә, Башҡорт дәүләт филармонияһында бейеүсе була. Улдары Азамат менән Азат бишектән үк моңға күмелеп үҫә, икеһе лә хоҡуҡ һаҡлау даирәһендә хеҙмәт итә. Ике ейәне — Азаматтың улдары Батырхан менән Әмирхан.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]